сит
тегелгән бүрек кейгән Шәңгәрәй ферма юлы буйлап өҫкә күтәрелде. Т. Ғарипова.
СИСӘК (сисәге) и. диал. ҡар. сәскә. Си-сәктәрҙең төрлөлөгө. Күк сисәк баҫты.
СИТ I (Р.: край; И.: edge; end; T.: sınır) и.
1. Нимәнеңдер барып бөткән ере, сиге.
□ Край, окраина. Ауыл сите. Йылға сите. Баҫыу сите. М Аҡландағы йылға ситендә ултырып тәсбих әйтеп Аллаға, изге яуға тағы барам мин, азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин. С. Юлаев. Офоҡ сите ағарҙы, һыҙылып атҡан таң яҡынлаша. Я. Хамматов. Таң ҡыйыла, ялҡын алған күгелйем офоҡ ситен. Ф. Күзбәков.
2. Торған ерҙән, урындан бер аҙ ҡырҙа . булған яҡын урын. □ Край, сторона. Ситтә тороу. Ситкә тайшаныу. Юлдан ситкә сығыу. ■ [Ниғмәтулла] үҙен һиҙҙермәҫкә тырышып, ут янған урындан ситкәрәк шыуышты. Я. Хамматов.
3. Төп тарафҡа, йүнәлешкә ҡырын яҡ; ҡыр. □ Сторона. Башты ситкә бороу. Ситкә ҡарау. Ситкә китеү. Ситкә янтайыу. ■ Ғәйзулла, атаһына тура ҡарарға баҙнат итмәйенсә, ҙур ғәйепле кеше һымаҡ, ситкә ҡараны. Я. Хамматов. Хәсән ағай, балаларына ҡарап, уңайһыҙланып китте, сөнки уларҙы ситтән ярҙам буласағына ышанмаҫҡа, тик үҙ көсөнә генә таянырға өйрәтә ине. Б. Рафиҡов.
4. Тыуған, торған төйәктән ҡырҙа булған алыҫ урын; ят ер. □ Чужбина. Ситкә ебәреү. Ситтә йәшәү. Ситкә китеү. ■ Байтаҡ йылдар ситтә йөрөп ҡайтһа ла, йәш ваҡытында йыш үтергә тура килгәнлектән, йәйләү юлы яҡшы таныш ине Карамға. Н. Мусин. Үҙ самаһын самалай алмағандар ситтә түгел, үҙендә лә ҡәҙер күрмәҫ. Ф. Күзбәков. • Ситтә йөрөгән тарығыр, тыуған илен һағыныр. Мәҡәл.
5. Туған-ырыуҙан булмаған кеше; ят.
□ Чужак. Сит йорто. Сит малы. П Күп тә үтмәй, беҙҙең ергә ситтәр ҡул һуҙа. Ә. Вахитов. Ситтәр яуы ябырылғанда эймәгән башын халыҡ. Р. Ниғмәти. • Килен кеше — сит бауыр. Мәҡәл. Илашыуға үҙ яҡшы, һыйлашыуға сит яҡшы. Мәҡәл. Өй эсендәге серҙе ситкә һөйләмә. Мәҡәл.
6. Нимәнеңдер ҡыры, сите. □ Край, закраина; кромка; хаз (материи), поля (тетради). Өҫтәл сите. Шәл сите. Н Башына Юлдаштың атаһы ҡалдырып киткән киң ситле һалам эшләпәһен кейеп, йомшаҡ ҡына баҫып, Сәлмән ағай ҙа шунда йөрөй.
3. Биишева. [Хәйретдин] ултырғыстың да ситенә генә ултырҙы. Я. Хамматов. Иб-раһимовтар торған йорт ҡала ситендә генә. Б. Рафиҡов. Мәҙинә лә урындыҡтың бер ситенә генә үҙенә урын йәйҙе, ләкин күҙе йоҡоға талманы. Т. Ғарипова.
♦ Күҙ сите {йәки күҙ ҡойроғо) менән ҡарау 1) башты бормай, һиҙҙермәй генә күҙәтеү. □ Смотреть искоса. Кыҙ күҙ сите менән ҡарап алды; 2) ризаһыҙлыҡты, хуп күрмәгәнде белдереү. □ Коситься. Был әрһеҙҙең тағы килеүенә күҙ сите менән ҡарап ҡуйҙы. Ситтә торһон кемделер йәки нимәнелер юғары ҡуйып маҡтағанда әйтелә. □ Другого не нужно (при похвальном отзыве о ком-чём). И Минең Хафизаның йырлағанын ишетһәң — артистарың ситтә торһон! С. Агиш.
СИТ II (Р: чужой; И.: alien; foreign; T: yabancı) с.
1. Яҡынлыҡ мөнәсәбәттәре менән бәйләнмәгән. □ Чужой, посторонний; чуждый. Сит кеше. Бер-береһенә сит халыҡ. К Улар [башҡалар] үҙ түгелдәр, сөнки улар ситтеке, сит малы, сит әйбере. Ш. Бабич.
2. Кемдең дә булһа тыуған йәки һәр ваҡыт йәшәгән ере булып һаналмаған. □ Чужой. Сит ер. Сит яҡ. Сит тараф. М Сит илдәргә сығып мал табырға ҡарсығанан зирәк ир кәрәк. Халыҡ йырынан. [Юлдашты] уны, сит ҡаланан килгән малайҙы, нисек ҡаршыларҙар? 3. Биишева. Сит илдәрҙә уҙған ғүмеремдең бер көндәре әллә йыл микән. Халыҡ йырынан. Кәбир үҙенең алыҫ яҡтарҙағы тормошон бәйән итте, сит ҡитғаларҙа күргәндәре менән уртаҡлашты. М. Хужин. • Сит ерҙә мал да ерһей. Мәҡәл.
3. Башҡа дәүләткә, илгә йәки бүтән халыҡҡа ҡараған, бәйләнешле. □ Иностранный, заграничный, зарубежный. Сит йола. Cum тел. К Рәсәйҙә сит ил туристарын
551