Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 627


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СТАГФЛЯЦИЯ
Стабиллек торошо. Стабиллек күрһәткесе. ■ [Линара — Рафикҡа:] Европа илдәрендә экологик стабиллек булдырыу йәһәтенән куп көс һалды ул [Фейхтвангер]. Л. Якшыбаева.
СТАБИЛЛӘШЕҮ (стабилләш-) (Р.: стабилизироваться; И.: stabilize; steady; T.: düzleşmek, sağlamlaşmak) ҡ. ҡар. тотороҡ-ланыу.
Даими, тотороҡло хәлгә килеү. □ Стабилизироваться. // Стабилизация. Дәрестәр стабилләште. Хактар стабилләште. Система стабилләште.
СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ (стабилләштер-) (Р: стабилизировать; И.: stabilize; normalize; T.: düzleştirmek, sağlamlaştırmak) ҡ. ҡар. тотороҡландырыу.
Даими, тотороҡло хәлгә килтереү. □ Стабилизировать. // Стабилизирование. Республика иҡтисадын стабилләштереү. Валютаны стабилләштереү. Фронт һыҙығын стабилләштереү. Сәйәсәтте стабилләштереү.
СТАБИЛЬ [лат. staMis] (Р: стабильный; И.: stable; T.: düzenli, sağlam) с. ҡар. тотороҡло.
Һәр ваҡыттағы, туҡтауһыҙ, өҙлөкһөҙ булып торған; даими. □ Стабильный. Стабиль хәл. Стабиль килем. Стабиль хаҡ. Сәйәси яҡтан стабиль ил.
СТАБИЛЬ ДӘРЕСЛЕК (дәреслеге) (Р: стабильный учебник; И.: regular textbook; T.: değişmeyen ders kitabı) u.
Уҡыу йортонда ниндәйҙер фән буйынса өйрәнелергә тейешле ҡулланма сифатында раҫланып, артыҡ үҙгәртелмәй бер нисә йыл ҡабат баҫылып килгән дәреслек; даими дәреслек. □ Стабильный учебник. Стабиль дәреслек авторы. Стабиль дәреслектәр булдырылды. Математиканан стабиль дәреслек.
СТАВКА [рус.] (Р.: ставка; И.: General Headquarters; T.: genel karargâh) и.
1. хәрби. Ғәскәр башлығы йәки уның штабы урынлашҡан ер. □ Ставка. Ставкаға барыу. Ставкаға саҡырыу. М Паллас бер ауыҡ уйланып торҙо ла: «Ҙур ҡаһарман булған икән һеҙҙең Бошман бей, — тине. — Шул саҡта Сыңғыҙхан ставкаһына ла барғандар».
Ғ. Ибраһимов. Чехтар ставкаһынан Зәки Вәлиди күңеле күтәрелеп сыҡты. Р. Байымов. Силәбенән етмеш саҡрым ғына бире ятҡан Күндерәүҙе, провинция үҙәген штурмлау өсөн, төп хәрби лагерға, ставкаға өйләндерҙеләр. Ғ. Хөсәйенов.
2. (баш хәреф менән) хәрби. Бөтә ғәскәрҙең юғары хәрби баш идараһы.
□ Ставка. Ставка бойороғо. Юғары башҡо-мандование Ставкаһы. М «Беҙҙең бурыс — Ставканың һәр приказын тайпылышһыҙ үтәү!» — тигән һығымтаға килеп, полковник Шайморатов ярҙамсыларын йыйырға бойорҙо. Я. Хамматов. Фәҡәт Ставканың бойороғо буйынса беҙҙең ғәскәрҙәребеҙ Киевты ҡалдырырға мәжбүр булды. И. Абдуллин. Гитлер Ставкаһында икенсе рус ҡышы еткәнсе Мәскәүҙе алыу тураһындағы стратегик планды йәшермәнеләр. Ә. Бикчәнтәев.
3. фин. Эш хаҡы күләме; оклад. □ Ставка (оклад). Тулы ставка. Сирек ставка. Ставка бушау. Ставка алыу. М [Нурыйҙың] ҡатыны пенсияға сығып, институтта ярты ставкаға эшләп йөрөй. Н. Мусин.
СТАВРИДА [рус.] (Р: ставрида; И.: scad; T.: istavrit balığı) и. зоол.
Алабуғалар отрядына ҡараған урта ҙурлыҡтағы диңгеҙ балығы. □ Ставрида (лат. Trachurus trachurus). Ставрида ите. Ставрида аулау. Ставрида консерваһы.
СТАГНАЦИЯ [лат. stagnum ‘тын һыу] (Р: стагнация; И.: stagnation; T.: durgunluk) и. иҡт.
Иҡтисадта, етештереүҙә торғонлоҡ.
□ Стагнация. Стагнация осоро. Стагнация ваҡыты. Иҡтисади стагнация. Стагнация эшһеҙлеккә килтерә.
СТАГФЛЯЦИЯ [лат. stagnum + inflatio ‘күберсеү’] (Р: стагфляция; И.: stagflation; T.: durgunluk içinde enflasyon) и. иҡт. ҡар. торғонлоҡ.
Стагнация менән инфляцияның ҡушылыу ынан барлыҡҡа килгән иҡтисади көрсөк. □ Стагфляция. Стагфляция йылдары. Киҫкен стагфляция процесы. Стагфляция күренеше.
21*
627