СӨЛӘЙМӘН МӨҺӨРӨ
бабай рухына тип, хәйер бирәбеҙ. «Башкорт мифологияһы»нан.
СӨЛӘЙМӘН МӨҺӨРӨ (Р.: водяное растение; И.: hydrophyte; T.: su bitkisi) и. бот.
Томбойоҡтар ғаиләһенә ҡараған йыуан тамырлы, аҡ йәки алһыу сәскәле, ҡыҙыл йәки ҡара емешле, аҡһырғаҡҡа оҡшаш һыу үҫемлеге. □ Водяное растение, относящееся к семейству лилейных. Сөләймән мөһөрө сәскәһе.
СӨЛӘЙМӘН ПӘЙҒӘМБӘР (Р.: пророк Сулейман; И.: Prophet Sulaiman; T: Süleyman peygamber) и. дини. (баш хәреф менән)
Ислам динендәге пәйғәмбәр, Дауыт пәйғәмбәрҙең улы. □ Пророк Сулейман. Сөләймән пәйғәмбәр ғәскәре. Сөләймән пәйғәмбәр тарихы.
СӨЛӘН с. диал. ҡар. сөнәш. Сөлән булыу. Бигерәк сөлән дә инде уҙе.
СӨМI (Р.: глубокий; И.: deep; T: derin) с.
Тирәсе бейек, төбө тәрән булған.
□ Глубокий. Сөм һауыт. ■ Бына сабатаның һыңары әҙер, киндерәне тарта биреп, уның эргәләренең тигеҙлеген самаланы Ирғәле. Былай арыу кеуек, артыҡ сөм дә, йәйпәк тә тугел. Н. Мусин. Питомникта Хаят, ниндәйҙер хөрәфәткә һылтанып, шаҡтай яңы сөм калуштарын сәй ҡайнатып алған ут тамағына тыҡты. С. Шәрипов. Кинйәһолтан табынына ҡаҡланған тултырма, ҡаҙыһын туңәрәкләп ҡырҡып ултыртҡан, һарғайтып, купертеп бешергән кәлсәһе лә, бешкән ҡаймағы ла бар, ҡайын ороһонан ситтәре һырлап эшләнгән сөм туҫтаҡ менән ҡымыҙын килтереп ҡуйҙы. Н. Мусин.
СӨМ II (Р: усилительная частица; И.: very; T: pekiştirme eki) киҫ.
Сифаттың мәғәнәһен көсәйтеп килеүсе һүҙ. □ Усилительная частица, употребляющаяся с прилагательными, обозначающими цвет. Сом ҡара ҡарағат. ■ Тупраҡ сөм ҡара бында. М. Кәрим. Ҡасим .. ҡаштары ла, сәсе лә сөм ҡара ҡыҙҙың баҫып тороуын кургәндәй булды. Н. Мусин. «Йондоҙ ҡашҡа» бөрсәләй етеҙ, туп кеуек тумалаҡ, сөм ҡара ялдары туҙып тора, ҡолаҡтары ҡайсылай, арҡаһы һумалалай йылҡылдай.
Д. Бүләков. Кук йөҙө сөм зәңгәр, аяҙ булыуға ҡарамаҫтан, баҫыуҙы баҫыуға тоташтырып, дуға-йәйғор балҡый. Й. Солтанов. Дала яғында, ярты асманды аймап, сөм ҡара болот ҡуйыра, ара-тирә йәшен йәшнәй. Ә. Хәкимов.
СӨМ III (Р: тихо; И.: quiet; calm; softly; T: sessizce) р. диал. ҡар. шым.
Тауыш-тынһыҙ. □ Тихо. Сөм ултырыу. Сөм булыу. Сөм генә килеп инеу.
СӨМ IV и. диал. ҡар. сөмбәй I. Ҡул сөмө. Йылға сөмө. Сөмгә төшөу.
СӨМБӨЛ [ғәр. ‘башаҡ’] (Р: гиацинт; И.: hyacinths; T: sümbül) и.
1. бот. Ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған хуш еҫле, ойошҡан ваҡ ҡыңғырау сәскәле, ҡыяҡ япраҡлы гөл. □ Гиацинт (лат. Hyacinthus). Сөмбөл сәскәһе. ■ Иркәләп шат йәштәрҙең куңелдәрен, аңҡыны хуш еҫтәре сөмбөлдәрҙең. С. Ҡудаш. Таҙҙы табала ағас бәшмәге, сөмбөл сәскәһе, артыш, миләш, кейем һурентеһе, йөн, сәс яндырып төтәҫләйҙәр. «Башҡорттарҙың им-том китабынан.
2. иҫк. Иген башағы. □ Колос. Сөмбөл йыйыу. Бешкән сөмбөл. Туҡ сөмбөллө игендәр.
СӨМБӨЛӨ БАЙРАМЫ (Р: праздник осеннего равноденствия; И.: vernal equinox feast; T: güz gündönümü bayramı) и. этн. (баш хәреф менән)
Көҙгө көн менән төндөң тигеҙлек мәлендә үткәрелә торған байрам. □ Праздник осеннего равноденствия (21—22 сентября). Сөмбәлә байрамына әҙерләнеу. ■ Башҡорт халҡында элек көҙ көн менән тон тигеҙләшкәндә, ҡояштың тылсымлы торошона тура килгән мәлдәрҙә Сөмбәлә байрамы уткәрелгән. «Башҡортостан календарынан.
СӨМБӘЙ I (Р.: воронка; И.: swirl; Т: girdap) и.
Йылға, күлдә төбө соҡорланып ятҡан тәрән урын; сөмбәйел. □ Воронка (на дне реки, озера), омут. Сөмбәйҙәге балыҡтар. ■ Томбойоҡ араһындағы .. сөмбәйҙә әле лә, моғайын, ҡарыш аялыҡ бәрҙеләр леберләшеп яталыр. Н. Мусин. Һыу инергә был йылғаның ярҙары уңай икән, иң тәрән тигән сөмбәйе муйындан ғына икән. С. Кулибай. Бөгәрсә,
606