СКАУТ
был яҡтарҙа сихәтле һәм изге һанала, уны ауыҙ итергә бөтә курше-кулән йыйыла. Й. Солтанов.
СИХӘТЛЕК (сихәтлеге) (Р.: здоровье; И.: health, welfare; T.: sıhhatlik) и.
Иҫән-Һау булған хәл. □ Здоровье. Сихәтлек юҡ. Сихәтлек кәрәк. Н [Сардар] ҡартлығы яҡынлауҙан тыш, төрлө яуҙарҙа ике-өс тапҡыр йәрәхәтләнеуе арҡаһында, тән сихәтлеге ныҡ ҡына ҡаҡшап, һуңғы мәлдә ул куберәк ваҡытын йә тушәктә, йә намаҙлыҡ өҫтөндә уҙғара башланы. Ә. Хәкимов.
СИХӘТЛӘНДЕРЕҮ (сихәтләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. сихәтләү, понуд. от сихәтләү. Ауырыуҙы сихәтләндереу. Йәнде сихәт-ләндереу. Я Йукә кешеләрҙе уҙенең матурлығы менән генә һөйөндөрмәй, ә шифалы булыуы менән дә сихәтләндерә. «Йәшлек», 30 июнь 2009.
СИХӘТЛӘНЕҮ (сихәтлән-) (Р.: выздо равливать; И.: get well; T.: sıhhatlenmek) ҡ.
Ауырыуҙан ҡотолоу; һауығыу, шәбәйеү.
□ Выздоравливать, поправляться. // Выздоровление. Шифалы балдан сихәтләнеу. Шишмә һыуын эсеп сихәтләнеу. V Газ менән ағыуланыуҙан һаман булһа ныҡлап ҡына сихәтләнеп бөтмәйем әле. Д. Юлтый.
СИХӘТЛӘҮ (сихәтлә-) (Р: лечить; И.: cure; T.: sıhhatlemek) ҡ. диал.
Һауыҡтырыу, им-том итеү, дауалау.
□ Лечить. Куңелде сихәтләу. Тәнде сихәтләу.
СКАЙП [ингл. skype] (Р: скайп; И.: skype; T.: skype) и. инф.
Интернет селтәрендә аралашыу өсөн компьютер программаһы. □ Скайп (компьютерная программа для общения в сети Интернет). Скайп аша аралашыу. Скайп аша бәйләнешкә инеу. Бушлай скайп бәйләнеше.
СКАЛЬП [лат. scalpere ‘киҫеү’] (Р: скальп; И.: scalp; T.: yüzülmüş baş derisi) u.
Сәсе менән тунап алынған баш тиреһе.
□ Скальп. Скальп алыу.
СКАЛЬПЕЛЬ [лат. scalpere ‘киҫеү’] (Р: скальпель; И.: lancet; T.: anatomi bıçağı) и.
Хирургтың операция яһай торған бысағы. □ Скальпель. Скальпель менән ҡырҡыу. И Республиканың кардиология дис
пансеры хирургтары һигеҙ көнлөк баланың йөрәгенә операцияны уңышлы яһаған өсөн «Алтын скальпель» менән буләкләнде. «Башҡортостан», 19 ғинуар 2013.
СКАНЕР [ингл. scaner] (Р: сканер; И.: scanner; T.: tarayıcı) и.
Тексты, рәсемде һ. б. уҡып, компьютерҙың хәтеренә индерә торған ҡорамал. □ Сканер. Сканер аша уткәреу. Куп функциялы сканер.
СКАНЕРЛАУ (сканерла-) (Р: сканировать; И.: scan; T.: elektronik âletle tarama) ҡ.
Махсус нур ярҙамында яҙмаларҙы компьютер хәтеренә индереү. □ Сканировать. // Сканирование. Тексты сканерлау. Картинаны сканерлау. Сканерлау тиҙлеге.
СКАРЛАТИНА [ит. scarlattina < scarlatto ‘ҡуйы ҡыҙыл’] (Р: скарлатина; И.: scarlet fever; T.: kızıl) и. мед.
Температура күтәрелеү, сабыртма сығыу, ангина менән билдәләнеп, күберәк балалар ауырый торған бик йоғошло ауырыу.
□ Скарлатина. Скарлатина менән ауырыу. ■ Йәш балаларҙа дифтерия, скарлатина ауырыуҙары ҡатмарланған саҡта ла нервы тамырҙары шешеуе ихтимал. «Йәшлек», 23 апрель 2011.
СКАТ [исл. skata] (Р.: скат; И.: skate; Т: vatoz) и.
Диңгеҙҙә йәшәгән яҫы йыртҡыс балыҡ.
□ Скат (лат. Batoidea). Скаттың оҙонлоғо өс метрҙан ашып китә.
СКАТЕРТЬ [рус.] (Р.: скатерть; И.: tablecloth; T: masa örtüsü) и. ҡар. ашъяулыҡ 1.
Табын уртаһына түшәй торған йәймә.
□ Скатерть. Сигеуле скатерть. Аҡ скатерть. Скатерть тушәу.
СКАТКА [рус.] (Р: скатка; И.: sort of overcoat; T: dürüm) и. хәрби.
Яурын аша кейер өсөн йомарлап төрөп, ике осон ҡушып бәйләгән шинель. □ Скатка. Скатка яһау. Скатканы һутеу. ■ [Нурфәиз] .. башын шинель скаты өҫтөнә ҡуйып, салҡан һуҙылып ятты. Ш. Янбаев.
СКАУТ [ингл. scout ‘разведчик’] (Р: скаут; И.: scout; T: izci çocuk) и.
Балаларҙа, үҫмерҙәрҙә юғары гражданлыҡ сифаттар тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған
559