Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 560


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СКАУТЛЫҠ
ойошма ағзаһы. □ Скаут. Йәш скауттар. Скауттар слёты. Скауттар хәрәкәте.
СКАУТЛЫҠ (Р.: скаутизм; И.: the scouts system; T.: izcilik) и.
Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе мәктәптән тыш тәрбиәләү системаһы. □ Скаутизм (система скаутского воспитания детей и юношества). Скаутлыҡтың тәрбиәүи нигеҙҙәре.
СКАФАНДР [фр. scaphandre < гр. skaphe ‘кәмә’ + andros ‘кеше’] (Р.: скафандр; И.: pressure suit; T.: dalgıç elbisesi) и.
Төрлө шарттарҙа тереклек һаҡлау һәм эшләү мөмкинлеге биргән индивидуаль герметик кейем. □ Скафандр. Водолаз скафандры. Космонавт скафандры. Скафандр кейеп һыуға сумыу. ■ СССР-ҙа тәүге скафандр өлгөләре 1950 йылдарҙа әҙерләнә башлай. «Йәшлек», 13 апрель 2010.
СКВАЖИНА [рус.] (Р: скважина; И.: well; T: gedik, delik) и.
Ерҙе быраулап яһаған тәрән, тар тишек. □ Скважина. Быраулау скважинаһы. Нефть скважинаһы. Тәрән скважина.
■ 1944 йылдың сентябрендә 100-сө скважинанан ҡеүәтле девон нефте бәреп сыға. «Ағиҙел», № 2, 2010.
СКВАЙР [ингл. squire < лат. scutanus ‘ҡорал йөрөтөүсе’] (Р: сквайр; И.: squire; Т: beyefendi) и.
Англияла түбән дворян титулы; ер биләүсе. □ Сквайр (низший дворянский титул в Англии; землевладелец).
СКВЕР [ингл. square ‘шаҡмаҡ’] (Р: сквер; И.: square; T.: küçük şehir bahçesi) u.
Ҡала эсендәге бәләкәй баҡса. □ Сквер. Скверҙа йөрөү. Аҡмулла исемендәге сквер.
■ [Шамил] скверҙы бер нисә тапҡыр әйләнеп сыҡҡас, ҡапҡа тәңгәлендәге буш эскәмйәгә тағы барып ултырҙы. Я. Хамматов. Фирҙәүес, ҡыҙыҡайын етәкләп, урамға сығып өйләнмәксе булды, бына улар аулаҡ ҡына скверға инеп баралар. С. Шәрипов.
СКЕЙТБОРД [ингл. skateboard] (Р: скейтборд; И.: skateboard; T: skeytbord) и. спорт.
Асфальтта йөрөр өсөн ролик таҡта. □ Скейтборд. Скейтборд һатып алдым.
■ Заман йәштәре эштән йәки уҡыуҙан һуң холҡона тап килгән шөғөлөнә бирелә: кемдер скейтбордта шыуа, кемдер мопедта елдерә, кемдер роликта уҙыша, кемдер ҡул эше менән ултыра. «Шоңҡар», № 6, 2011.
СКЕЛЕТ [гр. skeleton] (Р: скелет; И.: skeleton; T: iskelet) и. ҡар. һөлдә.
Кеше һәм йәнлектәр тәненең тотоноп тороуын тәшкил иткән һөйәктәр берекмәһе.
□ Скелет. Хайуандарҙың скелеты.
СКЕЛЕТОН [ингл. skeleton ‘скелет, каркас’] (Р: скелетон; И.: toboggan, skeleton; T.: skeleton) и. спорт.
Олимпия уйындары программаһына ингән спорт төрө; сана шыуыу. □ Скелетон (олимпийский вид спорта). Скелетон — боҙло улаҡтан (тобоггандан) ҙур тиҙлектә сана шыуыу. ■ Скелетондың тиҙлеге сәғәтенә 130 саҡрымға етә. Бобслей һәм сана спорты араһында ул иң ҡурҡыныс спорт төрө һанала. «Шоңҡар», № 1, 2010.
СКЕПСИС [гр. skepsis ‘тикшереү’] (Р: скепсис; И.: scepsis; scepticism; T.: şüphe) и.
Нимәгәлер шиксел ҡараш. □ Скепсис (недоверчивое отношение к чему-л.). Скепсис уятыу.
СКЕПТИК I (скептигы) |гр. skeptikos ‘тикшереүсе’] (Р: скептик; И.: sceptic; T.: septik) и.
1. Скептицизм яҡлы кеше. □ Скептик.
■ «Ерҙә тормош бөтәсәк», — тип әҙәм аңын томаларға тырышҡан шарлатан аферистарҙың, дәлилдәр менән раҫланмаған хәбәр һөйләгән скептиктарҙың, урынһыҙ сәбәләнеүсе буш ҡыуыҡтарҙың өнөн тығырға теләй ул. Л. Яҡшыбаева.
2. Һәр нәмәгә шикләнеп, икеләнеп ҡараусан кеше; шиксел кеше. □ Скептик. Скептик фекер.
СКЕПТИК II (Р: скептический; И.: sceptic; T.: şüpheci) с.
1. Скептицизмға (1) мөнәсәбәтле.
□ Скептический. Скептик идеализм. Скептик фәлсәфә.
2. Скептицизм (2) менән һуғарылған.
□ Скептический. Скептик мөнәсәбәт. Тест һөҙөмтәләренә скептик ҡараш.
560