Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 546


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИРЫЛЫУ
СИРЫЛЫУ (сирыл-) (Р.: морщиться; И.: wrinkle; cockle; T.: buruşmak) ҡ.
1. Йыйырсыҡ-йыйырсыҡ булып боҙолоу; йыйырылыу (бит, йөҙгә ҡарата).
□ Морщиться, покрываться морщинами. Йөҙ сирыла. Танау сирыла. ■ Хәким көрөшкәһенә һалынғанды бер күтәреүҙә оңҡолдатып йотто ла баш бармаҡ дәүмәле генә ҡаты ҡорот киҫәген сирылып еҫкәй-еҫкәй мөнйөргә тотондо. С. Шәрипов.
2. күсм. Ризаһыҙлыҡтан йөҙ боҙолоу, сырай һытылыу. □ Морщиться от недовольства. ■ Галстуктың ҡыҙыл булыуы ғына Шәңгәрәйҙе сирылырға мәжбүр итте. Т. Ғарипова.
3. Йәнселеп боҙолоу (үткер ҡоралдың йөҙөнә ҡарата). □ Притупляться, затупляться. ■ Балтаң шундай булһын: ташҡа сапҡанда, таш ярылһын, балта сирылмаһын. Хикәйәттән.
4. Ваҡ-ваҡ ҡына булып йыйырылыу; йыйырсыҡланыу (һыу өҫтөнә ҡарата).
□ Покрываться рябью (о поверхности воды). ■ Елһеҙ ҙә һыу өҫтө сирылмаҫ, ташһыҙ ҙа орсоҡ өйөрөлмәҫ. Халыҡ йырынан. Ләкин суртан, Батыршаның һалдауын күтәреп инде төртәм тип киҙәнеүе менән үк, уҡтай атылып тәрәнгә йомолдо, артынса һыу сирылып-тулҡынып ҡалды. С. Шәрипов.
СИРЫУ (сир-) (Р: морщить; И.: pucker; T.: buruşturmak) ҡ.
1. Йыйырыу (бит, йөҙгә ҡарата).
□ Морщить. Битте сирыу. Танауҙы сирыу. ■ [Ферма мөдире, танауын сирып, елкәһен тырнай:] Бар фуражды һаранланып бирмәйһең, тип өҫкә менеп килгәстәр, директор рөхсәт итмәй, тип ыскындырғайным шул. Н. Мусин. Ман^айын сирҙы Ҡып-саҡбаев, әммә аҙаҡҡа тиклем тыңлап торҙо, сөнки ошоға үҙен-үҙе дусар иткәйне. Б. Рафиҡов.
2. Бөрөү. □ Сборить, присборивать, делать сборки; делать складки. Күлмәк сирыу.
3. диал. Үткер ҡоралдарҙың йөҙө төрөлөү. □ Притуплять, затуплять. Балтаның йөҙөн сирыу.
Ваҡ-ваҡ ҡына булып йыйырылыу; йыйырсыҡланыу (һыу өҫтөнә ҡарата).
□ Морщить, покрываться рябью (о поверхности воды). Көйөҫ ел һыу өҫтөн сирҙы.
СИРЫШ (Р: морщинки; И.: wrinkle; T.: buruşuk) и.
Биттәге йыйырсыҡтар. □ Морщинки. Сирыш баҫыу. ■ Барсынбикә белә: өләсәһенең йөҙ сирыштары күҙ осонда ғына ҡалһа, уға һорауҙы ҡурҡмай биреп була. Т. Ғарипова.
СИРЫШЛАНЫУ (сирышлан-) (Р: морщиться; И.: become wrinkled; T.: buruşmak) ҡ.
1. Йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеү, һырланыу (бит, йөҙгә ҡарата). □ Морщиться. Маңлайы сирышланған. Йөҙө сирышланып киткән.
2. Бөгәрләнеү (кейемгә ҡарата).
□ Мяться (об одежде). Күлдәк итәге сирыш -ланған.
СИРЫШЛЫ (Р: морщинистый; И.: wrinkled; T.: buruşuk) с.
Йыйырсыҡлы, һырлы. □ Морщинистый, с морщинкой. Сирышлы йөҙ. Сирышлы ҡул.
СИРЫШТЫРЫУ (сирыштыр-) ҡ. ҡар. сирылтыу. Битте сирыштырыу. Танауҙы сирыштырыу.
СИРЫШЫУ (сирыш-) (Р: морщиться; И.: wrinkle; T.: buruşmak) ҡ.
1. Йыйырсыҡ-йыйырсыҡ булып боҙолоу; йыйырылыу (бит, йөҙгә ҡарата).
□ Морщиться. Бите сирышҡан. Йөҙө сирышҡан. ■ Әсе ҡаҡ ҡорот ҡабыуҙан сирышҡан Ниғмәтулланың йөн баҫҡан ҡара бите бөтөнләй үҙгәрҙе. Я. Хамматов. [Ҡарасәс әбейҙең] әле булһа йәшлек сағыулығын юғалтмаған асыҡ зәңгәр күҙҙәре, .. сирышып бөткән ҡаҡса йөҙөнә берсә ғәжәп йылы, һөйкөмлө нур бөркөп, тын ғына баҙлап яналар, берсә ҡыйыу йылтырап тоҡанып китәләр. 3. Биишева.
2. күсм. Ризаһыҙлыҡтан йөҙ боҙолоу, сырай һытылыу. □ Сморщиться. Йөҙөн сирыштырҙы.
3. Бөгәрләнеү, таушалыу (ҡағыҙ, кейемгә ҡарата). □ Мяться. Итәге сирышҡан. Күлдәге сирышып бөткән.
СИРӘЛӘЙ р. диал. ҡар. тирәләй.
546