Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 625


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СПРУТ
урта мәктәбе уҡыусылары өсөн спорт залы асылды. «Осҡон», 8 ноябрь 2012. Уҡыу йортоноң спорт залында уйында ҡатнашыусылар ҡаҡма туп буйынса көс һынаша. «Йәшлек», 15 май 2010.
СПОРТ КЛУБЫ (Р.: спортивный клуб; И.: athletic club; sports club; T.: spor kulübü) и.
Спортсыларҙы йәки спорт һөйөүселәрен берләштереүсе йәмғиәт йәки шәхси ойошма. □ Спортивный клуб, спортклуб. Спорт клубына йөрөү. Спорт клубын асыу. Беренсе спорт клубы. Өфө спорт клубтары. ■ «Таусы» спорт клубы 2003 йылда комбинаттың физик культура коллективы базаһында асылды. «Башҡортостан», 20 август 2013.
СПОРТЛОТО [рус.| (Р.: спортлото; И.: sports lottery; T.: spor piyangosu) и. тар.
СССР дәүерендәге дәүләт лотореяһы.
□ Спортлото. Спортлото уйнау. Спортлото отоу. Спортлото менән мауығыу.
СПОРТСМЕН [ингл. sportsman] и. ҡар. спортсы. ■ Төштән һуң спортсмендарҙы техникумдың спорт залына йыйҙылар. Р. Байбулатов. Арыу ғына йөҙһә лә, тренер унан спортсмен сыҡмаясағын әйтте, һәм Зәлифә барлыҡ көсөн гимнастика менән шөғөлләнеүгә бирҙе. Н. Мусин.
СПОРТСЫ (Р: спортсмен; И.: sportsman; T.: sporcu) и.
Спорт менән системалы рәүештә һәм профессия булараҡ шөғөлләнгән кеше; спортсмен. □ Спортсмен. ■ Судьялар еңеүсе спортсыларҙы трибуна алдына килтереп теҙҙеләр. Б. Рафиҡов. Таһир Күсимов физкультура һәм спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Быға дуҫы Фәйзи Ғафаров сәбәпсе була, сөнки ул мәктәп күләмендә генә түгел, гарнизонда ла танылған спортсы һаналып йөрөй. Р. Өмөтбаев. Хамматовтың ҡасандыр десант ғәскәрендә хеҙмәт итеүе, әле лә яҡшы спортсы булыуы иҫәпкә алынғандыр. Ғ. Хисамов.
СПРАВКА [рус.] (Р: справка; И.: certificate; T.: rapor; bilgi) и.
1. Кемдер йәки нимәлер тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биргән документ.
□ Справка (документ). Справка яҙҙырыу.
Медицина справкаһы. Уҡыу тураһында справка. ■ Яҡшы кеше булып сыҡты лагерь начальнигы, Мәликәнең әйтеүе буйынса, уның тыуған яғына справка һорап хат ебәрелде. Т. Ғарипова. Бүлек башлығы Саттаров яңынан ауыл советына ҡайтырға, өҫтәп ниндәйҙер справкалар килтерергә кәңәш бирҙе. Б. Бикбай. Тикшереүселәрҙең справкаһын Азаматов бюро ултырышына тиклем уҡыны. Ә. Вәли.
2. Кемдер йәки нимәлер тураһындағы мәғлүмәт; белешмә. □ Справка (информация). Телефон аша справка алыу. Пенсионерҙар тураһында справка алыу. ■ Бер-ике һүҙ менән генә булһа ла, справка рәүешендә әйтеп китермен, һүҙ — делегатка һайлау тураһында. С. Агиш.
СПРИНТ [ингл. sprint ‘ҡыҫҡа араға йүгереү’] (Р.: спринт; И.: sprint; Т.: sprint) и.
Ҡыҫҡа араға йүгереү, йөҙөү һ. б.
□ Спринт. / Спринтерский. Спринтта ҡатнашыу. Спринт бәйгеһе. Спринтта уҙышыу. ■ Ярыштың икенсе көнөндә спринт булды. Спортсылар шәхси беренселек өсөн көрәште. «Йәшлек», 25 сентябрь 2012.
СПРИНТЕР [ингл. sprinter < sprint ‘ҡыҫҡа араға йүгереү’] (Р: спринтер; И.: sprinter; T.: kısa mesafe koşucusu) и.
Ҡыҫҡа араға йүгерә, йөҙә йәки конькиҙа, велосипедта һ. б. ярыша торған спортсы.
□ Спринтер. Билдәле спринтер. Йөҙөү буйынса спринтер. ■ Зәңгәр шишмәгә тиклем спринтер тиҙлеге менән саптым. Г. Яҡупова.
СПРИНТСЫ и. ҡар. спринтер. Спринтсы булыу. Йәш спринтсы. Йүгереү буйынса спринтсы. Спринтсылар ярышы.
СПРИНЦОВКА [рус.] (Р.: спринцовка; И.: squirt; syringe; T.: şırınga) и. мед.
Һыу, дарыу һиптереп, яра йәки бүтән нәмә эсен йыуҙыра торған ҡулайлама.
□ Спринцовка. Бәләкәй спринцовка. Спринцовка ҡулланыу. Груша формаһындағы спринцовка.
СПРУТ [рус.] (Р: спрут; И.: octopus; Т.: ahtapot) и. зоол. ҡар. һигеҙаяҡ.
Тоҡ һымаҡ кәүҙәһендә бик оҙон һәрмәүестәре булған йыртҡыс диңгеҙ хайуа
21 - 1.0072.15
625