Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 613


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӨРСӨНӨҮ
һаба ярсыҡтарын бөгөн дә курергә мөмкин. Ә. Хәкимов.
СӨРӨКЛӘҮ (сөрөклә-) (Р.: окуривать пчёл; И.: smoke; smudge; T.: anları dumanla sersemletmek) ҡ. диал. ҡар. төтәҫләү.
Төтөн менән ыҫлау, төтөн бөркөү.
□ Окуривать пчёл. Бал ҡорттарын сөрөк-ләу. Төтөн менән сөрөкләу.
СӨРӨЛДӘТЕҮ (сөрөлдәт-) (Р.: сви стеть; И.: whistle; T: ıslık çalmak) ҡ.
1. Сөр-сөр иттергән тауыш сығартыу, һыҙғыртыу. □ Свистеть (о птицах, на свистульке). Сөрөлдәтеп сицерткә ҡысҡыра. ■ Тәйләков, һыҙғыртҡысын сөрөлдәтеп, .. теге өс кешене әрсәләргә тырышып ҡараны. С. Кулибай. Ҡайҙандыр һыбыҙғыһын сөрөлдәтеп, милиционер килеп етте. М. Кәрим.
2. Ниндәйҙер шыйыҡлыҡты сөр-сөр иттереп ағыҙыу. □ Выливать, разливать с шумом. Сөрөлдәтеп ағыҙыу. Һыуҙы сөрөлдәтеп ебәрҙе.
СӨРӨЛДӘҮ (сөрөлдә-) (Р.: свистеть; И.: whir; buzz; whistle; T: ıslık çalmak) ҡ.
1. Сөр-сөр килеү, сөр-сөр иткән тауыш сығарыу (ҡоштарға, йәнлектәргә һ.б. ҡарата). □ Свистеть; стрекотать; квакать и т. д. Далала сицерткәләр сөрөлдәй. Кулдә тәлмәрйендәр сөрөлдәй. ■ Ихласйән .. милиция ауыҙындағы йәнгә куркәм һыҙғыртмаҡтың яҡында ғына һауа ярып сөрөлдәуен өмөт итте. Й. Солтанов.
2. Сөр-сөр иткән тауыш сығарып ағыу.
□ Течь струёй, бить струёй. Сөрөлдәй башлау. ■ Ҡар һыуҙары ҡояшта йылтырай-йылтырай, уҙҙәренә генә хас бер тауыш менән сөрөлдәп аға башлайҙар ине. Ә. Вәли. Әйтерһең, минең ярһыуымды аңланы, [крандан] һыу бер тын сөрөлдәп ағып ҡуйҙы. Ғ. Әмири.
СӨРӨМ (Р: щурёнок; И.: pickerel; Т: turna balığı yavrusu) и.
Бәләкәй генә суртан балаһы. □ Щурёнок. Сөрөм аулау. Балыҡ ауына эләккән сөрөмдәрҙе малайҙар ярға ырғыта барҙы.
СӨРӨНТӨ БУТҠАСЫ (Р: обрядовая еда, приготовленная и угощаемая с пожеланиями получения хорошего урожая; И.:
traditional ceremony; T.: bir tür yemek töreni) и. этн.
Сәсеүгә төшкәндә, иген мул уңһын тип бешерелгән һәм күмәкләп ашалған аш. □ Обрядовая еда, получения хорошего урожая. Сөрөнтө бутҡасы йолаһы. Сөрөнтө бутҡасы бешереу.
СӨРӨПКӘ (Р: сурепа обыкновенная; И.: winter cress; T: ıspanakgillerden bir bitki) и. бот. диал. ҡар. тиле шалҡан.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған һары сәскәле ҡый үләне. □ Сурепа обыкновенная (лат. Barbarea vulgaris). Сөрөпкә йолҡоу. Сөрөпкә ашлыҡ сәселмәгән урында куберәк уҫә.
СӨРӨШ I и. ҡар. сырыш I. Тәрән сөрөштәр. ■ Алпар әсәһенең йөҙөндәге донъя ғазаптары яһаған сөрөштәргә, хәлһеҙ куҙҙәренә текләп торҙө. Ғ. Ибраһимов.
СӨРӨШ II с. ҡар. сырыш II. Сөрөш йөҙ. ■ «Уй рәхмәт төшкөрөм, уҙемдең берҙән-бер ейәнем!» — тип, сөрөш ҡулдары менән уның арҡаһынан һөйә ҡарсыҡ. Й. Солтанов. Йәш сағында мыйығы ҡуйы ла, матур ҙа булғандыр, бәлки [ҡарттың], ә хәҙер ул сөрөш йөҙөндә, әйтерһең, йәбештереп ҡуйылған — тырпайып тора. Ш. Янбаев.
СӨРӨШӨҮ (сөрөш-) ҡ. ҡар. сырышыу. Сөрөшөп кибеу. ■ Бабай кеше бик тә ҡыуанып, Балшишмә янында баҫып торҙо, шунан туҙмәне, әкрен генә эйелеп сөрөшкән усы менән һыу һоҫоп алды ла ирендәренә тейҙерҙе. Д. Бүләков. Фәрит, артыҡ сөрөшмәй генә кипкән ер еләгенең әскелтем татын оҙаҡҡараҡ һуҙыр өсөн, теле өҫтөндә һурҙы. Ш. Янбаев. [Әсәйем] сөрөшөп бөткән тарамыш ҡулын саҡ ҡалҡытып, минең битемдән, башымдан һыйпаны. Й. Солтанов.
СӨРӨШТӨРӨҮ (сөрөштөр-) ҡ. ҡар. сырыштырыу. Куҙҙәрҙе сөрөштөрөп ҡарау. Мацлайҙы сөрөштөрөу. ■ «Ул, имеш, миңә ике насар башмаҡ тураһында әйттем, тип иҫбатлаған була!» — тине [Вөйтенко], Са-диҡҡа һөҙөп ҡарап, йоҡа ирендәрен мыҫҡыллы сөрөштөрөп. Й. Солтанов.
СӨРСӨНӨҮ (сөрсөн-) ҡ. диал. ҡар. сөйлөгөү 2. ■ Гөлйыһан юл ыңғайы дегәнәк
613