Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 623


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СПИРТЛЫ
СПИРАЛЬ II (Р.: спиральный; И.: spiral; T.: sarmal) с.
Яҫылыҡта ятҡан нөктә йәки күсәр тирәләй тоташмай әйләнгән кәкре һыҙыҡ рәүешендәге. □ Спиральный. Спираль баҫҡыс. Спираль пружина. Спираль һыҙыҡ.
СПИРИТИЗМ [лат. spiritus ‘йән’] (Р.: спиритизм; И.: spiritism; T.: tinselcilik, ispiritizma) и.
1. Үлгән кешенең рухы менән аралашыу мөмкинлегенә ышанған мистик ағым. □ Спиритизм. Спиритизм ағымы XIX быуатҡа тиклем ук барлыҡҡа килә.
2. Үлгән кеше менән бәйләнешкә инеү өсөн башҡарылған төрлө ырым (өҫтәл кусереу, сынаяҡ тәгәрәтеу һ. б.). □ Спиритизм. Спиритизм менән шөғөлләнеу. Спиритизмға ышаныу. К [Рафиҡ Кама-летдинович:] [Арҡайымда] иллюзия менән ысынбарлыҡты берләштереп ҡарарға тырышыусы медиумдар, спиритизм менән шөғөлләнеуселәр менән таныштым. Л. Якшыбаева.
СПИРИТУАЛИЗМ [лат. spiritus ‘йән’] (Р: спиритуализм; И.: spiritualism; T.: tinselcilik, spiritüalizm) и. фәлс.
Рухты ысынбарлыҡтың төп нигеҙе, материянан тыш һәм ирекле йәшәгән айырым бер есемһеҙ субстанция итеп таныған объектив идеалистик фәлсәфәүи ҡараш. □ Спиритуализм. / Спиритуалистический. Спиритуализм яҡлы кеше. Спиритуализмды өйрәнеу. Спиритуализм нигеҙҙәре.
СПИРИТУАЛИСТ [рус.] (Р: спиритуалист; И.: spiritualist; T.: tinselci, spiritüalist) и. фәлс.
Спиритуализм яҡлы кеше. □ Спиритуалист. Спиритуалист булыу. Спиритуалистар ойошмаһы. Спиритуалистар йыйылышы.
СПИРОМЕТР [лат. spirare ‘тын алыу’ + гр. metreö ‘үлсәйем’ (Р: спирометр; И.: lungtester; respirometer; T.: solunumu ölçen alet, respirometre) и. мед.
һулап сығарған haya күләменә ҡарап, үпкәнең һыйҙырышын үлсәй торған прибор. □ Спирометр. Спирометр медицинала ҡулланыла. Спирометр ярҙамында улсәу.
СПИРОМЕТРИЯ [лат. spirare ‘тын алыу’ + гр. metreö үлсәйем] (Р: спирометрия; И.: respirometry; T.: respirometri) и.
Спирометр ярҙамында үпкәнең булған һыйҙырышын үлсәү ысулы. □ Спирометрия. Спирометрия уҙғарыу. Спирометрия утеу. Спирометрия процедураһы.
СПИРТ [лат. spiritus ‘йән’] (Р: спирт; И.: spirit; alcohol; T.: ispirto, alkol) и.
1. Крахмаллы, шәкәрле нәмәләрҙе ҡыуыу юлы менән алынған алкоголгә бай шыйыҡлыҡ. □ Спирт. Спирт еҫе. Бойҙайҙан алынған спирт.
2. хим. Водород атомы һыу ҡалдығы менән алмаштырылған органик берләшмә, углеводородтың береһе. □ Спирт. Метил спирты. Этил спирты. Н Малайҙар, ҡыҙҙар, ҡулдан ҡулға йөрөтөп, быяла банка эсендә ҡатырылған крабты, спиртҡа һалынған медузаны ҡаранылар. 3. Биишева. Инде медсестра ҡыҙыҡай, бармағын спирт менән мазуттан таҙартып, йод ҡына һөртә башлағайны, машина ҡысҡырғаны ишетелде. Д. Бүләков.
СПИРТЛАУ (спиртла-) (Р: спиртовать; И.: alcoholize; T.: alkole doyurmak) ҡ.
1. Спирт менән ҡатнаштырыу йәки нимәнелер һаҡлау өсөн спирт эсенә урынлаштырыу. □ Спиртовать, заспиртовывать. Дарыу уләндәренец һутын спиртлау. Лабораторияла бөжәктәрҙе спиртлау.
2. Спиртҡа маныу. □ Спиртовать. Спиртлап һөртөу. Яраны спиртлау. Мамыҡты спиртлау. К Власта спиртлап таҙартып, ниндәйҙер дарыу һөртөп бәйләгән арала Младен уға хәлде ацлатты. Ә. Хәкимов.
СПИРТЛЫ (Р: спиртной; И.: alcoholic; strong; T.: alkollü) с.
Спирт ҡушылған, спирт менән әҙерләнгән. □ Спиртной, спиртовой. Спиртлы дарыу. Спиртлы шыйыҡса. Спиртлы буяҡ. Спиртлы эсемлек. М Шығай ауылы йәмәғәтселеге өйҙән спиртлы эсемлектәр һатып, йәштәрҙе, ауылдаштарын ағыулаусыларға ҡарата көрәш башларға булды. «Урал», 19 апрель 2012.
623