СКЛЕРОЗ
СКЕПТИЦИЗМ [гр. skeptikos ‘тикшереүсе’] (Р.: скептицизм; И.: scepticism; Т.: septiklik) и.
1. фәлс. Объектив булмышты үҙ дөрөҫлөгөндә белеү мөмкинлеген кире ҡаҡҡан философик ҡараш. □ Скептицизм.
2. Нимәнеңдер дөрөҫлөгөн, мөмкинлеген ҡаты шиккә алған мөнәсәбәт. □ Скептицизм. Ысынбарлыҡҡа скептицизм менән ҡарау.
СКЕРЦО [ит. scherzo ‘шаярыу’] (Р: скерцо; И.: scherzo; T.: skerzo) и. муз.
Ҙур булмаған музыкаль әҫәр. □ Скерцо. Балалар өсөн скерцо.
СКЕТЧ [ингл. sketch} (Р: скетч; И.: sketch; T.: skeç) и.
Ике-өс башҡарыусыға иҫәп тотоп яҙылған шаян йөкмәткеле ҡыҫҡа эстрада пьесаһы.
□ Скетч. ■ [Зәкиә Арсланова] филармонияла йырланы, бейене, скетчтарҙа уйнаны. И. Абдуллин.
СКИПЕТР [гр. skeptron} (Р: скипетр; И.: sceptre; T.: hükümdarlık asası) и.
Монархтың хакимлыҡ билдәһе һаналған, аҫыл таштар, семәрҙәр менән биҙәлгән таяҡ.
□ Скипетр. Алмас скипетр.
СКИПИДАР [рус.] (Р: скипидар; И.: turpentine; T.: terementi) и.
Ылыҫлы ағастарҙың сайырынан ҡыуып алына торған ҡырҡыу еҫле, төҫһөҙ йәки һарғылт шыйыҡлыҡ (медицинала, лак, буяу етештереүҙә һ.б. ҡулланыла).
□ Скипидар. Скипидар менән ыуыу. Скипидар менән таҙартыу. ■ Һәр кем үҙенең ҡулынан килгәнде башҡарҙы. Утарҙа ятып дегет һәм скипидар ҡыуҙылар, тыранса ярҙылар, тәгәрмәс туғыны әҙерләнеләр, сана табаны, дуға бөктөләр. Я. Хамматов.
СКИТ [гр. skytos ‘тире’] (Р: скит; И.: small monastery; T.: toplumdan kaçan kimsenin kapandığı evi) u.
1. Аскет монахтар йәшәй торған ҙур булмаған торлаҡ. □ Скит (небольшое уединённое жилище отшельника-монаха).
2. Старообрядсылар монастыры йәки ҡасабаһы. □ Скит (монастырь или поселение старообрядцев).
СКИФ [гр. skythai] (Р: скифы; И.: Scythian; T.: Iskitler) и. этн.
Беҙҙең эраға тиклемге VII быуаттан алып беҙҙең эраның III быуатына тиклем Ҡара диңгеҙҙең төньяғында йәшәгән үҙ-ара туғандаш төрлө күсмә ҡәбиләләрҙең дөйөм исеме; башҡорт составына ингән бер компонент. □ Скифы. Скиф ҡурғандары. Скифтар сәнғәте. ■ Бер нисә быуат дауамында Көнбайыш Европа ғалимдары, европоцентризм концепцияһынан сығып, скиф, сармат, савромат, алан, авар ҡәбилә берләшмәләрен, телдәрендәге фарсы-иран лексик ҡатламына таянып, уларҙы үҙҙәренең боронғо һинд-европа ата-бабалары итеп танытырға тырышты. Ғ. Хөсәйенов.
СКИФ-САРМАТ (Р: скифо-сарматы; И.: Scythian and Sarmatians; T.: Sarmatlar) и. этн.
Беҙҙең эраға тиклемге VII быуаттан алып беҙҙең эраның III быуатына тиклем Ҡара диңгеҙҙең төньяғында йәшәгән иран һәм төрки телдәрҙә һөйләшкән күсмә ҡәбиләләрҙең дөйөм исеме. □ Скифо-сарматы.
СКЛАД [рус.] (Р: склад; И.: warehouse; T.: depo) и.
Тауар, материал, сеймал, төрлө ҡорамал һаҡлай торған махсус бина. □ Склад. Хәрби склад. Аҙыҡ склады. Склад мөдире. ■ Дүртенсе палаткала склад, унда аҙыҡ, инструменттар, кейем-һалым һаҡлана. Ә. Бикчәнтәев. Оло юлда немецтарҙың машиналары шартлатыла, эреле-ваҡлы күперҙәрҙең, һәр төрлө складтарҙың көлө күккә оса торҙо. Ә. Хәкимов.
СКЛЕП [пол. sklep ‘баҙ’] (Р: склеп; И.: vault; T.: bodrum mezarı) и. ҡар. кәшәнә I.
Табут ҡуйыу өсөн ер аҫтына ҡаҙып яһалған махсус бина. □ Склеп (наземное или подземное помещение, в котором устанавливаются гробы). Шомло склеп.
СКЛЕРА [гр. sclEra ‘ҡаты’] (Р: склера; И.: sclerae; T: sklera) и. анат. ҡар. күҙ ағы 1.
Күҙ алмаһының аҡ өлөшө. □ Склера (белок глаза). Склера төҙөлөшө. Склера сирҙәре.
СКЛЕРОЗ [гр. skleros ‘ҡаты’] (Р: склероз; И.: sclerosis; T: skleroz) и.
Туҡымала йәки берәй ағзала ниндәйҙер махсус элемент әҙәйгәндә йәки уны тоташтырыу туҡымаһы менән алмаштырғанда
19- 1.0072.15
561