СИФАТ
агрономы сифатында Әхәт Искәндәров та килде. Б. Рафиҡов.
5. фәлс. Нәмәнең, күренештең төп үҙенсәлектәрен эсенә алған билдә. □ Качество. Сифат үҙгәреше. Һандың сифатҡа күсеүе.
СИФАТ II [ғәр. <*~=] (Р.: имя прилагательное; И.: adjective; T.: sıfat) и. гром.
Нәмәнең ниндәй ҙә булһа бер билдәһен белдергән һүҙ һәм уларҙы эсенә алған һүҙ төркөмө. □ Имя прилагательное. Сифат һүҙ төркомө. Сифаттарҙың яһалышы. Сифат дәрәжәләре.
СИФАТ ҠЫЛЫМ (Р: причастие; И.: participle; T.: sıfat fiil) и. гром.
Исемдең эшен, хәрәкәтен, билдәһен белдергән ҡылым төркөмсәһе. □ Причастие. Хәҙерге заман сифат ҡылым. Үткән заман сифат ҡылым. Һойләм башындағы сифат ҡылым.
СИФАТЛАУ (сифатла-) (Р: описывать; И.: define [a property]; T.: nitelendirmek) ҡ.
Нимәнеңдер үҙенсәлекле билдәләрен, һыҙаттарын күрһәтеү; һүрәтләү. □ Описывать, характеризовать, обрисовывать. // Описание, характеристика. Етәксенең эш стилен сифатлау. Эшсене эш урынында сифатлау.
СИФАТЛЫ I (Р: качественный; И.: quality; T.: kaliteli) с.
1. Ниндәйҙер сифатҡа эйә булған, киреһе — сифатһыҙ. □ Качественный. Түбән сифатлы. Юғары сифатлы.
2. Яҡшы сифатҡа эйә булған, сифаты юғары. □ Качественный, обладающий высокими качествами. Сифатлы тауар. Сифатлы аҙыҡ-түлек. Сифатлы орлоҡ сәсеү. S Харис бөтә нәмәгә лә хаҡ ҡуя .. белә һәм иң затлы, иң сифатлыға ынтыла. Г. Ғиззәтуллина. Үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек — экологик таҙа, сифатлы һәм ышаныслы ризыҡ. «Киске Өфө», № 14, 2013. Уҡыусыларға сифатлы белем биреү — төп бурыс, сөнки башланғыс кластарҙа һалынған яҡшы нигеҙ, төплө белем сығарылыш уҡыусыларының берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләрендә сағыла. «Осҡон», 27 август 2012.
СИФАТЛЫ II (Р.: качественно; И.: with [good] quality; T.: kaliteli) p.
Нимәнелер яҡшы итеп башҡарыу, киреһе — сифатһыҙ. □ Качественно. Юл сифатлы төҙөлгән. Сифатлы итеп эшләү. Н Хәйерсе ҡарт юлда бер нәмә таба, ул шул тиклем сифатлы була. Әкиәттән. Әле генә идара ултырышы тамамланды, яҙғы сәсеүҙе юғары сифатлы итеп үткәреү, ҡайһы баҫыуға ниндәй культура сәсеүҙән башлап ҡайһы бригадала кемдең аш бешереренә тиклем тикшерҙеләр. Б. Рафиҡов. Кейем-Һалым, йорт йыһазы ла тик сифатлы булырға тейеш ине уның [Харистың]. Г. Ғиззәтуллина.
СИФИЛИС [лат. Syphilus\ (Р: сифилис; И.: syphilis; old Joe; T.: frengi) и. мед.
Йоғошло венерик ауырыу. □ Сифилис. Сифилис йоҡтороу. Сифилис менән ауырыу. ■ Кемдәр генә ултырмай. Буры ла, жули-гы ла, берәҙәктәре лә, хәйерсеһе лә, сифилис ауырыуы йоҡторған кешеләр ҙә бар бында [камерала]. Я. Хамматов.
СИФИЛИТИК I (Р: сифилитик; И.: siff; syph; T.: frengi hastası) и. һөйл.
Сифилис менән ауырыған кеше. □ Сифилитик (человек, больной сифилисом). Сифилитикты дауалау.
СИФИЛИТИК II (Р.: сифилитический; И.: syphilitic; T.: frengi) с.
Сифилисҡа хас; сифилис тыуҙырған.
□ Сифилитический. Сифилитик сәбертке. Сифилитик үпкә ауырыуы. Сифилитик психоз.
СИФОН [гр. siphon ‘көпшә, насос’I (Р: сифон; И.: syphon; T.: sifon) и.
1. Юғары һауыттың ауыҙы аша түбәнгеһенә шыйыҡлыҡ ағыҙа торған төрлө оҙонлоҡтағы быуындарҙан ғибәрәт кәкре көпшә. □ Сифон (изогнутая трубка с коленами разной длины, по которой жидкость из сосуда с более высоким уровнем переливается в сосуд с более низким уровнем жидкости). Ер һуғарыу сифоны.
2. Газлы һыу әҙерләү һәм һаҡлау өсон шундай көпшә ҡуйып эшләнгән һауыт.
□ Сифон (бутылка, сосуд для газированной или минеральной воды). К [Өлтә-фиә — Иыһанурға:] Бынау һын, моғайын,
556