СИРЫЛТЫУ
СИРТМӘ ҠОЙРОҠ (ҡойроғо) и. зоол. диал. ҡар. аҡ сәпсек. Сиртмә ҡойроҡ ояһы.
СИРТМӘЛЕ (Р.: с пружиной; И.: with a spring; T.: zemberekli) с.
Баҫҡан һайын һуҙыла һәм кире ҡайта торған; пружиналы. □ С пружиной. ■ Хәҙерге йәштәр өйҙә, сиртмәле карауатта ғына йоҡларға ярата, — тип һуҡранып та ала [өләсәһе]. 3. Биишева. Әуәле сиртмәле бишекте балаға куҙ теймәһен, яман заттар килмәһен тип артыш ағасынан яһайҙар ине. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
СИРТМӘ СЫЙЫУ (Р: магический способ лечения рожи; И.: magical way to treat erysipelas; T: yılancığı büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Сиртмә ауырыуын дауалаусы магик ысул. □ Магический способ лечения рожи. М Сиртмә булһа, бысаҡ менән шешекте сыйып имләгәндәр. «Башҡорт мифологияһынан.
СИРТМӘ ӘПСЕНЕ и. миф. ҡар. сиртмә доғаһы.
СИРТТЕРЕҮ (сирттер-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. сиртеү 1—4. понуд. от сиртеү 1—4. Маңлайына сирттереу. Думбыра сирттереу.
2. Нимә менәндер ҡапыл һуҡтырыу, ныҡ ҡына ҡағыу. □ Хлестать. ■ Ҡыл дилбегәне арҡаһына сирттергәс, ҡола алаша иренеп кенә ҡуҙғалды. Ә. Вәли.
3. кусм. һөйл. Шартына килтереп, оҫта, матур итеп алдау, маҡтаныу. □ Говорить красиво, хвастаться. ■ Гараж ҡарауылсыһы мәҡәл менән генә сирттерә. И. Абдуллин. [Камила:] «Ә ҡатын-ҡыҙға етмеш ете төрлө һәнәр ҙә әҙ — етмешен ул тыуғанда уҡ белеп тыуа!» — тип сирттерҙе. Г. Яҡупова.
4. кусм. диал. Кәйеф-сафа ҡороу; типтереү. □ Гулять, веселиться. М Егет сағында ҡыҙҙар менән сирттергән икән уҙе лә. В. Нафиҡов.
♦ Эре сирттереү эре генә һөйләшеү, эре ҡыланыу. □ Говорить высокомерно, свысока. Я [Әсғәт] әрһеҙ һәм бер ҡатлыраҡ егет, ҡулынан килмәһә лә, эре сирттерергә ярата. Н. Мусин. Биксәнтәй эре сирттергән бул
ды, эреләнеуе ышанысһыҙ куренде. И. Ноғоманов.
СИРФ [ғәр. (Р.: чистый; И.: clean; T.: sırf) с. иҫк. кит. ҡар. саф 1,10.
Башҡа бер нәмә ҡатнашмаған; тап-таҙа. □ Чистый. Сирф башҡортса яҙыу.
СИРХАУ ЯҘЫЛТЫУ (Р: магический способ лечения болезней; И.: medicinal withcraft; T.: hastalığı büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Төрлө сир-сырхауҙан магик дауалау ысулы. □ Магический способ лечения болезней. Сирхау яҙылтыу, мейе ҡағыу һ. б. им-том менән булыша өләсәйем.
СИРХУШ (Р: больной; И.: sick person; T: hasta) и. диал.
Ауырыу кеше. □ Больной. Сирхушты дауалау. Сирхушҡа төнәтмә эсереу.
СИРЫҠ (Р: наморщенный; И.: wrinkled; T: buruşuk) c.
1. Сирылған. □ Наморщенный, сморщенный. Сирыҡ йөҙ. Сирыҡ мацлай. Сирыҡ танау.
2. Йөҙө йәнселгән, боҙоҡ. □ Затупленный. Сирыҡ балта. Сирыҡ бысаҡ.
СИРЫЛДЫРЫУ (сирылдыр-) ҡ. ҡар. сирылтыу. Йөҙҙө сирылдырыу. Танау си-рылдырыу. ■ [Илмырҙа] ҡымыҙҙың тәмен, торошон һәм ҡеуәтен белергә тырышып тамшанды, йөҙөн сирылдырып, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Я. Хамматов.
СИРЫ Л СЫҠ (сирыл сығы) и. диал. ҡар. сирыш. ■ Шәм яҡтыһында Сәй-фетдиндең битендәге сирылсыҡтар һаны кубәйеңкерәгән һәм тәрәнәйгән һымаҡ ку-ренделәр. Я. Хамматов.
СИРЫЛТЫУ (сирылт-) (Р: наморщить; И.: pucker; T: buruşturmak) к.
Йыйырсыҡ-йыйырсыҡ итеп йыйырыу; йыйырсыҡлау, сирыу (бит, йөҙҙө). □ Наморщить. Маңлайҙы сирылтыу. Танауҙы сирылтыу. ■ Исмаһам, берәйһенең йөҙөн йылмайыу сирылтһа, көндөҙгө эштәр, ишеткән-кургәндәр йәки иртәнге ниәттәр тураһында бер ауыҙ һуҙ әйтелһә. Ә. Хәкимов. Якшыбаев, йөҙөн сирылтып, ҡуш усы менән яп-яланғас эсен тотоп, алға эйелде. Я. Хамматов.
545