СПЕКТРАЛЬ АНАЛИЗ
3. Ниндәйҙер нурланышты спектрға һалыу өсөн хеҙмәт иткән. □ Спектральный. Спектраль приборҙар.
СПЕКТРАЛЬ АНАЛИЗ (Р.: спектральный анализ; И.: spectrum analysis; T.: tayf tahlili) и. физ.
Спектрҙарын тикшереү нигеҙендә матдәнең составын һан һәм сифат яғынан билдәләй торған физик ысул. □ Спектральный анализ. Спектраль анализ уткәреу. Спектраль анализ ярҙамында газдарҙың химик составын белергә мөмкин.
СПЕКТРОГРАММА [лат. spectrum ‘күҙгә күренгән’ + гр. gramma ‘яҙыу, яҙыу билдәһе’] (Р.: спектрограмма; И.: spectrogram; T.: spek-trogram) и.
Спектрҙың фотоһүрәте. □ Спектрограмма. Йондоҙҙар спектрограммаһы. Айҙың спектрограммаһы. Тауыш спектрограммаһы. Музыка спектрограммаһы.
СПЕКТРОГРАФ [лат. spectrum ‘күҙгә күренгән’ + гр. graphö ‘яҙам’] (Р: спектрограф; И.: spectrograph; T.: spektrograf) и. физ.
Еҫемдәрҙең спектрын, күк объекттарының һ. б. физик үҙенсәлектәрен тикшергәндә нурланыш спектрын төшөрөп алыу һәм теркәү өсөн ҡулланылған оптик прибор. □ Спектрограф. Спектрограф ҡулланыу. Спектрограф камераһы. Спектрограф ярҙамында йондоҙҙарҙы тикшереу.
СПЕКТРОГРАФИК (Р: спектрографический; И.: spectrographic; T.: spektrografik) с.
Спектрограф ярҙамында алып барылған. □ Спектрографический. Спектрографик анализ. Йондоҙҙарҙы спектрографик тикшереу.
СПЕКТРОМЕТР [лат. spectrum ‘күҙгә күренгән’ + гр. metreö ‘үлсәйем’] (Р: спектрометр; И.: spectrometer; T.: spektrometre, izgeölçer) и.
Еҫемдәрҙең спектрын төшөрөп алыу һәм спектраль характеристикаһын үлсәү өсөн ҡулланылған оптик прибор. □ Спектрометр. Рентген спектрометры. Инфраҡыҙыл спектрометр. Куп каналлы спектрометр.
СПЕКТРОМЕТРИЯ [ләл. spectrum ‘күҙгә күренгән’ + гр. metreö ‘үлсәйем’] (Р: спектро
метрия; И.: spektrometry; T.: spektrometri) и. физ., тех.
Спектрҙарҙы үлсәү теорияһын һәм ысулдарын тикшергән фән. □ Спектрометрия. Оптик спектрометрия. Спектрометрияның теоретик нигеҙҙәре.
СПЕКТРОСКОП (спектроскобы) [лат. spectrum ‘күҙгә күренгән’ + гр. skopeö ‘ҡарайым’] (Р: спектроскоп; И.: spectroscope; Т.: spektroskop) и.
Спектрҙы күҙәтә торған оптик прибор. □ Спектроскоп. Спектроскоп быялаһы. Спектроскоп ярҙамында тикшереу. Химияла спектроскоп ҡулланыу.
СПЕКТРОСКОПИК (Р: спектроскопический; И.: spectroscopic; spectroscopical; T.: spektroskopik) с.
Спектроскоп ярҙамында башҡарылған; спектроскопияға таянған. □ Спектроскопический. Спектроскопик лаборатория. Спектроскопик тикшеренеуҙәр. ■ Таш өлгөләре микроскоп аҫтында ҡарала, уларға химик, спектроскопик, люминесцентлы һәм башҡа төрлө анализдар яһала. Д. Бураҡаев.
СПЕКТРОСКОПИЯ [лат. spectrum ‘күҙгә күренгән’ + гр. skopeö ‘ҡарайым’] (Р: спектроскопия; И.: spektroscopy; Т.: spectroskopi) и. физ.
Физиканың электромагнит нурланыш спектрҙарын өйрәнгән бүлеге. □ Спектроскопия. Ғәмәли спектроскопия. Спектроскопия курсы.
СПЕКУЛЯНТ [лат. speculatio ‘эҙләп ҡарау’] (Р: спекулянт; И.: profiteer; speculator; T.: karaborsacı) и.
Спекулянтлыҡ менән шөғөлләнгән кеше; алыпһатар. □ Спекулянт. Ваҡ спекулянт. Баҙар спекулянты. ■ Аҡназар арышты уткән баҙарҙың береһендә спекулянтҡа һатып ауыҙы бешкәнгә курә, был юлы уның рәтен тапһа, кооперативҡа һатмаҡсы булды. Ғ. Дәүләтшин. Ғәйшә Мәхмутовна алдан ҡайтып: «Ниңә малайҙарығыҙҙы спекулянттар һымаҡ баҙарға йөрөтәһегеҙ?» — тип атай-әсәйҙәрҙе шелтәләп тә сығып киткәйне. Р. Байбулатов. [Тимер — Гөлиә-ҙөмгә:] Бәй, спекулянттар Яйыҡҡа барып тоҙ тейәйҙәр ҙә, йәшереп алып ҡайтып,
620