Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 617


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӨТҮН
СӨСӨЛДӘҮ (сөсөлдә-) ҡ. ҡар. сүселдәү
1. Сөсөлдәп һөйләшеү. Сөсөлдәп тороу. Туҡтауһыҙ сөсөлдәу.
СӨСӨЛӘНДЕРЕҮ (сөсөләндер-) (Р.: опреснять; И.: distil; desalt; T.: tuzunu çıkarmak) ҡ.
1. Сөсөгә (I, 1) әйләндереү, сөсө итеү.
□ Опреснять; делать пресным. Сөсөләндерә башлау. Сөсөләндереп бөтөу. Сөсөләндереу менән шөғөлләнеу. ■ Хәҙерге ваҡытта диңгеҙ һыуын сөсөләндереу заводтары эшләй, заман талаптарына ярашлы яңылары төҙөлә. «Йәшлек», 30 июнь 2013.
2. кусм. Үтә яғымлыландырыу, сөсө тел-ләндереү. □ Баловать, изнеживать. Сөсөләндереп бөтөу. М Хәсән ағай менән Зөбәржәт еңгә, ҡаты ғына әйтеп, Рәшитте туҡтатыу урынына куңелен табырға тырышалар, был иһә уларҙың араһын тағы ла сөсөләндереп ебәрә. Б. Рафиҡов.
СӨСӨЛӘНЕҮ (сөсөлән-) (Р: опресняться; И.: become unsavoury; sweeten; T.: tuzu çıkmak) ҡ.
1. Сөсөгә (I, 1) әйләнеү; сөсө булыу.
□ Опресняться, становиться пресным, приторным. // Опреснение. Ҡул һыуы сөсөләнгән. Сөсөләнеп бөтөу. Артыҡ һыу ҡушыуҙан айран сөсөләнде.
2. кусм. Үтә яғымлы булып, нескә хисле булып ҡыланыу; сөсө телләнеү. □ Слащаво, приторно говорить, обращаться; заискивать, подхалимничать перед кем. Сөсөләнеүҙе яратыу. ■ Ғәмбәров бындай сөсөләнеүҙе йәне һөймәй, шуға курә Филүзә Әхтәровнаның һүҙен бүлде. Ш. Янбаев. Әсәйем миңә хәҙер элеккесә сөсөләнеп «Софочка» тип кенә тугел, ә Суфия тип өндәшә.
3. Биишева. Барса уҙенең тиңдәше алдында артыҡ сөсөләнеп маташманы. Б. Рафиҡов. Шафиҡ еҙнәһенең сөсөләнеуе бер саҡ, Мәликә һалҡын тейҙереп түшәккә ятҡанында, эргәһенә яҡын уҡ килеп арҡаһынан тапап яратыуға барып етте. Т. Ғарипова.
СӨСӨЛӘШЕҮ (сөсөләш-) ҡ. ҡар. сөсөләнеү. ■ [Нурия:] Донъя булғас, төрлө сағы була инде уның. Әселәшеп тә, сөсөләшеп тә китәһең. Н. Мусин.
СӨСӨРӨҮ (сөсөр-) ҡ. диал. ҡар. сөсөү. Сөсөрөп китеу. Сөсөрөп ҡуйыу. Һыу сөсөргән. Сөсөргән ҡатыҡ.
СӨСӨРӘҮ (сөсөрә-) (Р: трепетать; И.: quiver; T.: titremek) ҡ. диал. ҡар. хәлһеҙләнеү.
Көс-хәлдән яҙыу, хәлһеҙ булыу, йөрәк һуғыу. □ Трепетать, пульсировать. // Трепет, пульсирование. Ошо арала йөрәгем сө-сөрәп тик тора.
СӨСӨТКӨ (Р: закваска бузы; И.: millet ale yeast; T: boza mayası) и. диал.
Буҙа әсеткеһе. □ Закваска бузы. Сөсөткө әҙерләу. Сөсөткө һалыу.
СӨСӨТӨҮ (сәсәт-) к. ҡар. сөсөләндереү.
■ [Кинйәбикә] улдарына самауыр ҡайнатып бирә алманы, аласыҡҡа инеп, ҡатыҡ сөсөтөп эсергә ҡушты. Ж. Кейекбаев. Беҙҙең ағай-эне бындай яҙмаларҙы артыҡ сөсөтөп ебәреусән. 3. Ҡотлогилдина.
СӨСӨ ТӨШӨҮ (сөсө төш-) (Р: заболеть волчанкой; И.: fall ill with lupus; T: lupus ile hastalanmak) ҡ.
Сөсө ауырыуы менән сирләү. □ Заболеть волчанкой, доел. Опускание, попадание волчанки. Балаға сөсө төшкән.
СӨСӨҮ (сөсө-) (Р: стать пресным; И.: become fresh; T: tuzsuzlaşmak, tathlanmak) ҡ.
Сөсөгә (I, 1, 3) әйләнеү, сөсө булыу.
□ Стать пресным, опресняться. Ҡаймаҡты күберәк һалһаң, ҡатыҡ сөсөй.
♦ Йөрәк {йәки күңел) сөсөү әсе нәмә ашарға теләү, әсеһерәү. □ Хотеть кислого, горького. Ҡорот йөрәк сәсәүен баҫа.
СӨСӨ ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ (Р: пре сноводные животные; И.: freshwater animals; T: tatlı suda yaşayan hayvanlar) и. зоол.
Йылға, күл, сөсө һыу ятҡылыҡтарында йәшәүсе хайуандар. □ Пресноводные животные. Сөсө һыу хайуандарына балыҡтар, тәлмәрйендәр, йыландар ҡарай.
сөт саҡ. диал. ҡар. себә. Сөт бынан!
СӨТҮН [ғәр. ûj^>] (Р: газетный столбец; И.: newspaper column; T: sütun) и. иҫк. кит. ҡар. багана I, 2.
Гәзит битендәге яҙыуҙың өҫтән аҫҡа төшкән бер буйы. □ Газетный столбец, колонка. Ике сөтунле бит. ■ Гәзит сәйгүндәре һинең исемең менән тулды. М. Ғафури.
617