Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 628


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СТАДИАЛЛЕК
СТАДИАЛЛЕК (стадиаллеге) (Р.: стадиальность; И.: stadiality; T.: devrelilik) и.
Нимәнецдер стадиялы булыуы. □ Стадиальность. Үҫеш стадиаллеге. Үҙгәреш стадиаллеге. Процесс стадиаллеге.
СТАДИАЛЬ с. ҡар. стадиялы. Стадиаль процесс. Стадиаль үҫеш. Стадиаль ауырыу. Стадиаль хәл.
СТАДИОН [гр. stadion ‘ярыш урыны’] (Р.: стадион; И.: stadium; T.: stadyum) и.
Спорт буйынса күнегеүҙәр һәм уйындар үткәреү осон футбол майҙаны, башҡа майҙансыҡтары, йүгереү өсөн юлдары булған, тамашасылар өсөн трибуна менән уратып алынған ҡоролма. □ Стадион. Асыҡ стадион. Тубәле стадион. Ҡала стадионы. ■ Ғәбделхаҡ атаһы менән килеп ингәндә стадиондыц күп яруслы трибуналарында тығыҙланып урынлашҡан халыҡ дицгеҙе ҡорт иләүе кеүек ҡайнаша ине. Д. Исламов.
СТАДИЯ [гр. stadion ‘үлсәү берәмеге’] (Р: стадия; И.: stage; step; stadium; T.: devre, safha) u.
Нимәнецдер үҫешендәге айырым сифат үҙенсәлегенә эйә булған бер баҫҡыс; этап, фаза. □ Стадия. / Стадийный. Башланғыс стадия. Һуцғы стадия. Дүртенсе стадия. ■ [Штаб начальнигы:] Мин ни... мәсьәлә өйрәнеү стадияһында әле, тип ҡотолорға мәжбүр булам. Б. Рафиҡов. Зиада Димскаяныц ашҡаҙанын асҡас, һуцғы стадияһына еткән яман шеш барлығы беленде. Д. Бүләков.
СТАДИЯЛЫ (Р: стадийный; И.: taking place by stages; T.: devreli) с.
Стадиянан стадияға күсә барған; этаплы.
□ Стадийный. Күп стадиялы. Стадиялы процесс. Стадиялы үҙгәреш. Стадиялы үҫеш.
СТАДИЯЛЫЛЫК (стадиялылығы) (Р: стадийность; И.: stadiality; staging; T.: devrelilik) и.
Нимәнецдер стадиялы формалашыу ы.
□ Стадийность, стадиальность. Үҫеш стадиялылығы. Үҙгәреш стадиялылығы. Мәғдән барлыҡҡа килеү стадиялылығы. Эшләнеш стадиялылығы.
СТАЖ [фр. stage < лат. stagium ‘ваҡытлыса тороу’] (Р: стаж; И.: length of service; T.: çalışma süresi; staj) u.
1. Берәй эш һәм эшмәкәрлек дауам иткән ваҡыт араһы. □ Стаж. Табип стажы. Уҡытыусы стажы. Эш стажы. ■ Мәҙинә: «Мин колхозда эшләнем, ағай, стажым етерлек — егерме алты йыл», — тип яуапланы. Т. Ғарипова. Бер-ике йыл эшләгәс, эшсе стажы менән университетҡа инеү ецелерәк булыр, тип өмөт итә Ғәни. Ә. Бикчәнтәев. [Ғәзизә — Ремирға:] Эшләйем. Уҡыр өсөн стаж кәрәк. Т. Сәғитов.
2. Эш башлаған кешенең тәжрибә алып, һәнәргә эйә булыуы өсөн кәрәк булған ваҡыт.
□ Стаж. Стаж алыу. Һынау стажын үтеү. ■ [Наилә:]Мицә бит әле кандидатлыҡ стажы үтәһе бар [мастерлыҡҡа]. Т. Сәғитов. [Роза — Илдарға:] Мин һицә рекомендация бирер инем дә, әлегә стажым етмәй шул. Р. Байбулатов.
СТАЖЁР [фр. stagiaire] (Р: стажёр; И.: probationer; trainee; T.: stajiyer) и.
Стажировка үтеп йөрөүсе кеше. □ Стажёр. Стажёр практикаһы. Стажёр инженер. Стажёр булыу. ■ [Гөлкөсурин:] Иллә-мәгәр күп һәнәрле кеше булып киттем бит әле: иптәш лесничий, стажёр, юл күрһәтеүсе. Н. Мусин.
СТАЖИРОВКА [рус.] (Р: стажировка; И.: period of probation; probation; T.: staj yapma) и.
1. Махсус уҡыу йортон тамамлағандан һуң, учреждение һ. б. штатына алыныр алдынан кешенең эштә һынау ваҡытын үтеүе.
□ Стажировка (испытательный срок). Адвокатлыҡ стажировкаһы. Стажировка срогы. Оркестрға стажировка үтеү.Университеттан һуц стажировка үтеү.
2. Ниндәйҙер һәнәргә эйә булыу өсөн уҡыусының алған эш күнекмәһе, хеҙмәт тәжрибәһе. □ Стажировка. Йәйге стажировка. Мәктәп стажировкаһы.
СТАЖЛЫ (Р: со стажем; И.: of long length of service; T.: tecrübeli) c.
Күпмелер стажға эйә, ҙур стажы бар.
□ Со стажем. Стажлы табип. Стажлы хеҙмәткәр. Стажлы уҡытыусы. ■ Сәлим
628