СТАН
ағай — утыҙ биш йыллыҡ стажлы юғары квалификациялы хәреф йыйыусы. X. Мохтар.
СТАЙЕР [ингл. stayer ‘сыҙамлы кеше’] (Р.: стайер; И.: long-distance runner; T.: uzun mesafe koşucusu) u.
Алыҫ араға йүгереүсе йәки йөҙөүсе, коньки шыуыусы һ. б. спортсы. □ Стайер. Стайерҙар ярышы. ■ Шамсун биш километр араға йүгереү буйынса республиканың иң көслө стайеры булып танылған. Н. Мусин.
СТАКАН [рус.] (Р.: стакан; И.: glass; Т.: bardak) и.
1. Ҡулға тотоп эсә торған тотҡаһыҙ, сөм быяла һауыт. □ Стакан. Һырлы стакан. Ҡырлы стакан. Бәләкәй стакан. ■ Ғәбитов .. графиндан стаканға һыу ҡойоп эсте. Я. Хамматов. Мөхәррир яртылаш бушаған стаканын өҫтәл уртаһына шыуҙырҙы. Ә. Хәкимов. Гәлсәр стаканға яртылаш итеп эсемлек ҡойолған. Н. Мусин. Стакан ҡайҙалыр бәрелеп, селпәрәмә килде. X. Ғиләжев.
2. Шул һауытҡа һыйған нәмә. □ Стакан. ■ Салих бер нисә стаканды тиҙ генә бүҫкәртте лә ирендәрен ялап ҡуйҙы. Ғ. Хәйри.
3. Цилиндр рәүешендәге эсе ҡыуыш төплө деталь. □ Стакан. Һауыу стаканы. Газголдер стаканы. Буфер стаканы.
СТАКАНЛАП (Р: стаканами; И.: by glasses; T.: bardak ile) р.
Стакан менән. □ Стаканами. Стаканлап эсеү. Стаканлап үлсәү. Стаканлап ҡойоу. И Бер ҡыҙ мөйөштәге болдорҙа .. стаканлап көнбағыш һатып ултыра. С. Агиш. Кинйәғолдо ла, Фролинконы ла баҙарҙа туҡтатҡан нәмә стаканлап ҡатыҡ һатыусы ҡаҙаҡ ҡыҙы булды. А. Таһиров.
СТАЛАГМИТ [гр. stalagma ‘тамсы’] (Р: сталагмит; И.: stalagmite; T: stalagmit, dikit) и.
Кальций һәм углекислый газ менән туйынған һыу тамсыларының түбәнән, көмбәҙҙән ағып төшөүе арҡаһында мәмерйә төбөндә ослайып йәки бағана булып ҡатҡан (күберәк эзбизлы) минераль ултырма. □ Сталагмит. / Сталагмитовый. Сталагмит бағанаһы. ■ Аҫҡын мәмерйәһенең «иҙәне»
боҙ менән ҡапланған. .. Иҙәндән һерәйеп ҡалҡып торған сталагмиттар ҙа боҙҙан тора. М. Хисмәтов. «Унда сталагмиттар, сталактиттар бар», — тип дауам итте күҙлекле малай. Д. Бүләков. Эске залдарға инеүселәрҙе матур боҙло ҙур сталагмит колонналары ҡаршы ала. «Башҡортостан», 24 ғинуар 2012.
СТАЛАГМИТЛЫ (Р: сталагмитовый; И.: stalagmitic; T.: stalagmitli, dikitli) с.
Сталагмиттары булған, сталагмиттар тупланған. □ Сталагмитовый. Сталагмитлы мәмерйә. Сталагмитлы зал. Сталагмитлы колонналар.
СТАЛАКТИТ [гр. stalaktos ‘тамсылаусы’] (Р: сталактит; И.: stalactite; cavestone; T.: stalaktit, sarkıt) и.
Кальций һәм углекислый газ менән туйынған һыу тамсыларының парға әйләнеүе арҡаһында имсәк йәки суҡтар рәүешендә ҡатып, аҫылынып торған (күберәк эзбизлы) минераль ултырма. □ Сталактит. / Сталактитовый. ■ «Бына беҙ мәмерйәнән бәләкәс кенә сталактиттар ҙа алып сыҡтыҡ», — тип балаларҙың береһе нәҙек быяла торбаға оҡшап торған таштар күрһәтте. Ғ. Ибраһимов. Шахта стеналары ғәжәйеп сталактит һәм боҙ сусаҡтар менән биҙәлгән. «Башҡортостан», 24 ғинуар 2012.
СТАЛАКТИТЛЫ (Р: сталактитовый; И.: stalactic; stalactitic; T.: stalaktitli, sarkıtlı) c.
Сталактиттары булған, сталактиттар тупланған. □ Сталактитовый. Түбәләре сталактитлы. ■ Израиль белгестәре сталактитлы мәмерйәлә бынан тиҫтәләгән мең йыл элек тәүтормош кешеләренең йәшәүен раҫлаусы эҙҙәргә юлыҡҡан. «Йәшлек», 28 май 2008.
СТАН I [рус.] (Р: стан; И.: campingground; T.: kamp; asker) и.
1. Баҫыу, балыҡсылыҡ һ. б. бригадаларының сезонлы эш осоронда ваҡытлыса торған урыны, торағы. □ Стан (временное жильё). Ҡыр станы. Баҫыу станы. Бригада станы. ■ Баҫыу станына ауыл яғынан, яңы ғына һалынған юл буйлап, өсәр тонналыҡ ике машина килеп туҡтаны. С. Агиш. Барлыҡ трактористар, .. прицепщиктар,
629