Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 555


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИФАТ
СИТЫҠ (Р.: воспалённый; И.: fiery red; T.: kızıllık) с.
Сеп-сей ҡыҙыл (тәнгә ҡарата); ситаи.
□ Воспалённый, сильно покрасневший. Си-тыҡ тән.
СИТӘЙЕҮ (ситәй-) (Р: краснеть; И.: become inflammated; T.: yangılanmak) ҡ.
Ҡып-ҡыҙыл булып сейләнеү (тәнгә, яраға ҡарата). □ Краснеть, воспалиться (о коже, о ране). Ситәйгән ҡуҙ. Ситәйеп торған яра.
СИТӘН (Р: плетень; И.: wicker fence; T.: çit) и.
Талдан, сыбыҡтан үреп эшләнгән. □ Плетень. / Плетнёвый. Ситән уреу. Ситән буйы. Ситән ҡаҙығы. Ситән өй. Ситән аҙбар. ■ Ситән менән уратылған бәләкәй өйҙөң араталы ҡапҡаһы төбөндә кейеҙ ҡалпаҡ кейгән бабай менән аҡ яулығының ике осон эйәк аҫтына төйнәгән әбей ултыра. 3. Ураҡсин. Курәһең, куршенең йәш әтәсе, Ихсанбай әтәсенең уҙ тауыҡтарын куҙләуенән тамам биҙеп, уҙе һикереп менгән ситәнгә. Т. Ғарипова. • Һин дә турә, мин дә турә, талдан ситән кем урә. Әйтем.
СИТӘНЛӘҮ (ситәнлә-) (Р: городить; И.: fence off; T.: çitle çevirmek) ҡ.
Ситән менән уратыу, ситән тотоу.
□ Городить, огораживать плетнём. ■ Төтөндәрҙән куренә ваҡ өйҙәр, ситәнләгән уның тирәһен. Ғ. Амантай.
СИТӘҮКӘ (Р: тара; И.: wicker ware; T.: kutu) и.
1. Төрлө маҡсат өсөн ауыҙын тар, төбөн киң итеп сыбыҡтан үргән һауыт. □ Тара, посуда, плетённая из прутьев. Ҡорот ситәукәһе. Шешә ситәукәһе.
2. Бүре тотор өсөн ике ҡат ситәндән түңәрәкләп яһалған кәртә (алдатыр өсөн эсенә кәзә, бәрәс ҡуйыла). □ Двойной капкан на волка, плетённый из прутьев. Ситэукэ уреу.
3. диал. Талдан үргән ҡаҙ ояһы. □ Гусиное гнездо. Ситэукэ уреу. Н Хужа ҡаҙҙы ситэукэ эсенә ултыртып ҡуйған. Әкиәттән.
СИТ-ЯТ (Р: совершенно посторонний; И.: utterly alien; T: yabancı) c.
Бөтөнләй сит, шыпа ят. □ Совершенно посторонний, чужой. Сит-ят яҡ. Сит-ят кеше. Сит-ят куҙҙәр. К Тубырсыҡтай кәуҙәләрен һуғыш уты ялманы, кәлдәрен сит-ят илдәрҙең уҫал елдәре өсороп таратты. Ә. Хәкимов. Гумеремдең ун туғыҙынсы яҙын тыуған яҡтарҙағы тау, урман, яландарҙан алыҫта, Померания тип аталған сит-ят немец ерендә ҡаршыланым. Т. Ғиниәтуллин. Өйҙәгеләрҙән фатиха алмай, сит-ят тарафҡа алабарманланып сығып китеп, хаталанманымы икән Сәлим? С. Шәрипов.
СИФАТ I [ғәр. (Р: качество; И.: quality; T: sıfat) и.
1. Кемдең йәки нимәнеңдер асылын билдәләгән үҙенсәлек. □ Качество, признак, свойство характера. Кире сифат. Ыңғай сифат. Кешелеклелек сифаты. Яҡшы сифат. Ҡиммәтле сифаттар. И Кыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә Хәйрулла Йәғәфәрованың йөҙөндә уның тик уҙенә генә хас бер сифатын һиҙемләп алды. Д. Бүләков. Әхмәтзәки Вәлиди-тарихсының эшсәнлеге тәуге осоронан уҡ археограф, текстолог, телсе һәм әҙәбиәтсе маһирлығы сифаттары менән урелеп бара. Ғ. Хөсәйенов.
2. Нәмәнең яҡшылыҡ, яраҡлыҡ дәрәжәһе. □ Качество. / Качественный. Эштең сифаты. Сифатты юғалтыу. Сифатын тикшереу. ■ Геологтар мәғлумәте буйынса, бындағы руданың сифаты бер аҙ юғарыраҡ булырға тейеш, — тине шахта начальнигы. Я. Хамматов. Мария баҙыҡ тауыш менән әсирҙәргә — сифатлы аҙыҡ, ауырыуҙарға, яралыларға дауа талап итте. Ә. Хәкимов. • Сифаты юҡ та, һаны бар, норма тигән даны бар. Әйтем.
3. Кешене кеше, нәмәне нәмә иткән тышҡы һүрәт; ҡиәфәт, килеш-килбәт. □ Облик, образ. Гузәл сифат. Төрлө сифатҡа инеу. ■ Һоҡланамын булмыш сифатыңа, бейек һинең куңел донъяһы. Ш. Зөлҡәрнәева.
4. Вазифаһында, урынында. □ В роли, в качестве. ■ Колхоздың отчёт йыйылышында вәкил сифатында ҡатнашҡан Зәмлиханов ҡына: «Ут менән уйнайһың, Ҡотошов!» — тип курешмәй сағып утте. Ә. Хәкимов. Ултырышҡа хужалыҡтың баш
555