Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 610


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

сөңгөл
СӨҢГӨЛ I и.
1. ҡар. сөмбәй I. ■ Ваҡыт, ваҡыт! һинең тәрәнлеккә ниндәй генә сөңгөл тиң килгән?! Р. Назаров.
2. диал. Һыу өйөрмәһе, өйөрмә. □ Водоворот. Сөңгөлдә ҡалыу. ■ Әхмәҙей сөңгөлдән сығыр өсөн йән көсөнә иште. Л. Яҡшыбаева. Бер мәл һине сөңгөл ялмап алды, ҡөлас ташлап һыуҙа йөҙгәндә. Р. Ғарипов.
СӨҢГӨЛ II с. диал.
1. ҡар. сөмгөл II. Йылғаның сөңгөл урыны. ■ Бер бакенға ут тоҡандырғандан һуң, Әхмәҙей абайламай ҙа ҡалды, кәмәһе шаршыға боролоп инде. Сөңгөл урын уларҙы әйләндерә башланы. Л. Яҡшыбаева.
2. ҡар. сөм I. Сөңгөл һауыт. Сөңгөл калуш.
СӨҢГӘ и. диал. ҡар. сәтәкәй. Сөңгә бармаҡ. Сөңгәгә йөҙөк кейеу.
СӨҢКӨЛДӘК (сөңкөлдәге) (Р: ворчун;
И.: grumbler; T.: homurdanıp duran) и.
Сөңкөлдәп, күп һөйләнгән кеше. □ Ворчун. / Ворчливый. Сөңкөлдәк бисә. Сөңкөлдәк булыу.
СӨҢКӨЛДӘТЕҮ (сөңкөлдәт-) (Р: позволять ворчать; И.: let grumble; T.: homurdanmasına izin vermek) ҡ.
Ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләнергә юл ҡуйыу. □ Позволять ворчать. Сөңкөлдәтеп ҡуйыу. Сөңкөлдәтеп ебәреу. Куп сөңкөлдәтеу.
СӨҢКӨЛДӘҮ (сөңкөлдә-) (Р: ворчать; И.: grumble; growl; T.: homurdanmak) ҡ.
1. Ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләнеү. □ Ворчать. Сөңкөлдәп ултырыу. ■ Вәрәҡә әбей .. Мәрғиә алдында бер талай сөңкөлдәп алды. Р. Өмөтбаев. [Усман:] Ҡуйсы, сөңкөлдәмә әле, бисәкәй. Н. Иҙелбай. Ҡолош мулланың көн дә сөңкөлдәп маҙаһыҙлауынан [Хөббөнисаның] башы айныған. Т. Хәйбуллин.
2. ҡар. сөкөрләшеү 2. Һөйөклө йәмәғәтем .. сөңкөлдәп, бер әхирәте менән серләшә. Й. Солтанов. [Ишмырҙаның олатаһы] балалар, бер-берегеҙгә ауыр һуҙ әйтеп, аслан куңел ҡырмағыҙ, тип юҡҡа ғына сөңкөлдәмәй, курәһең. Н. Мусин.
СӨҢКӨЛДӘШЕҮ (сөңкөлдәт-) ҡ. урт. ҡар. сөңкөлдәү 2. взаимн. от сөңкөлдәү 2. Өсәуләп сөңкөлдәшеу. ■ Хәҙер сөңкөлдәтеп,
пар кугәрсендәр шикелле, икәу йәшәп яталар ана [Луиза менән Неседко]. Н. Мусин. Ғабдулла ағай менән Латифа апай әле икәуҙән-икәу генә сөңкөлдәтеп, яйлап сәй эсеп ултыралар. Ф. Рәхимғолова.
СӨҢКӘ I с.
1. диал. ҡар. сөмгөл II. Сөңкә ятыулыҡ. Сөңкә урын.
2. ҡар. сөм I. Сөңкә һауыт. ■ Сөңкә тәрилкәгә һалынған картуф ала-ҡола итеп әрселгәйне. Ә. Хәкимов. «Ыһ-һым!» — тине Ғата, алдындағы сөңкә тәрилкәне өҫтәл уртаһына этеп. һурпаһы сайпылып китте. Д. Бүләков.
СӨҢКӘ II и. диал. ҡар. сынаяҡ. Сөңкә менән сәй эсеу. Сөңкә менән һыу алыу. Сөңкәне туңкәреп ҡуйыу. ■ Ерле һөйләштә сынаяҡ — сөңкә, сынаяҡ аҫты жәйпәк (жәйкә) булараҡ йәшәп килә. «Йәшлек», 16 декабрь
2011.
СӨҢКӘ III (Р: выемка; И.: cut, pit; T.: çukur, oyuntu) и. диал. ҡар. уйҙыҡ.
Бәләкәй генә булып соҡорланып торған урын. □ Выемка, маленькое углубление, впадина. Сөңкә яһау. Сөңкәгә һыу йыйылған. Был ерҙә сөңкәләр куп.
СӨҢКӘ IV (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-юрма-тинцев. Сөңкә араһы кешеләре. Сөңкәләр яғы бәйгелә еңеп сыҡты.
СӨҢКӘЙЕҮ (сөңкәй ) (Р: наклоняться; И.: bend; stoop; T.: eğilmek) ҡ. диал. ҡар. ауышыу 1.
Ауыш хәлгә әйләнеү, ҡыйшайыу. □ Наклоняться; перекашиваться. // Наклон; перекашивание, перекос. Һулға сөңкәйеу. Ныҡ сөңкәйеу. Бер яҡҡа сөңкәйгән йорт. Иҫкереуҙән кәртә-ҡура алға сөңкәйгән. ■ Ике баркас ҡасандыр батҡан, ҡырын ята. Бер кескәй пароход моронон юғары кутәреп артҡа сөңкәйгән. А. Таһиров.
610