сөнәш
се көнөндә сөннәткә ултыртҡандар. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан. Малайҙарҙы сөннәткә ултыртыу — оҙаҡ йылдар дауамында һаҡланып килгән боронғо йола, мосолманлыҡ билдәһе. «Йәшлек», 3 сентябрь 2009.
СӨННӘТЛЕ (Р.: подвергнутый обрезанию; И.: circumcised; T.: sünnetli) с. дини.
Бабаға бирелгән, сөннәткә (2) ултыртылған. □ Подвергнутый обрезанию. Сөннәтле ир бала. Сөннәтле булыу. ■ Ҡайһы бер малай сөннәтле булып тыуыр, улар изге була. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӨННӘТЛЕ БҮРЕК (бүреге) (Р.: меховая шапка, надеваемая под чалму; И.: sort of fur head-dress; T.: kürk şapka, takke) и.
Сәллә аҫтынан кейә торған ҡамалы бүрек.
□ Меховая шапка, надеваемая под чалму. Сөннәтле бурек тиреһе. ■ Йәшерәктәре, сөннәтле буректәрен ҡырын кейеп, көнбағыш яра. А. Таһиров.
СӨННӘТЛЕ ТЫУЫУ (сөннәтле тыу-) (Р: родиться «обрезанным» ; И.: be born with no praepucium; T.: sünnetli doğmak) ҡ.
Тыуғанда малайҙарҙың енес ағзаһының осондағы тиреһе булмауы. □ Родиться «обрезанным» (без крайней плоти). Сөннәтле тыуған малай.
СӨННӘТЛӘТЕҮ (сөннәтләт-) ҡ. дини. йөкм. ҡар. сөннәтләү, понуд. от сөннәтләү. Баланы сөннәтләтеу. Сөннәтсенән сөннәт-ләтеу.
СӨННӘТЛӘҮ (сөннәтлә-) (Р: совершать обряд обрезания; И.: perform circumcision rite; T: sünnetlemek) ҡ. дини.
Малайҙарҙың енес ағзаһының осондағы тирене ҡыҫҡартыу һәм ҡыҫҡартылғандан һуң, уны йән ерҙең үҙендә яһалған (теленгән) яраға беректертеп уңалдырыу; бабаға биреү.
□ Совершать обряд обрезания, подвергать обрезанию. Мосолмандарса сөннәтләу. ■ Борондан килгән мотлаҡ утәлергә тейешле сөннәтләу мосолмандарҙа ҙур байрам һаналған. «Йәшлек», 3 сентябрь 2009. Ислам дине сөннәтләуҙе уҙенсә файҙаланған: уныңса, ошо йоланы утәгән кеше генә уҙен мосолман тип иҫәпләй алған. В. Ғүмәров.
СӨННӘТСЕ (Р: человек, совершающий обряд обрезания; И.: person doing circumcision; T: sünnetçi) и. дини.
Сөннәткә (2) ултыртыусы; баба. □ Человек, совершающий обряд обрезания. Сөннәтсе шөғөлө. ■ Сөннәтте махсус кеше — баба йә сөннәтсе башҡарған. Сөннәтселәр, бабалар араһы, нәҫеле булған, һәр сөннәтсенең уҙе генә белгән им-томо, әйтә торған әпсендәре, һамаҡтары булған. «Борай фольклоры»нан. [Сажиҙә:] Хафиз бабаны маҡтайҙар, йәш сөннәтсе булһа ла, уҙ һәнәрен һәйбәт белә, тиҙәр. Я. Хамматов.
СӨННӘТ ТУЙЫ (Р.: пиршество по случаю обрезания; И.: circumcision feast; T: sünnet düğünü) и.
Сөннәт үткәрелеүгә арналған табын, байрам. □ Пиршество по случаю проведения обрезания. Сөннәт туйы уткәреу. ■ Сөннәт туйы яҙ көнө баланы сөннәткә ултыртҡас уткәрелә. «Борай фольклоры»нан.
СӨННӘТ ӘПСЕНЕ и. ҡар. сөннәт доғаһы.
СӨНӘҒӘТ [ғәр. ‘оҫта’] (Р: искусный; И.: skilful; T.: usta, becerikli) с. иҫк. ҡар. оҫта.
Оҫта ҡуллы. □ Искусный, умелый. Сөнәғәт булыу. Сөнәғәт ир. Бик сөнәғәт кеше.
СӨНӘҒӘТЛЕК (сөнәғәтлеге) (Р: мастерство; И.: skill; mastery; T.: ustalık, beceriklilik) и. иҫк.
Оҫталыҡ, таҫыллыҡ. □ Мастерство, способность, умение. Сөнәғәтлек курһәтеу. ■ Сөнәғәтлегем булмағас, мал тураһында әйтә алмайым, һуйғаным юҡ. Экспедиция материалдарынан.
СӨНӘЙГӘ КИТЕҮ (сөнәйгә кит-) (Р: засыпать; И.: fall asleep; get off; T.: uyumak) ҡ. диал.
Йоҡоға талыу. □ Засыпать. Бала сөнәйгә киткән. ■ Баш йомшаҡҡа тейһә, нимә булғанын уҙегеҙ беләһегеҙ — сөнәйгә киткән дә барғанмын шул. 3. Хисмәтуллин.
СӨНӘШ (Р.: скупой; И.: avaricious; stingy; T.: cimri) с. диал. ҡар. һаран.
Нәмәһен йәлләгән, һыҡмыр. □ Скупой, жадный. Сөнәш ҡарт. Сөнәштән бер ни артмай.
609