сөсө
СӨСКӨЛТӨМ с. ҡар. сөскөл. ■ Урман, яҙғы ҡарҙың сөскөлтөм еҫе күңелде тынысландыра, зиһенде аса ине. Н. Мусин. Ҡырсында үҫкән өйкөм-өйкөм кейәү үләне сәскәһенең хуш еҫе, томбойоҡтарҙың, тал япраҡтарының сөскөлтөм еҫенә аралашып, танауға бәрелә. Ш. Янбаев. Баш ҡанбаба ла бында, изге ағас иҫәпләнгән тубылғының көйрәүсе ботаҡтарын һелкеп, сөскөлтөм төтөнгә ырым һуҙҙәре өҫтәп, ҡағандың баш осонда тора. Б. Рафиҡов.
СӨСКӨРӨК (сөскөрөгө) (Р: чиханье; И.: sneezing; T.: hapşırık) и.
1. Сөскөргәндәге хәрәкәт һәм тауыш. □ Чиханье, чих. Сөскөрөк сәсеу. Я [Ҡасим — башҡаларға:] Бына шуның өсөн һуғыш кәрәк, һеҙ ҙә уларҙың сөскөрөктәре! А. Таһиров.
2. Сөскөртә торған ауырыу. □ Насморк, простудное заболевание. Сөскөрөк тейеү. Сөскөрөк йоҡтороу.
СӨСКӨРӨНӨҮ (сөскөрөн-) ҡ. ҡайт. ҡар. сөскөрөү, возвр. от сөскөрөү. Туҙандан сөскөрөнөу. Бер туҡтауһыҙ сөскөрөнөу.
СӨСКӨРӨҮ (сөскөр-) (Р: чихать; И.: sneeze; T: hapşırmak) ҡ.
1. Ауыҙ-морондан ирекһеҙ рәүештә ҡапыл ныҡ итеп тын бөркөү. □ Чихать. Сөскөрөп ҡуйыу. ■ Амантаев тағы йүткерергә, сөскөрөргә тотондо. Р. Солтангәрәев. Жозеф, өҫтөнә ябынған иҫке пинжәген асып ташлап, танауын ыуғыланы ла сөскөрөп ебәрҙе. X. Мохтар. Бер өйөр кәзәләр юлдың ике яғына һибелделәр ҙә, морондарын ҡытыҡлаған туҙанға ризаһыҙлыҡ белдергән төҫлө баш һелкеп, пырх-пырх сөскөрҙөләр. Ш. Янбаев.
2. кусм. Көйгә килеп, эшләп китә алмағанда киҫкен рәүештә өҙөк-өҙөк тауыштар сығарыу (моторға, механизмға һ. б. ҡарата). □ Чихать. ■ Бөгөн ярайһы ғына юл үтелгән, газик та сөскөрә башланы, ҡарап алаһы бар ине. Р. Низамов. Мотор, .. бер нисә тапҡыр сөскөрөп алғас, эшләй башланы. Ә. Вәли.
СӨСКӨРӨШӨҮ (сөскөрөш-) ҡ. урт. ҡар. сөскөрөү, взаимн. от сөскөрөү.
Боростан сөскөрөшөу. Быҙауҙар кәртәгә сөскөрөшөп ҡайтып инделәр.
СӨСКӨРТӨҮ (сөскөрт-) (Р: вызывать чиханье; И.: cause sneezing; T: hapşırtmak) ҡ.
1. Сөскөрөргә (1) мәжбүр итеү. □ Вызывать чиханье, чих. ■ Шартлаған бомбаларҙың дары төтөндәре, һаҫыҡ газ еҫтәре еүеш һауалы төндә ыҙғарланған танауға, тамаҡҡа инеп ултыра, сөскөртә, уҡшыта. А. Таһиров. Дымлы ер еҫе, тирткән бәрәләр хушы эркелде, һалҡынса сафлыҡ танау эсен ҡытыҡлап, Юлайҙы сөскөртөп ебәрҙе. И. Ғиззәтуллин. Бында хатта ашлыҡ саңының да уҙенә күрә бер тәмле еҫе бар, ул, танау эсенә инеп, уны ҡытыҡлай һәм, хуш еҫле насауай кеуек, күҙҙән йәш сыҡҡансы рәхәтләндереп сөскөртә. X. Ғиләжев.
2. эйһ. ф. ҡар. сөскөрөү 1. Бер туҡтауһыҙ сөскөртөү. Ауыр еҫтән сөскөртөү.
СӨСЛӨ (Р: буза; И.: millet ale; T: boza) и. диал. ҡар. буҙа.
Һоло, арпа, арыш йәки бойҙай ярмаһынан яһалған милли эсемлек. □ Буза (национальный напиток, приготовленный из зёрен овса, ячменя, ржи или пшеницы). Сөслө ҡойоу. Сөслө әсетеү. Сөслө эсеү.
СӨСӨ I (Р: пресный; И.: fresh; unsalted; T: tuzsuz) с.
1. Тоҙо һәм башҡа ҡырҡыу тәме юҡ йәки етерлек булмаған; киреһе — әсе. □ Пресный (не кислый, не солёный). Сөсө аҙыҡ. Сөсө һыулы күл. ■ Һыу йыуаһының да ыуыҙ ғына сағы, үҙе сөсө, үҙе йомшаҡ. Т. Ғарипова. Ҡайһыбыҙ түбәтәйе, ҡайһыбыҙ кейеҙ эшләпәһе менән һоҫоп алып, туйғансы һыу эстек. Һыуы йылымыс, сөсө ине. М. Кәрим. Йылға аша кисеүҙе сыҡҡас, ул [Хажисолтан] еңел сөсө төтөн еҫе сыҡҡанын һиҙҙе. Я. Хамматов. Сөсө ҡымыҙлыҡ, әскелтем ҡаҡы ҡушып осһоҙло вино эсеп алған ике юлаусы артабан ҡуҙғалды. С. Шәрипов. Мәсәлим урындыҡтағы сабыйҙы үтә һаҡлыҡ менән генә беләгенә һалып, ауыҙына ҡалаҡлап сөсө һөттө ҡойҙо. Ш. Янбаев.
2. Әсетке һалмай яһалған. □ Не дрожжевой, пресный. Сөсө ҡамыр. Сөсө күмәс. Сөсө ҡоймаҡ. ■ Зөләйхә әбей яулыҡҡа бер бөтөн сөсө икмәк, бер тиҫтә бешкән йомортҡа
615