Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 547


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИСЕНЕҮ
СИРӘМ I и. диал. ҡар. сиҙәм. Сирәмдә ултырыу. Йәшел сирәмдә аунау. Сирәм ер. ■ [Фәхерниса] ике ҡулын башы аҫтына ҡаушырып, йәшел сирәмгә салҡан һуҙылды. Й. Солтанов. Малайҙар, бер һөйәккә талашҡан ике эт шикелле, йәшел сирәмдә ауа-тунә талаша-һуғыша башланы. Р. ҠолДәүләт. Бай, эйәрҙән еңел генә айырылып, төнгө ысыҡтан һулләнә башлаған сирәмгә һикереп төштө. И. Ноғоманов. • Йәшел сирәм сир ҡыуыр. Мәҡәл.
СИРӘМ II и. диал. ҡар. ихата 1. Сирәмгә сығыу. Сирәмдә уйнау. Сирәмдә ашъяулыҡ тушәу.
СИРӘМ ҠЫМЫҘЛЫҒЫ (Р: кислица; И.: wood sorrel; T.: ekşi yonca) и. бөт. диал.
Нәҙек оҙон ҡымыҙлыҡ. □ Кислица (степная) (лат. Oxalis acetosella). Сирәм ҡымыҙлығын йыйыу.
СИРӘҮСЕ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir tribal subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ҡәбиләһенең араһы. □ Родовое подразделение башкир-тамьянцев. Сирәусе ырыуы башҡорто.
СИСЕЛДЕРЕҮ (сиселдер-) (Р: заставлять разговориться; И.: make converse; T: söyletmek) ҡ. кусм.
Кемдеңдер уйын, күңелен астырыу.
□ Заставлять разговориться, открыться. Телен сиселдереу еңел тугел. Н Был .. кешене тиҙ генә сиселдереп булмай. И. Ғиззәтуллин.
СИСЕЛЕҮ (сисел-) (Р: развязываться; И.: become untied; T: çözülmek) ҡ.
1. Бәйләнгән еп-бауы ысҡыныу. □ Развязываться. Бау сиселде. Арҡан сиселеп китте. ■ Мәғфурә башынан шыуып сиселеп барған, иҫкереп уңып бөткән эре биҙәкле француз яулығын ашығыс төҙәтеп бәйләне. Һ. Дәүләтшина.
2. Нимәнеңдер бауы тағатылыу, асылыу.
□ Развёртываться. Төйөнсөк сиселеп китте. Тоҡсай сиселгән.
3. Кейем ысҡыныу. □ Расстёгиваться, расстегнуться. Билбауы сиселгән. S [Фә-һимдең] бурек ҡолаҡтары сиселеп, ҡош
ҡанатындай талпынды. Ф. Туғыҙбаева. • Һыу курмәй итек сиселмәй. Мәҡәл.
4. кусм. Асылы, мәғәнәһе беленеп, асыҡланып хәл ителеү. □ Решаться, разрешиться (о проблемах). Мәсьәлә сиселде.
5. кусм. Уйын, күңелендәген асыу; асылыу. □ Раскрываться, разговориться. Сиселеп һөйләшеу. Сиселә һалыу. ■ [Хисмәтулла] ныҡлап һынамайынса, сиселмәҫкә ҡарар итте. Я. Хамматов. Сафый төпсөнмәне, яҡташы ла артыҡ сиселмәне. С. Шәрипов. Нәсимә йылмайып ҡуйҙы, шулай ҙа маҡтау уға оҡшай башланы кеуек, ул уҙе лә һиҙмәҫтән әкренләп-әкренләп сиселә башланы. 3. Ураҡсин. • Дуҫ тип сиселмә, дошман тип киҫелмә. Мәҡәл.
6. диал. Икмәктең ныҡ әсеп, ҡырҡып китеүе. □ Перекисать (о хлебе). Икмәгем сиселеп киткән.
♦ Тел сиселеү асылып китеп, бөтә эсеңдәген һөйләү. □ Разговориться, разоткровенничаться. доел. Язык развязался. ■ Тиҙҙән егеттең [Фәйездең] теле сиселде, өҫтәуенә, электән ук һуҙгә һаран тугел бит әле. С. Шәрипов.
СИСЕЛЕШ (Р: решение; И.: solution; Т: gözüm) и.
Мәсьәләләрҙең хәл ителеше, асыҡла-ныуы. □ Решение (о проблемах). М Рәшит уҙенә нығыраҡ ҡағылған мәсьәләләрҙең сиселешен икенсе йунәлештәге уйланыуҙар аша тоҫмалларға тырышты. Б. Рафиҡов.
СИСЕНДЕРЕҮ (сисендер-) (Р: разде вать; И.: undress smb; T: soymak) ҡ.
1. Кемдеңдер өҫтөнән кейемен һалдырыу. □ Раздевать, снимать одежду. Кунаҡты сисендереу. Баланы сисендереу. ü Сисендереп алһалар, Исмәғилдең биттәре, ҡолаҡ остары туңған. Д. Бүләков.
2. кусм. Кейемен, мөлкәтен талау. □ Грабить, раздеть.
СИСЕНДЕРЕШЕҮ (сисендереш-) ҡ. урт. ҡар. сисендереү, взаимн. от сисендереү. ■ Ғәйшә шелтәләгәс кенә Ғәйзулла, һөйләнеуҙән туҡталып, Шамилдең кун пальтоһын сисендереште. Я. Хамматов.
СИСЕНЕҮ (сисен-) (Р: раздеваться; И.: take clothes off; T: soyunmak) ҡ.
547