Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 554


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИТЛӘШТЕРЕҮ
1. Ситкә йүнәлеү; алыҫлашыу. □ Отдаляться. // Отдаление. Кәмә ярҙан ситләште.
2. кусм. Ниндәйҙер мәсьәләгә ҡағылмай ситләп үтеү, иғтибар итмәү. □ Отстраняться, отклоняться. Яуаплылыҡтан ситләшеу. Бурыстарҙан ситләшеу. М Баш врач: «Беҙ төп теманан ситләштек», — тип туҡтатты. Т. Ғарипова. Барыһын да буталсыҡ заманға япһарып, яуаплылыҡтан ситләшергә, ил, халыҡ алдындағы бурыстарыбыҙ хаҡында аҙ ғына ваҡытҡа ла оноторға хаҡыбыҙ юҡ. «Ағиҙел», № 5, 2011.
3. кусм. Яҡын мөнәсәбәтте өҙөү, ситкә тайпылыу; алыҫлашыу. □ Отворачиваться, отдаляться, отчуждаться. Дуҫтарҙан ситләшеп бөтөу. Тиҫтерҙәрҙән ситләшеу. Йәштәр китаптан ситләшә. М Екатерина Алексеевна тәуге көндәрҙә халыҡтан ситләшмәйенсә, улар алдында уҙенец «нурлы йөҙөн» курһәтеп йөрөнө. Ғ. Ибраһимов. Нәсимә уҙенец хәлен йәшермәй һөйләне, ир менән ҡатын араһындағы бындай мө-нәсәбәттец яҡынлыҡҡа тартасағын ул һиҙенә ине, тик ницәлер был итәғәтле кешенән ситләшмәне. 3. Ураҡсин.
СИТЛӘШТЕРЕҮ (ситләштер-) ҡ. йөкм. ҡар. ситләшеү 2, 3. понуд. от ситләшеү 2,
3. Туғанлыҡ мөнәсәбәтенән ситләштереу. Тәрбиә эшенән ситләштереу. М һуғыштан ҡайтып бер ай торғас, ырыуынан ситләштерергә тип, Юлайҙы Бәкәтиндәргә йортауай итеп тәғәйенләп тә ҡарағайнылар. Ғ. Ибраһимов.
СИТНАЙ ИКМӘК (икмәге) (Р.: ситный хлеб; И.: loaf made of fine flour; T.: ekmek) и.
Иләнгән аҡ ондан бешерелгән икмәк. □ Ситный хлеб. ■ Илмырҙа шат, ғорур һәм маһайыулы ҡиәфәт менән ярты туш-кә самаһы һарыҡ итен, ярты ситнай икмәкте, йоҙроҡ ҙурлығындай таш шәкәрҙе, бер әсмуха сәйҙе урындыҡҡа һалды. Я. Хамматов.
СИТРО [фр. citronnade ‘лимонлы эсемлек’] (Р.: ситро; И.: lemonade; lemo; T.: gazoz) и.
Алкоголһеҙ һалҡын емеш һыуы. □ Ситро. Ситро әҙерләу. Ситро эсеу.
СИТСА [гол. sits] (Р.: ситец; И.: calico; Т.: basma, çit) и.
Бер төҫлө йәки биҙәкле ябай еңел кизе-мамыҡ туҡыма. □ Ситең. Биҙәкле ситса. Ситса яулыҡ. Йомшаҡ ситса. М Аҡлы ла ситса кулдәгемдең яу(ы)рынҡайҙары кер булған. Еңгәкәйҙәремдең әйткән һуҙе йәш йөрәккәйҙәремә сир булған. Халыҡ йырынан. Байгилде ағай уларға бик матур, шау биҙәк кук ситсанан кулдәклек алып ҡайтты.
3. Биишева. Мәҙинә Еәлимәнец өҫтөндәге эре ҡыҙыл сәскәле йәшел ситса кулдәкте шунда уҡ шәйләне. Т. Ғарипова.
СИТТӘ ҠАЛЫУ (ситтә ҡал-) (Р: ос таться в стороне; И.: stand aside; T.: kenarda kalmak) ҡ.
Нимәгәлер йәлеп ителмәй ҡалыу, ҡыҫылмау. □ Остаться в стороне от чего. Йәмғиәт эшенән ситтә ҡалыу.
СИТУАЦИЯ [фр. situation < лат. situs] (Р: ситуация; И.: situation; T.: olay) и.
1. Ниндәйҙер шартта барлыҡҡа килгән бер төрлө хәл йәки мөнәсәбәт. □ Ситуация. Сәйәси ситуация. Киҫкен ситуация. Уңайлы ситуация. Проблемалы ситуация. К Мөхит, ситуация тәьҫирендә кеше бер мәлгә ихтыярынмы, һиҙгерлегенме юғалта, уҙаллылығы, ҡаршы тороу һәләте кәмей. Р. Байымов. Мәғҙән Мәғҙәнович, беҙ был хаҡта беләбеҙ, ситуация беҙҙең ҡулда. Д. Бүләков.
2. геод. Ситуация (картала йәки планда шартлы билдәләр менән курһәтелгән һыу, урман, тау, ауыл һ. б.). □ Ситуация.
СИТҺЕНДЕРЕҮ (ситһендер ) ҡ. ҡар. ситләтеү 2. S Оло ағаларының бәғзеһе ҡарсыға алды, Заятуләкте ситһендереп, уға ябалаҡ балаһы кеуек бер аҡ ҡош балаһы бирҙеләр. Халыҡ ижадынан.
СИТҺЕНЕҮ (ситһен-) (Р: чуждаться; И.: shy away from; T.: yadırgamak) ҡ.
Кемделер сит итеү, ят итеп күреү. □ Чуждаться, чураться. ■ Әле һаман мәктәпкә лә, мөғәллимәгә лә ылыға алмаған Емеш был көнө айырата ситһенеп ултырҙы.
3. Биишева. Аллаяр атаһын ситһенеп, ҡырыҫ булып уҫә. Ф. Иҫәнғолов.
554