Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 622


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СПЕЦИФИКА
цифик тел. ■ Иҫке-моҫҡо кейем-һалымды беләгенә һалып алған кешеләр .. специфик жаргонда иҫкереп бөткән һуҙҙәрҙе ҡысҡыралар. А. Карнай.
СПЕЦИФИКА [лат. specificus ‘айырым, үҙенә башҡа’] (Р.: специфика; И.: specificity; T.: özellik) и. ҡар. үҙенсәлек.
Кемдецдер йәки нимәнецдер үҙенә генә хас сифаты. □ Специфика. Телевидение спецификаһы. Милли специфика. Хеҙмәт спецификаһы. ■ Медицина вуздарының спецификаһы шунда: йәш белгес, алты йыл уҡығандан һуң йәнә бер йыл буйы белемен камиллаштырып, сертификат алырға тейеш. «Йәшлек», 12 июль 2013.
СПЕЦИФИКАЛАШТЫРЫУ (спе-цификал аштыр-) (Р.: специфицировать; И.: specify; T.: sıralamak; tanımlamak) ҡ.
Нимәнелер үҙенә генә хас һыҙаттарға ҡарап төркөмләү. □ Специфицировать. // Спецификация. Производствоны специфи-калаштырыу. Приборҙарҙы спецификалаш-тырыу. Китаптарҙы спецификалашты-рыу.
СПЕЦИФИКАЦИЯ [фр. specification < лат. specificatio < species ‘төр’ + facio ‘эшләйем’] (Р: спецификация; И.: specification; T.: sıralama; tanımlama; beyanname) и.
Нимәнеңдер (машинаның, механизмдың һ. б.) үҙенә хас үҙенсәлектәре яҙылған документ. □ Спецификация. Йыһазға спецификация төҙөу. Спецификация эшләтеу. Тауарға спецификация яһатыу. Техник спецификация.
СПЕЦОВКА [рус.] (Р: спецовка; И.: boilersuit; T.: iş elbisesi) и.
Махсус эш кейеме (куртка, халат, комбинезон һ. б.). □ Спецовка. ■ Венераның еуеш спецовкаһы сирҡандырып, битенә һылашты. Т. Килмөхәмәтов. Ишекте ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына асып, кәуҙәһенә ҡарап беселмәгән спецовка кейгән ҡыҙ килеп инде. Ғ. Хисамов. Тәҡбировтың өҫтөндә йәшел спецовка, аяғында оҙон ҡуныстары ҡайтарылған резина итек. Н. Мусин. Сафый, өйөнә керә һалып, спецовкаһынан асҡыстарын алды ла гаражға йугерҙе. С. Шәрипов.
СПИДВЕЙ [ингл. speed ‘шәплек, етеҙлек’ + way ‘юл’] (Р.: спидвей; И.: speedway; flat track; T.: motosiklet yarışması) и. спорт.
Стадиондың ҡырсын боҙ йәки сиҙәм һ. б. юлында тиҙлеккә үткәрелгән мотоцикл ярышы. □ Спидвей. Спидвейҙа ҡатнашыу. Боҙҙа уҙғарылған спидвей. Спидвей буйынса ил беренселеге.
СПИДОМЕТР [ингл. speed ‘тиҙлек’ + гр. metreö ‘үлсәйем’] (Р: спидометр; И.: speedometer; speed counter; T.: hızölçer, spidometre) u.
Автомобилдең, мотоциклдың йөрөш тиҙлеген күрһәткән прибор. □ Спидометр.
■ Спидометр йөҙ егермене курһәтә, етмәһә, машинаһы ла иҫке, тағы бер аҙ көсәндерһәң, таралып китергә генә тора. Р. Солтангәрәев. Атнаҡаев спидометрға ҡараны: «Дуртенсе тиҙлек!» К. Мәргән. Рәми акселераторға тағы ла ныҡлабыраҡ баҫты, спидометр уғы ҡапыл уңға ырғыны — машина йөҙ ҡырҡ километр тиҙлек менән алға ынтылды. X. Мохтар.
СПИННИНГ [ингл. spin ‘өйрөлтөү’] (Р: спиннинг; И.: spinning; Т.: spin olta) и.
Сыбыҡ осондағы дүңгәләк аша бер осо кәтүкле сығырға уралған, икенсе осона ялтырмаҡлы ҡармаҡ ҡуйылған еп үткәрелгән балыҡ тотоу ҡоралы. □ Спиннинг. Оҙон спиннинг. Спиннинг һайлау. Спиннинг менән балыҡ аулау. ■ Спиннинг менән эш итеусе кеше куп йөрөй, уға ямғыр уткәрмәй торған туҡыманан тегелгән костюм һәйбәт була. Ш. Нафиҡов.
СПИРАЛЬ I [лат. spiralis < spira ‘уралма’] (Р: спираль; И.: spiral; curl; gyre; T.: sarmal) и.
1. Яҫылыҡта ятҡан нөктә йәки күсәр тирәләй тоташмай әйләнгән кәкре һыҙыҡ. □ Спираль (линия). / Спиральный. Ҡағыҙға спираль төшөрөу. Спираль формаһындағы.
2. Шул һыҙыҡ рәүешендәге махсус тимерсыбыҡ йәки сым. □ Спираль (предмет). Плитка спирале. Үтек спирале.
■ Ялҡын төҫөнә ингән спираль сытыр-сытыр итеп аҡрынлап ҡарая һәм уралып ятҡан йылан төҫөнә инә. И. Абдуллин. Спиралдең ҡыҙыл утынан бәләкәй генә булмә яп-яҡты булып китте. Т. Сәғитов.
622