СПЕКТРАЛЬ
Традицион рәүештә үткәрелгән комплекслы күмәк спорт ярышы. □ Спартакиада. Йәйге спартакиада. Балалар спартакиадаһы. Йәштәр спартакиадаһы. ■ Ғәйшә лә район үҙәгенә әҙерләнде. Ул унда уҡыусылар спартакиадаһында ҡатнашасаҡ. Р. Низамов. Үҙәк майҙанда, спартакиада флагы күтәрелгән ерҙә, район мәҙәниәт йортондағы үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенең сығышы башланғайны. Ф. Әсәнов.
СПАРТАН [рус. спартанец] (Р: спартанец; И.: Spartan; Т.: Spartali) и.
1. Боронғо Спарта дәүләтенең үтә ҡаты тормош шарттарында йәшәргә күнеккән, сыҙамлылығы, сабырлығы менән айырылып торған гражданы. □ Спартанец (гражданин Спарты). Өс йөҙ спартан. Көслө спартан. Спартан ҡоралы.
2. Үҙен ҡаты тормош шарттарына, төрлө мохтажлыҡтарға ҡуйып сыныҡтырған кешегә ҡарата әйтелә. □ Спартанец. Спартандар күнекмәһе. Спартан тормошо. Спартан булып йәшәү. ■ Икенсе көндө Петро йәнә Фәһим эргәһенә килде. «Спартандар ысулы кәрәк беҙгә, шунһыҙ төҙәлеү юҡ», — тине. И. Ғиззәтуллин.
СПАРТАНДАРСА (Р: по-спартански; И.: Spartan like; Т.: Spartali gibi) р.
Спартан (2) кеүек. □ По-спартански. Спартандарса шәп йүгереү. Спартандарса көрәшеү. Спартандарса һуғышыу. ■ Спартандарса көн итәбеҙ: тәҙрә ҡорғандары юҡ, шаршау, келәм, балаҫ тураһында әйтәһе лә түгел. Р. Камал.
СПАРТАНСА р. ҡар. спартандарса. Спартанса күнегеү. Спартанса йәшәү. Спартанса шөғөлләнеү. ■ Беҙҙең мәктәпте тамамлаусылар өсөн иһә уҡыу осороноң девизы спартанса ныҡлы тәртип һәм хеҙмәт булғандыр. «Ватандаш», № 11, 2011.
СПАС [рус.] (Р: Спас; И.: Festival of the Saviour; T.: Spas Bayramı) и.
(баш хәреф менән) Христиан динендә йәй аҙағында үткәрелә торған байрам исеме. □ Спас. Спас байрамы. Спасҡа әҙерләнеү. ■ Ерҙең беренсе Спаста һөрөлөп, яҡшы сәскес менән сәселеүе .. арҡаһында арыш
емерелеп үҫте. Ғ. Дәүләтшин. Спас керергә лә бары ун-ун биш көн генә ҡалып бара. Ф. Иҫәнғолов. [Ярлыҡаев:]Баҫыуҙарҙы Спас ямғырына тиклем комбайндар менән һыҙырып сыҡҡанда! Б. Рафиҡов.
СПЕКТАКЛЬ [фр. spectacle < лат. spectaculum ‘тамаша’] (Р: спектакль; И.: performance; play; dramatics; T.: tiyatro oyunu) u.
Театр тамашаһы. □ Спектакль. Көндөҙгө спектакль. Киске спектакль. Яңы спектакль. Спектаклгә барыу. ■ Спектакль берсә тәрән тынлыҡ эсендә, берсә лаулау һәм һыҙғырыуҙар аҫтында барҙы. А. Абдуллин. Көнбикә армияға китеүселәрҙе оҙатыу көнөнә спектакль ҡуйырға йөрөүҙәрен әйтте. С. Агиш. Ринат спектакль буласаҡ көндө түҙемһеҙлек менән көттө. Р. Байбулатов. Спектакль Емештең йөрәгенә шифалы дауа булды. 3. Биишева. Ауыл йәштәре тәүҙә «Беренсе театр» тигән спектакль күрһәтте. Н. Мусин.
СПЕКТР [лат. spectrum ‘күҙаллау, күҙ алдына килгән нәмә’] (Р: спектр; И.: spectrum; T.: spektrum) и. физ.
1. Яҡтылыҡ нуры призма йәки башҡа һыныҡ һыҙыҡтар аша үткәндә барлыҡҡа килгән төрлө төҫтәге буй-буй һыҙат.
□ Спектр. Оптик спектр. Яҡтылыҡ спектры. Спектрҙың төп төҫтәре. ■ Икенсе йәйғоро, тәүгеһенән ҡайтыш булһа ла, бик асыҡ төҫтә. Уныһында төҫтәр спектр ҡанунына ярашлы урынлашҡан. Р. Низамов.
2. махс. Бик ныҡ ҡыҙған есемде йәки матдәне махсус оптик прибор аша үткәргәндә алынған, был еҫемдәрҙең химик составын һәм физик хәлен сағылдырған төҫлө һыҙаттар. □ Спектр. Магнит спектры. Ай спектры. Водород спектры.
СПЕКТРАЛЬ (Р.: спектральный; И.: spectral; spectrum; T: spektral, tayf) c.
1. Спектрҙарҙы сағылдырған, күрһәткән.
□ Спектральный. Спектраль һыҙыҡтар. Спектраль анализ. Спектраль состав.
2. Спектрҙағы төрлө төҫтө ҡабул итеүгә мөнәсәбәтле. □ Спектральный. Күҙҙең спектраль һиҙгерлеге.
619