СТАНЦИЯ
тизироваться, стандартизоваться. // Стандартизация. Стандартлашҡан продукция. Стандартлашҡан етештереу. Стандартлашҡан программа. Дәреслектәрҙе стандартлаштырыу.
2. Индивидуаль үҙенсәлек бөтөрөлөү, бер ҡалыпҡа һалыныу. □ Стандартизироваться. // Стандартизация. Стандартлашҡан алым. Стандартлашҡан образ. ■ Башҡорт халыҡ әҙәбиәте жанрҙары стиле ныҡ стандартлашҡан стиль булғанлыҡтан, сеңләуҙәрҙең дә уҙенә генә хас стиле бар. С. Бәҙретдинов.
СТАНДАРТЛЫ (Р.: стандартный; И.: (established) standard; T.: standarta uygun) c.
Стандартҡа (1) тап килгән, стандартҡа торошло булған. □ Стандартный. Стандартлы продукция. Стандартлы металл. Юғары стандартлы бал. ■ Юғары стандартлы юл төҙөләсәк! «Йәшлек», 26 март 2013. Рәсәйҙә «Евро-4» һәм «Евро -5» стандартлы бензинға акциздарҙы арттырыуҙары ихтимал. «Шоңҡар», 8 ноябрь 2012.
СТАНОК (станогы) [рус.] (Р.: станок; И.: machine; lathe; press; T.: tezgâh; alet) u.
1. Төрлө нәмә яһай һәм эшкәртә торған машина. □ Станок (машина). Ҡырыу станогы. Быраулау станогы. Токарь станогы. Туҡыу станогы. Китап баҫыу станогы. ■ Станок бер тигеҙ тауыш сығарып, зырлап әйләнә. Б. Бикбай. Станок айға өс мец дурт йөҙ метр бырауланы, илгә йөҙәрләгән мец һум экономия бирҙе. 3. Биишева. [Катеринчук — Матросовка:] Тегенеһе — рейсмус, ә бына быныһы — фрезер станогы, бик һәйбәт станок. Ә. Бикчәнтәев. Яцы мастерскойҙа ике токарь станогы, верстактар, мотор урынлаштырылды. А. Карнай. «Бына был станоктарҙа балаҫ, киндер һуға торғайнылар», — тине Азамат ҡунаҡтарға. Р. Солтангәрәев.
2. Берәй төрлө эш өсөн булған яйланма, ҡоролма. □ Станок (приспособление). Алтын йыуыу станогы. Дуға бөгөу станогы. ■ Балсыҡ әҙер булғас та станокҡа ҡуялар, унда уны ҡалыплап, сынаяҡ итеп ҡаялар. Ғ. Амантай. Бер егет, балтаһын киҫкәгә сабып, уҙенә курә станок яһаны ла,
тимерсыбыҡтың бер осон шунда ҡуйып, ҡаҙаҡ оҙонлоғо ғына ҡалдырып, сукеш менән өҙә башланы. Д. Исламов.
3. хәрби. Хәрби ҡоралдар нығытып ҡуйылған нигеҙ. □ Станок. Автомат станогы. Пулемёт станогы. ■ Станоктағы пулемёттың бер генә лентаһы ҡалған. X. Ғиләжев. Мылтыҡты станокҡа нығыталар ҙа указкаға ҡарап төҙөйҙәр, тағы шуны уҡ ҡабатлайҙар. Н. Ҡәрипов.
4. а. х. Дағалау, дауалау һ. б. өсөн малды индереп ҡуя торған яйланма. □ Станок. Дағалау станогы. Дауалау станогы. ■ Айғырҙы көскә-көскә станокҡа килтереп бәйләнек. Т. Килмөхәмәтов. Хайуанды әй-тәһец, йомшаҡ баҫыу юлдарында ғына йөрөп ғәҙәтләнгәс ни, һис тә дағалатаһы килмәне, станокҡа инмәй ыҙалатты. Р. Низамов.
5. һарай эсендә яңғыҙ мал өсөн эшләнгән бәләкәй бүлмә. □ Станок (стойло). ■ Сусҡалар таҙартылып, станоктарға бикләнгән. Ә. Зәйнуллин. Хәҙер Буян юҡ инде... Айғырҙың станогы буш. Р. Низамов.
СТАНОКЛЫ (Р: станковый; И.: mounted; T.: tezgâha yerleştirilmiş) с. хәрби.
Станокка (3) нығытылған. □ Станковый. Станоклы орудие. ■ Уң яҡта снарядтар ярылды, һулаҡайҙа тәтелдәгән станоклы пулемёттарҙың тоноҡ тауышы ишетелде. Я. Хамматов.
СТАНОКСЫ (Р: станочник; И.: machine operator; T: makine işleten kimse) u.
Станокта (1) эшләгән кеше. □ Станочник, станочница. Йәш станоксы. Стажлы станоксы. Металл эшкәртеу буйынса станоксы. ■ Берекмәгә слесарҙар, станоксылар, электр монтёрҙары талап ителә. «Башҡортостан», 5 февраль 2013.
СТАНСА и. диал. ҡар. станция. Стансала тороу. ■ Дәуләкән ни, мин малай саҡтарҙа ғына станса булып, куҙ алдында ҙурайып китте. Б. Бикбай.
СТАНЦИЯ [ лат. statio ‘тороу, туҡталыш’] (Р: станция; И.: station; exchange; T.: istasyon) и.
1. Билдәле маршрут менән йөрөгән поезд һәм бүтән транспорт сараһы туҡтай торған урын. □ Станция. / Станционный. Автобус
631