СӨРК-СӨРК
□ Осиновая гнилушка (с утолщением на конце, применяется при окуривании пчёл). Сөркөу яһау. Сөркөу менән бал ҡорттарын төтәтеу.
СӨРК-СӨРК (Р: чирик-чирик; И.: weetweet; T.: cıvıl cıvıl) оҡш.
Ваҡ ҡоштарҙың тамағынан ҡалтыранып сыҡҡан өҙөк-өҙөк нәҙек тауышты белдергән һүҙ. □ Чирик-чирик (подражание многократному щебетанию мелких птиц). Сөрк-сөрк итеу. Сөрк-сөрк килеу.
СӨРКӘ (Р: сивка; И.: grey steed; T: gri at) и. диал.
Күк ат. □ Сивка. Ҡолонло сөркә. Сөркәне егеу. Бер сөркәм бар егеугэ.
СӨРКӘМӘ (Р: пирожок; И.: patty; pie; T.: börek) и. кул. диал. ҡар. бөккән.
Бөгөп яһалған ваҡ бәлеш. □ Пирожок; пирожки. Картуфтан сөркәмә. Сөркәмә бешереу. Сөркәмәгә ҡамыр баҫыу.
СӨР ҠУРАЙ и. ҡар. сор ҡурай. Сөр ҡурайҙа уйнау. Сөр ҡурай яһатыу.
СӨРЛӘК (сөрләге) и. диал. ҡар. сөрөм. Сөрләк аулау. Сөрләк өйөрө.
СӨРЛӘТЕҮ (сөрләт-) (Р: свистеть; И.: whistle; T.: ıslık çalmak) ҡ.
1. Сөр (II) иттереү, сөр-сөр иткән тауыш сығарыу. □ Свистеть, насвистывать. Сөрләтеп ҡуйыу, һыбыҙғыһын сөрләтеп ҡысҡыртып ебәрҙе.
2. ҡар. сөбөрләтеү. Һыу сөрләтеу. ■ Көслө беләк сипаратты көйгә йырлата, ҡуйы һөттән айырып, ҡаймаҡтарын силәктәргә тугә, сөрләтә. Ғ. Мәсғүт.
СӨРЛӘҮ (сөрлә-) (Р: свистеть; И.: whir; T.: ıslık çalmak) ҡ.
1. Сөр (II) итеп ҡысҡырыу; сөр-р итеү.
□ Свистеть, трещать. Сөрләп ебәреу. Бер туҡтауһыҙ сөрләу. Һаҙлыҡта төрлө ҡоштар сөрләй.
2. кусм. һыҙып ҡына сөр-сөр итеү (шыйыҡлыҡҡа ҡарата). □ Журчать. Сөрләп ағыу. ■ Коралайҙыц имсәгенән һөтө сөрләп ағып киткәнен кургәс, Әсмәнец атаһы аңлап алған: бының балаһына бер-бер хәл булған, моғайын. Г. Яҡупова. Тупраҡ кеуек ҡара өҫ-башым, баҫыу моңо — ғумер юлдашым.
Ер — ҡара, тик ап-аҡ быу сыға, баҫтың иһә — сөрләп һыу сыға. Р. Назаров.
3. Асығыуҙан эс көтөрләгәндә сыҡҡан тауыш. □ Урчать (о желудке). Эсе сөрләп тик торҙо.
СӨРӨК (сөрөгө) (Р: гнилушка; И.: piece of rotten wood; T.: çürük ağaç parçası) u.
Серегән, ыуалып торған ҡоро ағас киҫәге. □ Гнилушка. Бурәнә сөрөгө. Сөрөк киҫкәләре. Ағас сөрөгө. Сөрөккә әйләнеу.
■ Киҫелгән ботаҡтар сөрөккә әйләнәләр. Я. Хамматов. Атайым лапаҫ тубәһенә ҡыҫтырып ҡуйылған сөрөктө аласыҡтан төтәтеп алып сыға. Ш. Янбаев. Сөрөк һибеп кенә ҡаны туҡтатылған йәрәхәте һулҡылдап һыҙлай, шеше, яңағына йәйелеп, йөҙөн салышайтып ебәргән [Сәйфөлмөлөктөң]. Ә. Хәкимов. Геологтар, Гөлсөм, серәкәй килмәһен өсөн, сөрөктән төтөн һалып, палатка алдында көлөшә-көлөшә һөйләшеп ултыралар ине. Н. Мусин.
♦ Сөрөк киҫкәһе әхлаҡһыҙ, ҡомһоҙ кеше хаҡында. □ пренебр. Гниль (аморально разложившемся человеке). ■ [Колморҙа -Сурағолға:] Мин .. һинең дошманың, Сурағол. .. Турәләреңә ни әйтергә уйлайһың, сөрөк киҫкәһе. Т. Хәйбуллин.
СӨРӨКЛӨ (Р: гнилой; И.: rotten; putrid; T.: çürüklü) с.
Серегән, ыуалып, ҡойолоп торған. □ Гнилой. ■ Бер йәй әбей менән бабай Калыу уңеренә еләккә барғанда ҡырмыҫҡаһыҙ, сөрөклө туңгәктән ир бала табып алып ҡайталар. Халыҡ ижадынан.
СӨРӨКЛӘНЕҮ (сөрөклән-) (Р: сгни вать; И.: rot; T.: çürümek) ҡ.
Сөрөккә әйләнеү, сереү. □ Сгнивать, превращаться в гнилушку. Таҡталар сөрөкләнгән. Өйҙөң бурәнәләре сөрөкләнеп бөткән.
■ Кәртәләр эсендәге ҡайындар араһында ҡартайып ауғандары ла бар икән. Куптән ауғандары ергә лыпын тушәлеп ятҡан, олоно сөрөкләнеп, ҡырмыҫҡалар, ҡуңыҙҙар ояһына әуерелгән. Ш. Янбаев. Таш торлаҡ эсендә сөрөкләнеп бөткән һике, өҫтәл ҡалдыҡтарын, ағастай ҡаҡланып ҡатҡан ҡайыш бауға аҫыу лы ватыҡ сәңгелдәк һөлдәһен, һауыт-
612