Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 558


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИХЫРЛАУ
бисә.. сихырлатты микән тип, [Шәурәнең әсәһе ] сихырсылар саҡыртып, сихыр ҡайтарырға куп мал тугә. М. Буранғолов.
СИХЫРЛАУ (сихырла-) (Р.: колдовать; И.: exhort; T.: sihirlemek) ҡ.
1. Кемделер, нимәнелер сихыр (1) менән боҙоу. □ Колдовать, заклинать. // Колдовство, заклинание. ■ Көнһылыу-ҙың һарғайып кибеуенең ниндәй ҙә булһа берәй сере барҙыр, куп кешеләр һоратты, сихырлағандарҙыр, тип, сихыр ҡайтарыусыларға ла барып ҡарайҙар. Халыҡ ижадынан. Ир маҡтаныр — ҡорал эшләр, төкөрөп һалдым, һикереп сыҡ, бер сабағын алып сыҡ, — тип һәр юлы ҡармағын сихырлай Ғабдулла. М. Кәрим. Байморат ҡарт, сихырсы сихырлағандай, ауыҙын асҡан килеш тегеләргә ҡарап ҡатҡан. Ф. Янышев.
2. кусм. Кешене һоҡланғыс бер сифаты менән арбау, үҙенә тартыу. □ Околдовывать, очаровывать, зачаровывать. ■ Талғын иҫкән япраҡ еле сихырлай яҙ кистәрен. Ф. Кузбәков.
СИХЫРЛЫ (Р: заколдованный; И.: bewitched; T.: sihirli) с.
1. Сихыр (1) тәьҫиренә дусар булған. □ Заколдованный. Сихырлы аш. Сихырлы кеше. ■ [Тимербай:] Беҙҙең бәхет Сәмреғоштоң алтын тажы аҫтындағы сихырлы ситлектә бикле ята, ти, бит ул! 3. Биишева. [Хисмәтулласа] .. шахта эсе сихырлы, серле донъя һымаҡ тойолдо. Я. Хамматов.
2. Сихыр көсөнә эйә булған. □ Волшебный, колдовской. ■ Был таяҡ сихырлы икән, шуның менән улек кешегә һуҡһаң, терелә лә китә икән. Әкиәттән. Сихырлы уҡ шундай ғәйрәт менән пәрейҙең ҡабырғаһына барып ҡаҙалғас, теге сайҡалып китә, ә Аллабирҙе атҡан уҡтан ул, тауҙан таш аҡтарылғандай, ергә гөрҫ итеп барып төшә, хатта кук кукрәп, ер тетрәп ҡуйғандай була. Халыҡ ижадынан.
3. кусм. Күңелде арбап иретерлек; һоҡланғыс, сихри. □ Чарующий, очаровательный. Сихырлы куҙ. Сихырлы тауыш. Сихырлы ҡараш. ■ Куңелен ярһытҡан сихырлы моң шауҡымына эсе бошҡан Колсобай ғына шымып барыуын белде. Я. Хамматов.
СИХЫРСЫ (Р: колдун; И.: voodoo; Т.: büyücü) и.
1. Сихыр менән шөғөлләнгән кеше.
□ Колдун, колдунья. Сихырсы әбей. ■ Батша ғәрләнә, бик ныҡ асыулана. Сихырсыһына ҡатынды сихырларға ҡуша. Әкиәттән. Үгәй әсә .. бер көндө сихырсы ҡарсыҡҡа барған да: «Сөйәлбайҙы ултерер өсөн миңә берәй әмәл өйрәт», — тигән. Әкиәттән. Ул [Әсфәндиәрмулла]яман сихырсы тугел, атаһы, ауырыуҙы ҡасырыусы сихырсы, — тип Сажиҙә ирен тынысландырырға ашыҡты. Я. Хамматов.
2. кусм. Тылсымсы. □ Волшебник; чародей, кудесник. Сихырсы таң ҡалдыра.
СИХЫРСЫЛЫҠ (сихырсылығы) (Р: колдовство; И.: witchcraft; T.: büyücülük) и.
Сихырсы шөғөлө. □ Колдовство, волшебство. Сихырсылыҡта ғәйепләу. Сихырсылыҡ менән шөғөлләнеу. ■ Зороастризм әҙәбиәтенең «Аҡыл рухының фаразламаһы» («Суждения Духа разума») тигән булектә шундай юлдар бар: «Яла яҡма, юҡһа ялған данға һәм гөнаһҡа юлығырһың, яла яғыу сихырсылыҡтан насарыраҡ». «Йәшлек», 27 апрель 2012.
СИХӘТ [ғәр. (Р: полезное свойство; И.: benefit; T: sıhhat) и.
һаулыҡ өсөн файҙалы тәьҫир; шифа.
□ Полезное свойство, польза (для здоровья). Сихәт булыу. Сихәт алыу. Сихәт биреу. Сихәт табыу. И Ағиҙелкәйҙәрҙең саф һауаһы тәнгә сихәт, йәнгә ҙур файҙа. Халыҡ йырынан. Ихсанбай яҙ ҡояшының йомарт нурына, тәнгә сихәт биреп өргән йомшаҡ еленә ирәйеп, аяҡтарын һуҙып ебәрҙе. Т. Ғарипова. [Миләушә:] Әсәйем, дегәнәк япрағының ете төрлө сиргә сихәте бар, тип ебәрә. Н. Мусин.
СИХӘТЛЕ (Р: благотворный; И.: beneficial; T: sıhhatli) с.
һаулыҡ өсөн файҙалы; шифалы. □ Благотворный, целебный для здоровья. Сихәтле доға. Сихәтле һыу. Сихәтле ҡымыҙ. ■ Килен, минең яратҡан эсмәлек шишмәмдән һалҡын һыу апҡайт. Һин килтергәне йәнемә сихәтле була торғайны. Ғ. Ибраһимов. Алыҫтан килгән кустәнәс
558