Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 630


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СТАН
сәсеуселәр — бөтәһе лә иртән иртук станға йыйылды. Ә. Вәли. Стәрлетамаҡ ям станы ярайһы ғына ҙурайғайны. Ғ. Ибраһимов. Турайғыр, орсоҡташ һымаҡ тәгәрәп, станға килеп етте. А. Абдуллин.
2. тар. 1917 йылға тиклемге Рәсәйҙә өйәҙҙең административ яҡтан һәм полиция участкалары яғынан бүленеше. □ Стан (административное деление). Ҙур стан. ■ [Желудовский] бөтә губернала маҡтаулы .. станында тағы ла крәҫтиән болалары башланған икән тигән атаҡ сығыуҙан бигерәк тә ныҡ ҡурҡа ине. Һ. Дәүләтшина.
3. хәрби. Хәрби көс, ғәскәр. □ Стан (военный). Станды яуға кутәреу. ■ Яу станында икәндәрен иҫтәренә төшөрөргә кәрәк, һорнай менән дөмбөр иғтибар талап иткәндән һуң, һөрәнсе тамаҡ ярҙы. Б. Рафиҡов. Ҡапыл килеп баҫҡас, ҡарауылдағы һаҡсылары ла йоҡо аралаш йунләп ҡаршылыҡ курһәтә алманы, стан һә тигәнсе туҙҙырып ташланды. Ғ. Хөсәйенов.
СТАН II [рус.] (Р: стан; И.: block mill; machine; T.: alet; makine) и. тех.
1. Терәк, таяу хеҙмәтен үтәгән ҡоролма. □ Стан. Тирмән станы. ■ Нурғәле сым тарттырылған рамдарға балауыҙ йәбештерергә ултырҙы. Станға тәуҙә балауыҙҙы.. һала ла нәҙек тимер сымдар буйынса роликты тәгәрләтә. Н. Мусин.
2. Ниндәйҙер бер эш өсөн (баҫыу, ҡыҫыу, бысыу, туҡыу һ. б.) тәғәйенләнгән машина йәки машиналар системаһы; станок. □ Стан, станок. Утын бысыу станы. Сым һуҙыу станы. Токарь станы. Н Был цехта мин уҙем эшләнем. Ҡайнар .. ҡорос киҫәктәрен ҙур ҡыпсыуыр менән эләктереп алып, стандарға ташлап йөрөнөм. М. Хәйҙәров. Олатаһы иң нәҙек кәртәне станға һала ла, уҙе өҫтөнә менеп ултыра. И. Ғиззәтуллин. Аҡ йөндән һуғылған ҡалын туҡыманы стан өҫтөнә урап һалып, яҡ-яҡтан дуртәр ҡыҙ беләктәре менән шығырлатып әйләндерәләр. Ф. Әсәнов.
СТАНАУАЙ [рус. становой] (Р: становой; И.: district police-officer; T.: kamp müdürü) и. һөйл.
Стан (I, 2) башлығы. □ Становой. Станауай фарманы. ■ Ни ҡылһын һуң Туҡтағол? Станауай ҙа, урядник та куренмәй. Ғ. Ибраһимов. «Сөләймән бай өйөнә станауай пристав килгән, берегеҙ ҙә ҡалмай йыйынға барығыҙ!» — тип, халыҡты таяҡлап йыйынға ҡыуа башланылар дисәтский һәм сотскийҙар. М. Ғафури.
СТАНДАРТ [ингл. standard ‘норма, өлгө, үрнәк’] (Р: стандарт; И.: standard; Т.: standart) и. ҡар. үрнәк.
1. Нимәнеңдер дәүмәле, рәүеше һәм сифаты буйынса тап килеүен талап иткән өлгө. □ Стандарт (образец). Дәуләт стандарттары. Аҙыҡ-тулек стандарты. Стандартҡа килтереу. ■ Туғанов, Мәскәу комиссияһы быға бик иғтибар итер, улар стандарт яғында тора бит, тип өмөтләнә ине. Ә. Вәли.
2. Ниндәйҙер үҙенсәлеге, оригиналлеге менән айырылып тормаған нәмә; шаблон, трафарет. □ Стандарт (шаблон). Стандарт буйынса фекерләу. Ҡараштар стандарты.
■ Ҡайһы берҙә [шиғырҙа] лирик «мин»гә тәбиғи булмаған сифаттар бирелә, йәиһә тартып-һуҙып дөйөм бер стандартҡа буйһондорола. М. Ғәли.
СТАНДАРТЛАШТЫРЫУ (стандартлаштыр-) (Р: стандартизировать; И.: standardize; normalize; T.: standartlaştırmak) ҡ.
1. Талап ителгән дәүмәл, рәүеш, сифатҡа килтереү. □ Стандартизировать. // Стандартизация. Деталдәрҙе стандартлаштырыу. Продукцияны стандартлаштырыу. Шрифтарҙы стандартлаштырыу.
■ Хеҙмәт квалификацияларын профессиональ йәһәттән стандартлаштырып сертификатларға, белгестәр әҙерләуҙең модулле программаларын ҡабул итергә кәрәк. «Башҡортостан», 2 август 2013.
2. Индивидуаль үҙенсәлекте бөтөрөү, бер ҡалыпҡа һалыу. □ Стандартизировать. // Стандартизация. Стандартлаштырылған алым. Фекер даирәһен стандартлаштырыу.
СТАНДАРТЛАШЫУ (стандартлаш-) (Р: стандартизироваться; И.: standardize; normalize; T: standartlaşmak) ҡ.
1. Талап ителгән дәүмәл, рәүеш, сифатҡа килеү; стандартҡа һалыныу. □ Стандар-
630