СӨРКӨҮ
СӨҢКӘЙТЕҮ (сөңкәйт ) (Р.: наклонять;
И.: bend; tilt; bow; stoop; T.: eğildirmek) ҡ. диал. ҡар. ауыштырыу 1.
Ауыш хәлгә килтереү, ауыш итеү. □ Наклонять, перекашивать. Сөңкәйтеп ҡуйыу. Яулыҡты сөңкәйтеп ябыныу. Кәбәнде сөңкәйтеп ҡойоу.
СӨҢКӘ УЛТЫРТЫУ (сөңкә ултырт-) (Р.: ставить пиалу; И.: put a teabowl; T.: fincan koymak (tedavi usulü)) ҡ. миф.
Йөрәк ауыртҡан урынға сынаяҡ ҡуйып дауалау. □ Ставить пиалу (магический способ лечения сердца с помощью опрокидывания пиалы на больное место). Сөңкә ултыртҡандар уға. Сөңкә ултыртыуға барыу. Белемсенән сөңкә ултырттырыу.
СӨПӨКӘ (Р: низкорослый; И.: scrubby; T.: kısa boylu) с. мыҫҡ. диал. ҡар. төпөш.
Йыуантыҡ, тәбәнәк буйлы; буйға бәләкәй.
□ Низкорослый. Сөпөкә буйлы. Сөпөкә генә малай.
СӨПӨЛДӘТЕҮ (сөпөлдәт-) (Р: целовать; И.: kiss; buss; T.: öpmek) ҡ.
1. Сөп-сөп иттереп үбеү. □ Целовать; чмокать. Баланы сөпөлдәтеп үбеү.
2. Ирендәрҙе бер-береһенә тейҙереп айырғанда (һурғанда, ялағанда) сығарған тауышты белдерә. □ Чмокать, причмокивать, хлюпать; лакать. Ирендәрҙе сөпөлдәтеү. Бесәй балаһы сөпөлдәтеп һөт ялай.
СӨПӨЛДӘҮ (сөпөлдә-) ҡ. ҡар. сөпөлдәтеү 2. Сөпөлдәп ултырыу. Сөпөлдәп ҡуйыу.
СӨПРӘ и. диал. ҡар. сүпрә. Ҡомалаҡ сөпрәһе. Ҡамырға сөпрә һалыу. Сөпрә әҙерләү. Кибет сөпрәһе.
СӨПСӨНӨҮ (сөпсөн-) (Р: пожевать;
И.: champ a bit; T: çiğnemek) ҡ.
Әҙ-мәҙ эләктергеләп ҡапҡылау. □ Пожевать, погрызть. Сөпсөнөп ултырыу. ■ Быйыл бесәндең таҙа, яҡшы булып уңыуы, арыштан да аҙ-маҙ сөпсөнөү сәбәпле, көрән ат һимергән. Ғ. Дәүләтшин.
СӨП-СӨП (Р: подражание звуку; И.: imitative word; T.: ses taklidi) оҡш.
Һурғанда, ялағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возникающему при сосании и облизывании. Сөп-
сөп итеү. Сөп-сөп килеү. Бесәй һөттө сөп-сөп итеп ялап бөттө.
СӨР I (Р: шар; И.: disk; puck; Т: top) и.
Сәкән тубы. □ Шар (в детской игре с клюшкой); шайба. Сор һуғыу. ■ Минең сәкәнем дә, сөрөм дә, .. ашыҡ бәкәлсәйҙәрем дә бүртлек мөйөшөндә ине. С. Кулибай. Сыр-сыу килеп урамдарҙа сөр һуғыуҙы хуп күрәләр [балалар]. Ш. Тамъяни.
СӨР II, сөр-р (Р: подражание трелям птиц; И.: chirp!; T.: ses taklidi) оҡш.
Ваҡ йәнлектең, ҡоштоң йәки һыҙғыртҡыстың һ. б. ҡалтырап сыҡҡан нәҙек тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание трелям птиц, звуку свистка, детской свистульки и т. д. Сөр итеү. Ҡоштар сөр итеп һыҙғыра. Һыҙғыртҡысты сөр-р итеп һыҙғыртыу.
СӨР III (Р: возглас при детской игре в чижик; И.: onomatopoetic word; T.: haykırış, ünlem) ымл.
Сүрәкә уйынында тын алмай йүгергәндә әйтелгән һүҙ. □ Возглас при детской игре в чижик, когда игрок должен донести чурку до определённого места на одном дыхании. Сөр итеп йүгереү.
СӨРКӨЛДӘҮ (сөркөлдә-) (Р: щебетать; И.: chirp; twitter; T.: cıvıldamak) ҡ.
1. Сөрк-сөрк итеү, сөрк-сөрк килеү. □ Щебетать; крякать. Турғайҙар сөркөлдәүе. Күлдә сүрәгәй өйрәк сөркөлдәй.
2. диал. ҡар. сөкөрләү. Сөркөлдәп ултырыу. ■ Оҫтабикә .. сәй янында көндәге кеүек сөркөлдәп һөйләшмәне. А. Карнай.
СӨРКӨЛДӘШЕҮ (сөркөлдәш ) ҡ.
1. урт. ҡар. сөркөлдәү 1. взаимн. от сөркөлдәү 1. Сүрәгәй өйрәктәр сөркөлдәшә.
2. ҡар. сөкөрләшеү 2. Сөркөлдәшеп йәшәү. ■ Сәүиә, көндөҙ әхирәттәре менән сөркөлдәшкәндәге кеүек итеп, серле генә йылмайҙы. Яр. Вәлиев. Уфтана йомшаҡ күңелле әбей. Раил йөрөүенән туҡтармы, ике йәш йөрәк сөркөлдәшеп кенә торорҙармы, тип көтә ул. А. Ғирфанов. Беҙ еңгәгеҙ менән шулай сөркөлдәшеп йәшәйбеҙ. Т. Арслан.
СӨРКӨҮ (Р.: осиновая гнилушка; И.: aspen punk; T.: titrek kavak sopası) и.
Ҡорт ҡарағанда төтәтеү өсөн хеҙмәт иткән суҡмар башлы, тотҡалы уҫаҡ сөрөгө.
611