СПИРТОВКА
СПИРТОВКА [рус.] (Р.: спиртовка; И.: alcoholic lamp; spirit lamp; T.: ispirtoluk) и.
Яғыулыҡ итеп спирт ҡулланған ҙур булмаған йылытыу йәки яҡтыртыу приборы; спирт шәме. □ Спиртовка. Спиртовканы таҙартыу. ■ Амбулатория йәнләнде: фельдшер, сестралар ҙа килеп, спиртовканы яндырып, ҡалаҡ, бысаҡ кеуек ҡорамалдарҙы һыуҙа ҡайната башланылар. А. Таһиров.
СПИРТ ТЕРМОМЕТРЫ [рус ] (Р.: спир товой термометр; И.: alcohol thermometer; T: ispirto termometresi) и.
Спирт менән эшләгән термометр.
□ Спиртовой термометр. Спирт термометры һатып алыу. Спирт термометры плюс ун биште курһәтә.
СПЛАВ I [рус.] (Р: сплав; И.: floating; Т.: tomruk yüzdürme işi ve suya salınmış tomruk; yüzme) u.
1. Ағас ағыҙыу эше һәм ағыҙыу өсөн һыуға төшөрөлгән ағас, һал; ҡыуғын. □ Сплав (леса, брёвен). Сплавка йөрөу. ■ Сплав Сөмдә туҡтаған икән. С. Шәрипов. Хужа уны [приказчикты] ҡапыл туҡтатты: «Мине сплавҡа әҙерләнгәне генә ҡыҙыҡһындыра, оҙонға һуҙма». 3. Ураҡсин.
2. Кәмәлә йылға буйлап ағып төшөү.
□ Сплав (на лодке по реке). Сплавҡа сығыу. Сплавта ҡатнашыу. Дим буйлап сплав. Ағиҙел буйлап сплавҡа төшөу.
СПЛАВ II [рус.] (Р: сплав; И.: alloy; Т.: alaşım, halita) и.
Металдарҙан йәки металл булмаған матдәләрҙән торған ҡатышма; иретмә. □ Сплав. Алюминлы сплав. Көмөш менән аҡ ҡурғаш сплавы.
СПОРА [гр. spora ‘орлоҡ’] (Р: спора; И.: spore; endospore; T: spor) и. биол.
1. Микробтарҙың һәм ҡайһы бер иң ябай хайуандарҙың ыңғай булмаған шарттарҙа йәшәргә һәләтле формаһы. □ Спора. Туләмә спораһы. Спора барлыҡҡа килеуе. Уңайһыҙ шарттарҙа куп бактериялар споралар хасил итә.
2. Бәшмәк-мүктәрҙең енесһеҙ үрсеүен тәьмин иткән орлоҡ рәүешендәге зат.
□ Спора. Бәшмәк споралары. Үҫемлектәрҙең спора ярҙамында урсеуе. Ике споралы аҡ
көләпәрә. Сәскә уҙенең эсендә аталаныу, спора һәм гамет, һуңынан емеш һәм орлоҡ барлыҡҡа килтерергә яраҡлашҡан уҫенде булып тора.
СПОРАЛЫ (Р: споровый; И.: cryptogamic; sporous; T.: tohumsuz olan) с. биол.
Спора ярҙамында таралыусы, үрсеүсе (уҫемлектәргә ҡарата). □ Споровый. Споралы абағаның төҙөлөшө. Гетеро — споралы уҫемлек. Ҡатмарлы төҙөлөшлө споралы уҫемлектәр.
СПОРОГЕНЕЗ [гр. spora ‘орлоҡ’ + genesis ‘килеп сығыш’] (Р: спорогенез; И.: spore formation; T.: spor oluşumu) и. биол.
Споралар яһалыу процесы. □ Спорогенез. Бәшмәктәр спорогенезы. Спорогенез башланыуы. Үҫемлектәр спорогенезы.
СПОРТ I [ингл. sport < иҫке фр. desport ‘уйын’] (Р: спорт; И.: sportfs]; T.: spor) и.
Тәнде нығытыу, сыныҡтырыу маҡсатында үткәрелгән физик күнекмәләр (гимнастика, көрәш, туризм, төрлө уйындар һ. б.). □ Спорт. / Спортивный. ■ Ҡыҙҙар тиҫтер булһалар ҙа, бәләкәйҙән ук спорт менән шөғөлләнгән Клара буйға оҙонораҡ, уҙе көслө ине. Р. Байбулатов.
СПОРТ II (Р: спортивный; И.: sporting; athletic; sport; T.: spor) c.
Спортҡа ҡағылышлы, спорт өсөн тәғәйенләнгән. □ Спортивный. Спорт аты. Спорт кейеме. Спорт комплексы. ■ Спорт ярыштары тамамланды, йәштәр бер нисә урында ҙур туңәрәк яһап бейешә башланылар. Б. Рафиҡов. Иртәгә спорт ярыштары, төрлө уйындар уткәреләсәк. Д. Исламов. Спорт костюмы кейгән, ҡулына кескәй сумаҙан тотҡан Артур ҙа, ни эшләргә белмәйенсә, асыҡ ишек алдында туҡтап ҡалған. Н. Мусин. Кусимовты корпус штабынан корпус командиры уҙенең спорт машинаһы менән 90 километр ерҙә торған, ул барырға тейешле дивизияға оҙата. Р. Өмөтбаев.
СПОРТ ЗАЛЫ (Р: спортзал; И.: gymnasium; T.: spor salonu) и.
Спорт күнегеүҙәре яһай торған һәм ярыштар үткәрә торған махсус зал, бүлмә. □ Спортзал, спортивный зал. ■ Әлмөхәмәт
624