СИТЛӘШЕҮ
СИТЛЕК (ситлеге) (Р.: клетка; И.: cage; T.: kafes) и.
1. Ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе бикләү өсөн арҡыры-буй тимер тотоп яһалған оя йәки ҡоролма. □ Клетка. / Клеточный. Ситлеккә ябыу. Ситлектә тотоу. Ситлектәге арыҫлан. Ситлектән сығарыу. ■ Абдулла, ситлеккә әле генә килтереп бикләнгән кейек кеуек, ҡайҙа барып бәрелергә белмәй, сикәһен устары менән ҡыҫып, ары-бире йөрөргә тотондо. Н. Мусин. • Ҡарғаны ситлеккә япмайҙар. Әйтем. Ситлек, алтын булһа ла, ситлек булыр. Мәҡәл.
2. кусм. Тотҡон, ирекһеҙ хәл. □ Неволя; заключение. ■ Талпынып та, өҙгөләнә әҙәм, ситлектәрҙә ваҡыт ҡыҫаһында. Ф. Кузбәков. Иректә лә, ситлектә лә, тәхеттә лә утә шул ғумерҙәр. С. Шәрипов. • Ситлеккә ябылғас, йыртҡыс та йыуашлана. Мәҡәл.
♦ Ситлектәге ҡош <кеүек> ирекһеҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Подчинённый, подневольный, соотв. Как птица в клетке.
■ Сәй эскән арала ҡоҙағый зарланып алды: «Ҡалала ни, тышҡа балкондан ҡарап, ситлектәге ҡош кеуек ултырам». Г. Яҡупова. Ситлектән ҡотолған ҡош кеүек иреккә, иркенлеккә сыҡҡан кешегә ҡарата әйтелә. □ Свободный, доел. Как птица, выпущенная из клетки. ■ Ситлектән ҡотолоп осҡан ҡош нисек, ул да шулай ине, тик ҡанаты ғына юҡ. Ә. Хәкимов.
СИТЛӘТЕЛГӘН ТЕЛМӘР (Р: косвен ная речь; И.: indirect speech; T.: dolayı aktarım) и. гром.
Сит кешенең һүҙҙәрен мәғәнәһенә зыян килтермәй ҡулланыу. □ Косвенная речь. Ситләтелгән телмәрҙе табыу. Һөйләмдәге ситләтелгән телмәр. Тура телмәрҙе ситләтелгән телмәргә әйләндереу.
СИТЛӘТЕЛЕҮ ( ситләтел-) ҡ. төш. ҡар. ситләтеү 1, 2. страд, от ситләтеү 1,
2. Эштән ситләтелеу. Ситләтелгән әҙәм.
■ Ҡәмһетелгән, иҙелгән, ситләтелгән, уҙе һымаҡ етем, берҙән-бер иң яҡын дуҫы булған Гәйзулланың йөрәген яраларға уйламағайны [Заһит]. Я. Хамматов.
СИТЛӘТЕҮ (ситләт-) (Р: отстранить; И.: estrange; stand off; T.: uzaklaştırmak) ҡ.
1. Ниндәй ҙә булһа эштән, урындан бушатыу. □ Отстранить. // Отстранение. Етәкселектән ситләтеу. Эштән ситләтеу.
2. Сит күреү, үҙ итмәй ҡыйырһытыу.
□ Отнестись с пренебрежением, не принимать в расчёт. ■ Өйҙә угәй әсәйҙең ҡатылығы, урамға сыҡһаң, «килмешәк», «ерһеҙ» тип ситләтеуҙәр арҡаһындалыр инде, мин бик моңһоу һәм ҡырыҫ булып уҫтем.
3. Биишева. Сажидә артыҡ ситләтеу ҙә, шул уҡ ваҡытта әсәләрсә тәрбиә лә курмәне. Н. Мусин. Берҙән-бер серҙәше китап була торғайны ҡыҙыҡайҙың, сөнки ошо донъя уны кәмһетмәне, ситләтмәне. Ф. Аҡбулатова.
3. Кинәйәләп, уратып килтереп ишара яһау. □ Намекнуть, сказать намёком, косвенно, иносказательно. ■ Нурғәле һаман эшләп маташты, ләкин уйы икенселә ине: башлаған һуҙҙе дауам итергә, ситләтеп-ситләтеп был алсаҡ ҡыҙҙың ҡылын сиртеп ҡарарға. Н. Мусин. Нәҫел-нәсәп, ҡәрҙәш-ырыу кеуек етди мәсьәләне ситләтеп утергә ярамай. Ә. Хәкимов.
4. Ситтән уратып йөрөү. □ Объехать, обходить стороной. Ситләтеп утеу. Ситләтеп йөрөу.
СИТЛӘҮ (ситлә-) (Р: идти по краю; И.: walk by the edge [of]; T.: kenardan yürümek) ҡ.
1. Нимәнеңдер ситенән генә барыу.
□ Идти по краю. Яр ситләп атлау. Балаҫ ситләп кенә утеу.
2. Янына, эргәһенә яҡын бармай урап үтеү. □ Обходить, пройти стороной, объехать. Ҡапҡанды ситләп утеу. Сәнскеле ҡыуаҡтарҙы ситләп утеу.
3. кусм. Яҡынлыҡты танымау, үҙ итмәү; иҫәпләшмәү. □ Отдалиться, отстраниться. // Отдаление, отстранение от кого-чего, отчуждение. Туған итмәй, ситләп йөрөй. М Әхирәттәре Фатиманан ситләне, уға .. ҡурҡыулы ҡараш ташлар булды. Ж. Кейекбаев.
4. кусм. Ниндәйҙер мәсьәләгә ҡағылмай, туҡталмай урау. □ Отклониться от вопроса. Финанс мәсьәләһен ситләп утеу.
СИТЛӘШЕҮ (ситләш-) (Р: отдаляться; И.: move away [from]; T.: uzaklaşmak) ҡ.
553