сөсө
төйнәп, Ҡыҙырасҡа тотторҙо. 3. Биишева. Уҡытыусының балаһын ҡаршылауға әҙерләгән һыйы ла ҡәҙимгесә ине — сөсө ҡоймаҡ та баллы-майлы сәй. Б. Бикбай. Мин дә үҙемдең тоҡсайымдан сөсө күмәстәр, бал һәм май сығарҙым. Ә. Вәли.
3. Ныҡ әсемәгән, ҡырҡыуланмаған.
□ Недостаточно кислый. Сөсө бал. Сөсө ҡымыҙ. ■ Сөсө ҡатыҡ үтемле булды. Ж. Кейекбаев. Ҡатын балаларҙың ус төбөнә берәр ҡалаҡ самаһы сөсө ҡорот семтеп һалып сыҡты. Я. Хамматов.
4. күсм. Үтә ныҡ яғымлы, яһалма нескә хисле; йыума. □ Приторный, елейный, слащавый. Сөсө һүҙ. ■ Сөсө телле баҫымсаҡ бер әбей йыландарҙан һәм аждаһаларҙан һаҡланырға аҡыл бирә. Ә. Бикчәнтәев. «Ни ҡараның, барышня?» — тине малай ҡыҙға, йөҙөнә ололоҡ мәғәнәһен аңлатҡан сөсө йылмайыу төҫө биреп. X. Ғиләжев. Был тиклем сөсө ҡунаҡсыллыҡ Ҡәшфулланың күңеленә тейҙе, шулай ҙа боролоп ҡына сығып китә алманы. М. Кәрим. Бакир мөхәббәт, киләсәк тураһында сөсө һүҙҙәр һөйләмәне. Н. Мусин.
СӨСӨ II и. диал.
1. ҡар. силсә 1. ■ Хан да булған бейҙәрҙең теленең осо сөсө булыр. Ҡобайырҙан.
2. Килешмәгән бер нәмә ашаған йәки эскәндән тәнгә ҡыҙарып сыҡҡан сабыртҡы; әҫпе. □ Золотуха, диатез. Сөсө ҡалҡыу. Битенә сөсө сыҡҡан. Шәрбәттән сөсө була.
СӨСӨ АУЫРЫУЫ (Р: волчанка; И.: lupus; T.: yaygın Lupus kızarıklığı) и. мед.
Тире туберкулёзы (ғәҙәттә, биткә сыға).
□ Волчанка. ■ Ҡеше быума, эсәк ауырыуҙары менән, псориаз, сөсө ауырыуы, шәкәр диабеты менән яфалана. «Торатау», 17 июнь 2013.
СӨСӨ ИКМӘК (икмәге) (Р.: пресный хлеб; И.: lenten bread; T: mayasız ekmek) и.
Әсетмәй, һөткә баҫып бешерелгән икмәк.
□ Пресный хлеб. ■ Тәртип урынлашҡас, бабай тоҡтан бер бөтөн мосай сөсө икмәген сығарҙы, еҙ батмустан саҡ-саҡ ҡына бә-ләкәсерәк ине. Й. Солтанов. Нисек итеп үткән замандарҙы борон заман итеп хис итмәк?!.. Тик күкрәге һөткәйенә баҫып, әсә юлға һалған сөсө икмәк. Р. Хисаметдинова.
Ҡуҙыйкүрпәс көл эсенән ҡара күмер булып көйгән сөсө икмәк табып алды, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
СӨСӨ ЙЫУА (Р: лук линейный; И.: wild onion species; T: bir soğan türü) и. диал. бот. ҡар. оҫҡон.
Тау битләүҙәрендә үҫә торған ҡамыш һабаҡлы эре йыуа. □ Лук линейный (лат. Allium lineare). Сөсө йыуа ашау. Сөсө йыуа йыйыу. Сөсө йыуаға сығыу.
СӨСӨ ЙӘЙМӘ и. диал. ҡар. сөсө кәлсә. Сөсө йәймә бешереү. Сөсө йәймәгә ҡамыр баҫыу. Сөсө йәймә ашатыу.
СӨСӨК (сөсөгө) (Р: камбий; И.: cambium; T: kambiyum) и. ҡар. күшмәк.
Үҫемлектә үҙағас менән ҡабыҡ араһында башланғыс туҡыма барлыҡҡа килтереүсе ҡатлам; күшкә. □ Камбий. Ҡарама сөсөгө. Ҡайын сөсөгө. ■ Ҡәртә-ҡура бөтөн генә, йорттоң башы таҡта түгел түгелен, шулай ҙа сөсөк йүкә ҡабығы менән ойҡаштырылған. Т. Килмөхәмәтов.
СӨСӨКЛӨ (Р: пружинистый; И.: bouncy; T: esnek) с. диал. ҡар. һығылмалы.
Еңел генә бөгөлөп, һығылып торған.
□ Пружинистый. Сөсөклө баҫма. Сөсөклө әйбер. Сөсөклө тән. Сөсөклө металл.
СӘСӘКЛӘНЕҮ (сөсөклән-) (Р: образование камбия; И.: appear (of cambium); T: kambiyumun meydana gelmesi) ҡ.
Яҙ көнө ағастарҙа сөсөк барлыҡҡа килеүе.
□ Образование камбия в весенний период. Ҡайындар инде икенсе йыл сәсәкләнә. Сәсәкләнеү буйынса ағастарҙың йылын билдәләп була.
СӨСӨ КӘЛСӘ (Р: пресная лепёшка; И.: lenten flat cake; T: mayasız hamurdan yapılan çörek) и. кул.
Сөсө ҡамырҙан табала бешерелгән йәймә.
□ Пресная лепёшка. Сөсө кәлсә ҡурыу. Сөсө кәлсә ашау. Сосо кәлсә менән тамаҡ ялғау.
СӨСӨКӘЙ (Р: слащавый; И.: soft-spoken; syrupy; T: tatlı) с. диал.
Сөсө (4) телле. □ Слащавый, елейный, приторный (в обращении к кому). Сөсөкәй ҡатын. ■ [Фатима:] Йә, йә, ҡыҙым! Ҡемгә оҡшап ошолай сөсөкәй булғанһыңдыр инде. Р. Ғабдрахманов.
616