Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 626


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СПУТНИК
ны. □ Спрут. Спрут аулау. Спрут һәрмә-уестәренән деликатес яһау.
СПУТНИК (спутнигы) [рус.] (Р.: спутник; И.: satellite; T.: uydu) и. астр. тех.
1. Ер йәки башҡа планеталар тирәләй хәрәкәт иткән күк есеме; юлдаш. □ Спутник. Ер спутнигы. Спутник борты. Плутон спутнигы — Харон. Ай — Ерҙең берҙән-бер спутнигы.
2. Планета тирәләй хәрәкәт иткән космос осоу аппараты. □ Спутник. Яһалма спутник. Спутник осороу.
СРОК (срогы) [рус.] (Р.: срок; И.: duration; term; date; T.: süre, zaman) и. ҡар. мөҙҙәт.
1. Ғәҙәттә, берәй нәмә өсөн билдәләнгән, тәғәйенләнгән ваҡыт араһы. □ Срок. Гарантия срогы. Армия срогы. Һынау срогы. Аҙыҡтың ҡулланыу срогы. ■ Путёвка срогы бөткәндә инде, апаруҡ хәлләнгән Ғарифты танырлыҡ та тугел ине. Р. Байбулатов. [Зотов:] Оҙаҡламай минең хеҙмәт срогым тула. Б. Дим.
2. Нимәнелер башҡарыу йәки нимә-неңдер булыу моменты; мәл, ваҡыт. □ Срок (время). ■ Курстарҙа уҡыу срогы ҡыҫҡартылғанлыҡтан, тотош программаны утеп бөтөу өсөн, кискелеккә өйгә заданиеларҙы уҡытыусылар хәҙер куберәк бирә. Б. Бикбай. [Хаят — Гөлсөмгә:] Һин был арала көн дә килгеләп йөрө әле, срогы етә Мәрйәмдең. С. Шәрипов. «Һеҙгә ун биш көн срок», — тине ул [Арсланов] ҡапыл ғына. Д. Исламов.
СРОКЛЫ (Р: срочный; И.: urgent; pressing; timed; T.: vadili) с. ҡар. ваҡытлы.
Билдәле ваҡытҡа иҫәпләнгән, билдәле бер ваҡыт дауам итә торған. □ Срочный, временный (непостоянный), временной (относящийся ко времени). Сроклы ссуда. Оҙаҡ сроклы. Кыҫҡа сроклы курстар. ■ [Нестеров] рота командиры исеменә ҡыҫҡа сроклы отпуск һорап, ғариза бирҙе. Б. Дим. 1 октябрҙән Рәсәйҙә сроклы хеҙмәткә саҡырыу башланды. «Урал», 28 октябрь 2010.
СРОКҺЫҘ (Р: бессрочный; И.: termless; not limited in time; T.: vadisiz) c.
Ниндәйҙер ваҡыт арауығы менән сикләнмәгән. □ Бессрочный. Срокһыҙ паспорт. Срокһыҙ ҡуртым. Срокһыҙ кертем. ■ Закон буйынса шәхси милек итеп бирелә алмаған участканы ҡуртымға алыуығыҙ, срокһыҙ ҡулланырға хоҡуғығыҙ барлығы хаҡындағы документтар ҙа ярҙам итмәйәсәк. «Йәшлек», 11 март 2008.
ССУДА [рус.] (Р: ссуда; И.: loan; advance; accommodation; T.: ödünç) и. иҡт.
Билдәле тәртиптә кире ҡайтарыу шарты менән аҡса йәки башҡа нәмәнең бурысҡа бирелеүе, шулай уҡ бурысҡа алынған шул аҡса йәки нәмә. □ Ссуда. Банк ссудаһы. Ссуда алыусы. Ссуда биреусе. Н Ятаҡта йәшәй башлау менән льготалы ссуда алыу маҡсатында ҡалабыҙҙың йәштәр эше буйынса комитетына сиратҡа баҫтыҡ. «Йәшлек», 7 ноябрь 2008. Колхозсылар хөкумәттән ссуда алып, ғумер буйына һөрөлмәй ятҡан сиҙәмде аҡтарып, иген сәстеләр. С. Агиш. Бәләкәй генә процент менән ауыл ярлылары аҡсалата ссуда алып, яңы асылған кооперациянан уҙҙәренә кәрәк-яраҡ һатып ала башланылар. Р. Өмөтбаев.
СТАБИЛИЗАТОР [лат. stabilis ‘тотороҡло, даими’] (Р: стабилизатор; И.: tailplane; T.: sabit iftira dümeni, kuyruk takımı) и.
1. Хәрәкәт иткән есемгә тотороҡлоҡ биргән прибор йәки ҡулайлама. □ Стабилизатор. Автомобиль стабилизаторы. Бомба стабилизаторы. Самолёт стабилизаторы.
2. Ниндәйҙер дәүмәлдең даимилығын, тотороҡлолоғон тәьмин иткән ҡулайлама.
□ Стабилизатор. Көсөргәнеш стабилизаторы. Тирбәлеш стабилизаторы. Ток стабилизаторы. Мина стабилизаторы.
3. Ниндәйҙер матдә үҙенсәлегенең үҙгәрешен тотҡарлаған икенсе бер матдә.
□ Стабилизатор. Полимерҙар стабилизаторы. Пластмасса стабилизаторы. Шартлатҡыс стабилизаторы.
СТАБИЛЛЕК (стабиллеге) (Р: стабильность; И.: stability; T.: değişmezlik) и. ҡар. тотороҡлолоҡ.
Даими, тотороҡло хәл; стабиль хәл, күренеш. □ Стабильность. Стабиллек биреу.
626