Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 552


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИТАЙ
уҙенә йәлеп иткән тәбиғәт мөғжизәләре бик куп бит. «Ағиҙел», № 1, 2013.
♦ Сит бауыр туғанлыҡ мөнәсәбәте булмаған сит кеше. □ Чужой. ■ Барыһын да хәл иткән аҡса йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәһенә көндән-көн нығыраҡ утеп инә: мәғарифҡа ла, мәҙәниәткә лә, ер-һыуыбыҙҙың сит бауырҙар ҡулына кусеуенә лә. «Башҡортостан», 14 июнь 2012.
СИТАЙ (Р.: воспалённый; И.: fiery red; T.: kızıllık) с. диал.
Сеп-сей ҡыҙыл (тәнгә ҡарата). □ Воспалённый, сильно покрасневший (о коже). ■ [Хаят:] Бәләкәй әсәй, ул әле мине мишәр турғайы, ситай, һары баш, тип әрләне. Һ. Дәүләтшина.
СИТАЙЫУ (ситай ) ҡ. диал. ҡар. ситәйеү. Ситайып торған куҙ.
СИТАҠА (Р.: голый; И.: naked; T.: çıplak) с. диал. ҡар. яланғас.
1. Өҫтөндә бөтөнләй кейеме булмаған. □ Голый, обнажённый, нагой; раздетый. ■ Минең өҫтәге кейемдән әсәйемдең тырышлығы арҡаһында ғына ситаҡа тән куренмәй. Ш. Янбаев.
2. Ныҡ тырыш, егәрле. □ Чересчур старательный, прилежный. Ситаҡа бала. Ситаҡа уҡыусы.
СИТЕК (ситеге) (Р: ичиги; И.: Morocco leather high boots; T: çizme) и.
Йоҡа күндән тегелгән йомшаҡ табанлы, оҙон ҡуныслы үксәһеҙ итек (калуш ҡата менән кейелгән). □ Ичиги, сафьяновые сапоги. Ҡыҙыл ситек. Ситек ҡунысы. Йоҡа кундән ситек. ■ Илмырҙа урамға сығып йөрөрҙән алда аяғындағы ситеге тышынан резина калуш, өҫтөнә таҙа кулдәк, бәрхәт камзол кейеп, йорт старшинаһы хоҡуғын биреусе миҙалды тушенә таҡты. Я. Хамматов. Аяғына буре тиреһенән тегелгән итеге урынына Әхмәтшаһ хәҙрәт, бында ҡырғыҙ-ҡайсаҡ далаһы тугел тип, йоҡа, ҡупшы кун ситек һәм калуш ҡата кейҙергәс, тиҙ ҡайтырға өмөтләнде. Ф. Янышев.
СИТЕКСЕ (Р: мастер; И.: light high boots maker; T.: ayakkabıcı) и.
Ситек тегеүсе. □ Мастер, шьющий ичиги. Н [Шәрәфиҙең] ауылдашы йылмайып:
«Мин бит һеҙҙән ике өй аша ғына ситексе Сәләхетдин малайы», —тине. Ә. Әһлиуллин.
СИТЕЛЕҮ (сител-) (Р: отстраниться; И.: become alienated; T.: uzaklaşmak) ҡ. диал. ҡар. ситләшеү.
Мөнәсәбәтте өҙөү, ситкә тайпылыу. □ Отстраниться, отчуждаться. Туғандарҙан сителеу. ■ Ситтә сителеп, ҡырағайланып бөткән был бала. Г. Яҡупова.
СИТИ [ингл. city] (Р: сити; И.: the City; T.: kent) и.
Бөйөк Британия һ. б. илдәрҙә эре ҡалаларҙың бизнес үҙәге. □ Сити. Мәскәу-сити.
СИТКЕ (Р: крайний; И.: endmost; Т.: son) с.
Бер яҡ ситтә булған; ситтәге. □ Крайний. Ситке өй. Ситке ҡыуаҡ. ■ [Рәхимә:] Урталағы тирмәлә ҡарттар, муллалар булыр. Ситкеһендә ҡатын-ҡыҙ ултырыр. Һ. Дәүләтшина.
СИТКӘ ҠАҒЫУ (ситкә ҡаҡ-) (Р: отталкивать от себя; И.: estrange; Т.: yabancılaştırmak) ҡ.
1. Үҙ итмәү, яҡын күрмәй йәберһетеү; ситләтеү. □ Отталкивать от себя; отвергать, обижать кого-л. ■ Ҡәйнәһен ул сағып тора, гелән ситкә ҡағып тора. Т. Арслан.
2. кусм. Риза булмай ҡаршы төшөү; кире ҡағыу. □ Отвергать. Тәҡдимде ситкә ҡағыу.
СИТКӘ ҠУЙЫУ (ситкә ҡуй-) (Р: отставлять; И.: remove; T: çekmek) ҡ.
1. Нимәнелер күҙ алдынан шылдырып ҡуйыу. □ Отставлять. Өҫтәлде ситкә ҡуйҙым. Китаптарҙы ситкә ҡуйып тор.
2. кусм. Иғтибарҙан сығарыу. □ Оставить без внимания. ■ [Ислам:] Хөкумәттең утенесен ситкә ҡуйып булмай. Д. Юлтый.
СИТКӘ ТИБЕҮ (ситкә тип-) ҡ. ҡар. ситкә ҡағыу 1. Туғандарҙы уҙ итмәй, ситкә тибеу.
СИТ-ҠЫРЫЙҺЫҘ (Р: бесконечный; И.: endless; T.: uçsuz bucaksız) с. диал.
Осо-ҡырыйы күренмәҫ, иге-сиге билдәһеҙ; иркен, киң. □ Бесконечный, безграничный, безбрежный, без конца и края. ■ Сит-ҡырыйһыҙ сахра кеуек майҙан ине [һарай]. Ш. Бабич.
552