Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 548


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИСЕНЕШЕҮ
Өҫ кейемен һалыу. □ Раздеваться. Сисенеп ташлау. Сисенеп ултырыу. ■ Ғәли ағай, ашыҡмай ғына сисенеп, ҡулын йыуып, өҫтәл янына килеп ултырҙы. 3. Биишева. Алыҫтан Рәшиттең сисенеп торғаны күренеп ҡалды. Б. Рафиҡов. Тартыныуҙан сисенмәй генә ятҡас, Мәҙинәнең тәне йүнләп ял да итмәне. Т. Ғарипова. • Һыуға етмәй сисенмә, тиле икән, тип көлөрҙәр. Мәҡәл.
СИСЕНЕШЕҮ (сисенеш-) ҡ. урт. ҡар. сисенеү, взаимн. от сисенеү. Сисенешеп һыуға һикерҙеләр.
СИСЕҮ (сис-) (Р: развязывать; И.: undo, untie; T.: çözmek) ҡ.
1. Бәйләнгән епте, бауҙы ыскындырыу йәки тағатыу. □ Развязывать; отвязывать, распутывать. // Развязывание, отвязывание, распутывание. Арҡанды сисеү. ■ Рәхмәт һиңә, егет, ҡулымды систең, ҡулым сиселгәс, мин бөтәһен дә эшләй алам. Әкиәттән. [Хажисолтан] туғайҙа бышҡыра-бышҡыра үлән ашап йөрөгән аттың тышауын сисеп, һыбай атланды. Я. Хамматов. Юламан, атынан төшөп, ҡушкөбәкте сисеп, эйәргә элде лә, теҙгенде тотоп кирегә боролдо. Д. Бүләков. • Алйот төйнәгән төйөндө аҡыллы ла сисә алмаҫ. Мәҡәл.
2. Бауын алып, нимәнелер асыу йәки тағатыу. □ Развёртывать, распаковывать. 4/^ Развёртывание, распаковывание. Сисеп ебәреү. ■ [Һалдат:] Буран, тоҡсайын сисеп, кеҫә фонарын алды ла, юлын яҡтырта-яҡтырта, теге яҡ ярға йүнәлде. Ә. Бикчәнтәев. Һалдырып алған эйәр-өпсөндәр, кейеҙ серге ситтә ята, ҡасҡындарҙың икәүһе шундағы турһыҡты сисеп, ҡымыҙын эсеп тора. Ғ. Ибраһимов. [Ниғмәтулла] түш кеҫәһенән алған тоҡсайҙың ауыҙын сисеп, ваҡ ҡына ялтырауыҡлы һарғылт таштарҙы усына ҡойҙо. Я. Хамматов.
3. Кейгән кейемде өҫтән һалыу. □ Снимать одежду, обувь; раздеваться. Аяҡты сисеү. Сисеп ташлау. Сисеп элеү. ■ [Ҡыҙырас] калушын сисеп, һыу тамсылары тамып, йылтырап торған ҡара кепкаһын ҡулына тотоп, түргә уҙҙы. 3. Биишева. Абдулла кейемен сисеп ырғытты ла көсәйгәндән-
көсәйә барған тулҡындарға ҡаршы ташланды. Н. Мусин. [Харис] кәпәсен сисеп, усына һуҡҡылап, яңынан кейҙе, тәмәке ҡабыҙып ебәрҙе. Д. Бүләков. • Иҙел күрмәйенсә итек сисмә. Мәҡәл.
4. күсм. Эске асылын, мәғәнәһен билдәләп асыҡлау, хәл итеү. □ Решать, разрешать, разгадывать (задачу, вопрос, дело и т. п.). // Решение, разрешение. Мәсьәләне тиҙ сисеү. ■ Юҡ, ҡапыл-ғара сисер йомғаҡ түгел был. Көтөргә, Әнүәрҙең уй-ниәтен белгәнсе түҙергә тура килә. Ә. Хәкимов. Шәрифтең миҫалдарын сискәнсе арыу ғына ваҡыт үтте. Ф. Туғыҙбаева. Ептең осон тапһа табыр куҙгә үткер, төйөндәрҙе сисә алыу — зиһенленән. Ф. Күзбәков.
5. күсм. Уйҙа, күңелдә булғанды асыу. □ Открыть секрет, раскрывать (тайну). Серҙе сисеү. ■ Анау саҡта, икәүһенең дә ғүмере ҡурҡыныс аҫтында ҡалғанда, ҡайһылай уҡталғайны Сәлмән улына серҙе сисергә. С. Шәрипов. Йоҡо ҡаса, телдәр асыла. Өйҙә көтөп ҡалған нәҙекәй билдәр, ҡара ҡашлы һылыуҡайҙар тураһында серҙәр сиселә. Ғ. Ибраһимов. Өй хужаһы хәлен былай ҙа асыҡ һиҙенеүен аңлап, Буранбай үҙ серен сисергә мәжбүр булды. Я. Хамматов. • Ят кешегә сер сисмә, ят ҡулынан һыу эсмә. Мәҡәл.
СИСЕШЕҮ (сисеш-) ҡ. урт. ҡар. сисеү 1—3. взаимн. от сисеү 1—3. Арифметик мәсьәлә сисешеү. Бауҙы сисешеү. Кейемен сисешеү. Проблеманы сисешеү.
СИСКАЛ (Р: сплетник; И.: gossip; Т.: dedikoducu) и. диал.
һүҙ йөрөтөүсе кеше, ғәйбәтсе. □ Сплетник. Сискалға хәбәр һөйләмәү.
СИСКЕН (Р: аккуратный; И.: assidious; T.: özenli) с. диал.
1. Еренә еткереп эшләүсән; оҫта; сымыры. □ Аккуратный, прилежный. Эшкә сискен кеше. Сискен егет.
2. Таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ һаҡлаусан; таҙа, матур итеп эшләүсән; бөхтә. □ Опрятный, аккуратный. Сискен ҡатын. Сискен хужабикә.
СИСҠЫН с. диал. ҡар. таҙа 2. Сисҡын кеше.
548