СИСТЕМА
СИСТА с. һөйл. ҡар. таҙа. һыуҙан систа булмаҫһың.
СИСТЕМА [гр. systema] (Р.: система; И.: system; T.: sistem) и.
1. Бер-береһе менән мөнәсәбәттә, бәйләнештә булып, билдәле бер бөтөнлөктө, берҙәмлекте тәшкил иткән элементтар. □ Система (множество закономерно связанных друг с другом элементов (предметов, явлений, взглядов, знаний и т. д.), представляющее собой определённое целостное единство ). Дәуләт системаһы.
2. Нимәнеңдер өлөштәренең планлы урынлашыуына һәм үҙ-ара бәйләнешенә нигеҙләнгән билдәле бер тәртибе. □ Система (порядок расположения чего-л. в последовательном, связном порядке). Китаптарҙы шкафҡа система менән ҡуйыу. Системаға һалыу. ■ Ғайса Батыргәрәй улы археография, йәғни иҫке ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптарҙы өйрәнеп, уларҙы туплап, системаға һалып өйрәнеу йунәлешенә лә нигеҙ һалыусыларҙың береһе ул. «Киске Өфө», № 14, 2013.
3. Билдәле эш, тормош шарттарына ҡарата ҡабул ителгән тәртип. □ Система (порядок, способ устройства, организации чего-л.). Абонементтар системаһы. Аттестация системаһы.
4. зоол., бот. Классификация, төркөмдәргә бүленеш. □ Классификация, группировка. Линнейҙың ботаник системаһы.
5. Ниндәйҙер тәғлимәт нигеҙендә ятҡан принциптар йыйымы. □ Система (собрание принципов на основе каких-то учений, взглядов, школы). Гегелдең философик системаһы. Ушинскийҙың педагогик системаһы.
6. Нимәнелер тормошҡа ашырған ысулдар, хәл иткән юлдар йыйымы. □ Система (комбинация взаимодействующих элементов, организованных для достижения поставленных целей). Тәрбиә системаһы. Уҡытыу системаһы.
7. Дөйөм билдәһе нигеҙендә берләшкән ниндәйҙер элементтар, берәмектәр йыйымы. □ Система (совокупность единиц, объединённых на каких-то общих признаках).
Тартынҡы өндәр системаһы, һуҙынҡы өндәр системаһы. ■ [Сыртланов:]Көн тәртибендә бер генә мәсьәлә: метр системаһындағы улсәуҙәргә кусеу тураһында доклад. С. Агиш.
8. геол. Билдәле бер ҡаҙылдыҡ фаунаһы һәм флораһы менән айырылып торған тау тоҡомо ҡатламдары йыйымы. □ Система (совокупность горных пород, объединённых общностью образования). ■ Пермь системаһы .. палеозой төркөмөнөң өҫкө системаһын тәшкил итә. Ул ике булектән: аҫҡы һәм өҫкө пермдән тора. Ҡ. Тимерғазин.
9. Үҙ-ара бәйләнгән өлөштәрҙең берҙәмлеген тәшкил иткән ҡоролош, структура. □ Система (структура, собрание отдельных частей, составляющих целое). Кан тамырҙары системаһы. Кояш системаһы. Телдең грамматик системаһы. Үҫемлектең тамыр системаһы. ■ Рәшитте нығыраҡ йәберләгән һайын, куңеле ҡатылана бара, һаңғырауға әйләнә — кешенең нервы системаһы уҙ-уҙен шулай һаҡларға тырыша шикелле. Б. Рафиҡов.
10. Ойошма булып берләшкән хужалыҡ, идара һ. б. структур берәмектәр йыйымы.
□ Система (совокупность хозяйственных единиц, учреждений, родственных по своим задачам и организационно объединённых в единое целое). Сауҙа системаһы. Мәғариф системаһы. Һаулыҡ һаҡлау системаһы.
11. Бер маҡсатҡа хеҙмәт иткән төрлө ҡорамалдар берләшмәһен тәшкил иткән техник ҡоролма. □ Система (совокупность технических средств, предназначенных для какой-н. единой цели). Йылытыу системаһы. Пар системаһы. Энергетика системаһы.
12. Эштәге, тормоштағы берәй нәмәнең ҡоролоу, ойошторолоу формаһы, ысулы. □ Система (форма, способ, принцип устройства, организации, производства чего-л.). Премиаль система. Ике палаталы парламент системаһы, һайлау системаһы. Хужалыҡтың барщина системаһы.
13. Ижтимағи ҡоролош формаһы.
□ Система (форма общественного строя). Социалистик система. Дәуләт системаһы. Капиталистик система. ■ Тарих ғилеменә уҙенсә билдәләмә ҡуйып, автор
549