Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 608


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӨНБӨЛӘ
Юҡлыҡ мәғәнәһенә ҡаты ҡәтғилек биреүсе һүҙ; һис. □ Никак, вовсе, сроду. Сөн белмәйем. Сөн эшләй алмайым. Сөн уйламағанда.
СӨНБӨЛӘ [ғәр. ^] и. ҡар. Сөмбәлә 1. (баш хәреф менән) Сөнбөлә йондоҙо. ■ Ҡарыш ауылына килеп еттем Сөнбөлә йондоҙоноң әсәндә. «Батыршаның хаты». Йәй аҙағы еттеме — Сөнбөлә йондоҙонда, бөтә һунар эштәренән туҡтап, бишәр-алтышар ғаилә йыйылалар ҙа урман араһына һарына ҡаҙырға китәләр. Ғ. Ибраһимов.
СӨНДӨС [ғәр. ‘ебәк’] (Р.: тонкий шёлк; И.: fine silk; T.: ince ipek) и. иҫк.
Йоҡа ебәк туҡыма. □ Тонкий шёлк. Сөндөстән күлдәк тегеу. ■ Урыны ине фирҙәүестең түр башы, сөндөс, истәбраҡ-тан ине хөлләһе. Ш. Бабич.
СӨНКИ [фарс. (Р: потому что; И.: because; as; in consequence; T: çünkü) терк.
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдә баш һөйләм менән эйәрсен һөйләм араһындағы сәбәп мөнәсәбәтен белдерә. □ Потому что, вследствие чего, ибо. ■ Кәйеф ҡырылды, сөнки хәйләм килеп сыҡманы. Н. Мусин. «Әлләсе», — тине Искәндәр, сөнки ул үҙе лә бигүк белеп еткермәй ине әле был эштең асылын. Ә. Хәкимов. Мал табибы уйға ҡала, сөнки зиһене тарҡалып, фекерен Зөлпөкәй үҙ ихтыярына буйһондора. Д. Бүләков.
СӨННИ [ғәр. сЛ- ‘сөннәт’] (Р.: суннит; И.: Sunni; Sunnite; Т: Sunni) и. дини.
Сөннәт (3) мәҙһәбендәге кеше. □ Суннит. Сөнни булыу. Сөнниҙәр йүнәлеше. Сөнниҙәр башҡорттарҙа ла бар. ■ Иғтибарлап тыңлай биргәс, һабрау уларҙың [дәрүиштәрҙең] берәүҙәре — сөнни, икенселәре шиа икәнен белде. Ә. Хәкимов.
СӨННӘТ [ғәр. ‘йола’] (Р: обряд; И.: rite; T: âdet; sünnet) и. дини.
1. Йола, ғәҙәт. □ Обряд, обычай. Халыҡ сөннәте. ■ Йәрҙе һөймәк, ғишыҡ тот-маҡ — әнбиәләр сөннәте. Халыҡ йырынан.
2. Мосолмандарҙа ир баланы бабаға биреү йолаһы. □ Обряд обрезания. Сөннәткә биреү. Сөннәткә ултыртыу. ■ Һигеҙ йәшендә сөннәткә бирелер ғәүрәт ере. Ғ. Соҡорой. Ҡарсыҡ әйтә: «Беҙ — Мөхәммәт
өммәте, — ти, — тейеш булырға баланың сөннәте», — ти. Т. Арслан.
3. Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәрен Ҡөрьән менән тиң һанаған мосолман мәҙһәбе. □ Сунна (догмат, догматы религии, идущие от пророка Мухаммеда. Сунниты признают эти догматы наравне с Кораном). ■ Унан пәйғәмбәр сөннәте — өс, тип өс тапҡыр битен-күҙен сайҡатты, өс тапҡыр һыуҙы уртлап төкөрҙө Шәрғиә әбей. И. Ғиззәтуллин. Бер аҙ тын тартҡас, мулла, мөнбәренән төшөп, хөтбә сөннәттәренә күсер. Ғ. Хөсәйенов. • Пәйғәмбәрҙең сөннәте өс. Әйтем.
СӨННӘТ БАБАЙ и. диал. ҡар. сөннәтсе. Тәжрибәле сөннәт бабай. ■ Сөннәт бабай ир баланы сөннәткә ултырта. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
СӨННӘТ БҮЛМӘҺЕ (Р: передняя; И.: hallway; entrance-room; T: ön oda) и.
Мәсеттең сисенеп инә торған алғы бүлмәһе. □ Передняя (в мечети). Сөннәт бүлмәһендәге келәм. ■ Мәүлет бай .. мәсеттең сөннәт бүлмәһенең ишеген бикле тапты. Ғ. Дәүләтшин. Кайһы берәүҙәр сөннәт бүлмәһенә төштө, ҡайһылары манараға менеп китте. С. Агиш.
СӨННӘТ ДОҒАҺЫ (Р: молитва, читаемая при обряде обрезания; И.: prayer for circumcision; T.: sünnet merasimi duası) u. миф.
Сөннәтләгәндә уҡыла торған доға. □ Молитва, читаемая при обряде обрезания. Сөннәт доғаһын уҡыу. Сөннәт доғаһы көсө.
СӨННӘТ ИКМӘГЕ (Р: ритуальный хлеб; И.: ritual bread; T.: sünnet ekmeği) и. этн.
Сөннәт туйына килтерелгән икмәк йәки башҡа аҙыҡ. □ Ритуальный хлеб или другие продукты, приносимые на пиршество по случаю обрезания. Сөннәт икмәге тәме. Сөннәт икмәге бешереү.
СӨННӘТКӘ БИРЕҮ (сөннәткә бир ) ҡ. дини. ҡар. сөннәтләү. Ир-баланы сөннәткә биреү. Биш-ете йәштән сөннәткә биреү.
СӨННӘТКӘ УЛТЫРТЫУ (сөннәткә ултырт-) ҡ. дини. ҡар. сөннәтләү. Сөннәткә ултыртыу йәше. ■ Ир бала тыуғас, етен
608