Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 573


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СОҠОРЛОҠ
Табын ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-табынцев. Арғы оста соҡорҙар йәшәй. Соҡорҙар урамы. Соҡорҙарҙан килен алыу.
СОҠОРАЙТЫУ (соҡорайт-) (Р.: делать углубление; И.: hollow; T.: çukurlu yapmak, çukurlatmak; çukur oluşturmak) ҡ.
1. Соҡор барлыҡҡа килтереү, соҡорло итеү. □ Делать углубление, яму; образовывать углубление. Ерҙе соҡорайтыу.
2. Йылмайғанда, көлгәндә биттә, эйәктә соҡорҙар барлыҡҡа килтереү. □ Образовывать ямочки. ■ Мәрзиә, төргәкте тотторғас, бит остарын соҡорайтып йылмайҙы. Т. Килмөхәмәтов. Мифтах, быға һис тә иҫе китмәгәнлекте белдереп, ҡорһағын бейетә-бейетә, бит остарын соҡорайтып көлдө лә серен асты. М. Садиҡова.
СОҠОРАЙЫУ (соҡорай-, соҡорая) (Р: превратиться в яму; И.: cave in; T.: çukur haline gelmek, çukurlanmak) ҡ.
1. Соҡор барлыҡҡа килеү, соҡор яһалыу; өңөлөү. □ Превратиться в яму, приобретать форму ямы, углубления; углубиться.
■ Матрёшка ултырыу сәбәпле соҡорайып, ҡараһыу булып уйылып ҡалған урынға уҙе килтергән өс ап-аҡ роза сәскәһен һалды. Т. Ғарипова. Баш зыңҡ итеп ҡалды, тишелдеме тип касканы сисеп ҡараһам, тишелмәгән, каска соҡорайып тора, шул да башты зыңҡытҡан икән. 3. Ураҡсин. Был юл да ҡаҙылған, куп урындары соҡорайып, ямғыр һыуы йыйылған. А. Таһиров.
2. Эскә батып, соҡорға әйләнеү (биткә, куҙҙәргә ҡарата). □ Ввалиться, впасть (например, о щеках). Соҡорайған яңаҡ. ■ Уның [эшсе ҡатындың] яулыҡ аҫтынан куренгән йыйырсыҡлы бите, соҡорайған куҙҙәре йылмая. Һ. Дәүләтшина.
3. Йылмайғанда, көлгәндә биттә, эйәктә соҡорҙар барлыҡҡа килеү; уйылыу. □ Образовываться (о ямочках на лице, на щеках).
■ Тыйнаҡ ҡына йылмайғанында ла ҡыҙҙың [Зәлифәнең] матур, йомроҡай эйәк осо соҡорайҙы, ҡаҡсараҡ оҙонса йөҙөнә алһыулыҡ бәреп сыҡты. Н. Мусин. Көлгәндә әсәйемдең бит остары соҡорайып китә. Ғ. Ғүмәр.
Гәуһәрҙең бит алмаһының соҡорайып, уйылып торған еренә бер ҡар бөртөгө килеп ҡунды. И. Ғиззәтуллин.
СОҠОРЛАНЫУ (соҡорлан-) ҡ. төш. ҡар. соҡорайыу 1—3. страд, от соҡорайыу 1—3. Соҡорланған юл. Бит алмалары соҡорланған. ■ Таштау .. карст мәмерйәләре менән соҡорланып бөткән. Д. Бураҡаев. Зифа һөйләй тормош юлдарын, ваҡыт-ваҡыт соҡорланып ҡуя иң уртаһы уң яҡ битенең. Ғ. Мәсғүт. Шарик, ҡапҡаны асып тормай, ҡапҡа аҫтынан ятып инеп йөрөнө микән — урталыҡ шымарып, соҡорланып ята. Т. Ғарипова.
СОҠОРЛАШЫУ (соҡорлаш-) ҡ. диал. ҡар. сөкөрләшеү 2. Балалар менән со-ҡорлашып алыу. Соҡорлашып ултырыу.
СОҠОРЛО (Р.: овражистый; И.: gullied; T.: çukurlu) с.
1. Соҡорҙар булған, тигеҙ булмаған. □ Овражистый, ухабистый. ■ Соҡорло урындарҙа ҡар ҙа куренгеләй. Й. Мостафин. Таштимер шишмәнән саҡ ҡына тубәндәрәк һыу йыйылған соҡорло урында резина биҙрәһенә һыу тултырып алды ла ярға кутәрелә башланы. Д. Бүләков. Соҡорло тыҡрыҡта шау-шыу ҡупты. И. Ғиззәтуллин. Ағасһыҙ, уләнһеҙ, киң, тигеҙ ҡом сахраһы һирәк-һаяҡ осрай торған соҡорло, уйһыу ерҙәрҙә бер нисә ҡаҙаҡ өйө, уларҙың тирмәһендә башын тубән һалыбыраҡ торған ат, ишәктәр генә куҙгә салынып ҡала. А. Таһиров.
2. Өңөлөп торған, бәләкәй соҡоро булған (биткә, эйәккә ҡарата). □ Имеющий ямку, с ямкой. Соҡорло маңлай. Бит алмалары соҡорло. ■ Әшрәф сандыр йөҙлө, оҙон нескә танаулы, һәр ваҡыт борсоулы куҙле, ә капитан — килбәтһеҙ, бошмаҫ йән. Киң маңлай, алғараҡ сығып торған соҡорло эйәк. И. Абдуллин.
СОҠОРЛОҠ (соҡорлоғо) (Р.: овражистая местность; И.: gullied terrain; T: çukurluk) и.
Соҡор-саҡырлы урын, тигеҙһеҙ ер. □ Овражистая местность, впадина, овраг, низина, ложбина, яма. ■ Соҡорлоҡто тигеҙләшеп,
573