Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 557


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИХЫРЛАТЫУ
һин, алйот, сәй термосы тип уйлайһыңдыр әле. Булмай торһон. Ул .. сифон тип атала. С. Кулибай.
3. Паровоз мейесендә тартыуҙы көсәйтә торған прибор. □ Сифон (прибор для увеличения тяги в топке паровоза).
СИФОНЛЫ ЫЛЫМЫҠТАР (Р.: водоросли сифоновые; И.: green algae species; T.: yosun) и. бот.
Күҙәнәк төҙөлөшө булмаған йәшел ылымыҡтар. □ Водоросли сифоновые (зелёные водоросли, которые, в отличие от других представителей отдела, не имеют клеточного строения). Сифонлы ылымыҡтар менән ҡапланыу.
СИХРИ [ғәр. (Р: волшебный; И.: magical; T.: sihrî) с.
1. Сихырға (1) мөнәсәбәтле. □ Волшебный, колдовской. Сихри эш. Ж Әйләнәмдә әйләнеп сыҡты, сихырлап, көлгөләп, гүйә, һыҙҙы әйләнәмдә сихри йәндән дүңгәләк. Ш. Бабич.
2. кусм. Күңелде арбап иретерлек; һоҡланғыс. □ Чарующий, волшебный. Сихри донъя. Сихри матурлыҡ. Сихри кис. Сихри моң. Ж Бик көттөрөп кенә ай ҡалҡты, уның тәүге тоноҡ нурҙары ергә һибелде, ер өҫтө сихри моң менән тулған һымаҡ тойолдо. Я. Хамматов. Барса донъя ап-аҡ, сихри тынлыҡ. 3. Алтынбаева.
СИХРИ Л ЫҠ (сихрилығы) (Р: волшебство; И.: magic; T.: sihrilik) и.
Үҙенә арбаған серле үҙенсәлек. □ Волшебство. Төндөң сихрилығы. Моңдоң сихрилығы. ■ Урмандың сихрилығын, серле ҡеүәтен унда булырға яратҡан кешеләр генә аңлай торғандыр. С. Шәрипов.
СИХРИӘТЛЕ с. ҡар. сихри 1, 2. Сихриәтле мәл. Сихриәтле төбәк. Ж Тыуған өйөм, ерем! Ниндәй, ниндәй сихриәтле көскә эйәһең! Т. Ҡарамышева.
СИХУТ [рус. чахотка] (Р: чахотка; И.: ТВ; T.: verem) и. һөйл. ҡар. үпкә ауырыуы.
Махсус микроб тыуҙырған, үпкәне зарарлаған йоғошло ауырыу. □ Чахотка. Сихут булыу. Сихутҡа әйләнеү. ■ Равнялъщик, асыуланып, маширт головкаһындағы ҡомдо тигеҙләргә тотондо: «Сихут Михаилдан
ҡотолғайным. Хәҙер һин теңкәмә тейәһең. Башҡаларҙы ҡотортаһың». Я. Хамматов. Рифатты Сәлихә апай туҙҙырып әрләп ташланы: «Хәҙерҙән үк үпкәңде тәмәке төтөнө менән ыҫлағас, тора-бара сихутҡа әйләнәһең бит». Р. Байбулатов.
♦ Ҡоро сихут һалҡын тейеп, ҡаҡырыҡһыҙ йүткертә торған үпкә, тамаҡ ауырыуы. □ Сухой кашель.
СИХЫР [ғәр. I (Р: волшебство; И.: witchery; T: sihir) и.
1. Төрлө әмәл менән кешегә йәки тәбиғәткә үҙең теләгәнсә тәьҫир итеү ысулы һәм шул ысул менән барлыҡҡа килтерелгән хәл. □ Волшебство, колдовство, чародейство; магия. Сихыр белеү. Сихыр өйрәнеү. Ж Фәтҡулла, ғәҙәтенсә, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмая ла: «Был донъялағы ауырлыҡтарҙы еңеләйтә торған бер генә сихырҙы беләм мин: аҙыраҡ йоҡларға, күберәк эшләргә кәрәк», — тип кенә ҡуйыр ине. Н. Мусин.
2. күсм. Күңелде арбап иретерлек, һоҡланғыс сифат. □ Волшебство, колдовство, чародейство.
СИХЫР-ЗӘХМӘТ (Р: болезнь от нечистой силы; И.: ailments due to witchcraft; T: sihir) и. йыйн.
Һәр төрлө ауырыу. □ Болезнь от нечистой силы. Сихыр-зәхмәт менән ауырыу. Сихыр-зәхмәт ҡағылыу. Сихыр-зәхмәтте өшкөрөү.
СИХЫРЛАНЫУ (сихырлан) ҡ. төш. ҡар. сихырлау, страд, от сихырлау. Сихырланған кеше. Сихырланған нәмә. Ғишыҡ уты менән сихырланыу. Ж Гөлъямал бәхетле йылмайҙы һәм ҡаты көрһөнөп: «Яратмай шул. Сихырланған сәй һалып эсереп тә ҡараным, ярҙам итмәне. Яратмаҫ кеше яратмай икән», — тине. Я. Хамматов. Тәбиғәттең матурлығы, моңо аҫтында йоҡлай алмай ята инем сихырланып. Д. Юлтый. [Рамазан:] Сихырланған кеүек Санияға ҡарап торам, хатта үрелеп таҫтамалды алырға ла хәлем юҡ. Н. Мусин.
СИХЫРЛАТЫУ (сихырлат-) (Р: заколдовать; И.: bewitch; T: sihirlemek) ҡ.
Сихыр менән боҙоу. □ Заколдовать, испортить колдовством. Ж Бер еңгә тейеш
557