СИСТЕМАЛАШТЫРЫЛЫУ
[3. Вәлиди] былай ти: «Тарих — ижтимағи системаның бер ағзаһы сифатында кешелек эшмәкәрлегендәге, фекер донъяһындағы уҙгәрештәрҙе куҙәтеп-тикшереп барған бер фән». Ғ. Хөсәйенов.
14. Техник төҙөлөш формаһы. □ Система (форма технического устройства). Наган системаһындағы револьвер. ■ Пар кара атҡа тейәлгән мылтыҡтар, шашкалар, торло системалағы револьверҙар йөгө менән бергә, уның артынан теҙелгән милиционерҙар төркөмө ревком алдына килеп туҡтағанда, көнсығыш яғы инде яҡшы уҡ ҡыҙарғайны. И. Насыри.
15. һөйл. Нимәнеңдер ғәҙәткә инеүе.
□ Система (то, что стало нормальным, обычным, регулярным). Иртәнсәк йугереу системаға әйләнде. Лекцияға һуңлап инеу системаға әйләнде.
СИСТЕМАЛАШТЫРЫЛЫУ (системалаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. системалаштырыу. страд, от системалаштырыу. Әҫәрҙәр жанр буйынса системалаштырылған.
СИСТЕМАЛАШТЫРЫУ (системалаш-тыр-) (Р.: систематизировать; И.: systematize; T.: sistemleştirmek) ҡ.
Системаға (1—3) һалыу, тәртипкә килтереү. □ Систематизировать. // Систематизация. Белемде системалаштырыу. Изотоптарҙы системалаштырыу. Өндәрҙе сис-темалаштырып биреу.
СИСТЕМАЛЫ I (Р.: систематический; И.: systematic; T.: sistemli) с.
Эҙмә-эҙлекле, билдәле тәртиптәге.
□ Систематический. Системалы эш. Системалы белем. Системалы сауҙа. ■ Иртәнге етелә йөҙәр миномёт, төрлө системалы һәм калибрлы орудие ут яуҙыра башланы. «Ағиҙел», № 11, 2010.
СИСТЕМАЛЫ II (Р: систематически; И.: systematically; T.: sistemli) р.
Эҙмә-эҙлекле, билдәле тәртип менән.
□ Систематически. Системалы планлаштырыу. Системалы тикшереу. Сит телде системалы өйрәнеу. ■ Башҡорт бейеуен махсус, системалы өйрәнеу һәм сәхнәләштереу эше данлыҡлы хореограф Фәйзи Ғәскәров исеменә бәйле. Р. Солтангәрәева.
СИСТЕМАЛЫЛЫҠ (системалылығы) (Р: систематичность; И.: systematicity; Т.: sistemlilik) и.
Системалы рәүештә булыу. □ Систематичность. Эштәге системалылыҡ.
СИСТЕМАТИКА [гр. зг81ётайкоз ‘тәртипкә һалынған’] (Р: систематика; И.: systematics; T.: sınıflama) и.
1. махс. Нәмә, күренештәрҙең төркөмләнеше, кластарға бүленеше. □ Систематика (приведение в систему, классификация и группировка предметов и явлений). Изотоптар систематикаһы. Кристалдар систематикаһы.
2. биол. Бөтә тере һәм үлеп бөткән хайуан, үҫемлектәрҙе төрө, сығышы, ғаиләһе һ. б. буйынса һүрәтләү һәм классификациялау менән шөғөлләнгән фән. □ Систематика (классификации организмов и родственных отношений между ними). Үҫемлектәр систематикаһы. Хайуандар систематикаһы.
СИСТЕМАҺЫҘ I (Р: бессистемный; И.: unsystematic; T.: sistemsiz) с.
Бер ниндәй системаға (1) нигеҙләнмәгән, таянмаған. □ Бессистемный. Системаһыҙ эш. Системаһыҙ мәғлумәт.
СИСТЕМАҺЫҘ II (Р: бессистемно; И.: unsystematically; T.: sistemsiz) р.
Эҙмә-эҙлекһеҙ, билдәле бер тәртипкә һалынмаған. □ Бессистемно. Системаһыҙ рәуештә планлаштырыу. Системаһыҙ тикшереу.
СИСТЕМАҺЫҘЛЫҠ (системаһыҙлы-ғы) (Р: бессистемность; И.: lack of systematicity; T.: sistemsizlik) и.
Тәртипһеҙлек. □ Бессистемность. Эштәге системаһыҙлыҡ.
СИСТЕРЕҮ (систер-) ҡ. йөкм. ҡар. сисеү 1—3. понуд. от сисеү 1—3. Арҡанды систереу. Буреген систереу. Кулдәген сис-тереу. ■ Ҡолаҡтарында бәләкәй генә алҡалар йылҡ-йылҡ килә. Систереп ташларғамы? Д. Бүләков. Аҡ кулдәк, ҡыҙыл галстук, йәшел пинжәк, ҡара салбар тышынан Хөсәйен өҫтөнән систерелгән, ләкин ҡарамаҡҡа ярайһы бөтөн һырма, ҡуян тиреһенән
550