СТАПЕЛЬ
станцияһы. Метро станцияһы. Тимер юл станцияһы. Станция дежурныйы. Станция начальнигы. М Бер-ике минуттан станцияға тауар поезы килеп туҡтаны. А. Абдуллин. Ишбулат ағай Төйлөгән станцияһына поезға ултырыу башланыр алдынан ғына килеп етте. 3. Биишева. Хисам әле тимер юл станцияһын уҙ ғумерендә тәуләп курә. Б. Бикбай. Станция начальнигы урта буйлы, яҡшы кейенгән бер егетте эйәртеп килде. А. Таһиров.
2. Билдәле бер территорияны берәй йәһәттән хеҙмәтләндергән йәки тикшеренеү эше алып барған махсус учреждение. □ Станция. / Станционный. Метеорологик станция. Сейсмик станция. Мелиорация станцияһы. Ремонт станцияһы. Санитария һәм эпидемиология станцияһы. Телефон станцияһы. Тәжрибә станцияһы. ■ Башҡортостан электр станцияларының ҡеуә-те хәҙер миллиондарса киловатт менән иҫәпләнә. Ә. Байрамов. Таллы машина-трактор станцияһында байтаҡтан бергә эшләп килгәнгә, Мартынов менән Ҡунакбаев — куптәнге белештәр. Ә. Вәли. Володя ҡалала йәшәһә лә, уны беҙҙең егет тип иҫәпләп булмай, буш ваҡытын ул йә стадионда, йә һыу станцияһында уҙғара. Ә. Бикчәнтәев.
СТАПЕЛЬ [гол. stapel ‘түшәтмә’] (Р.: стапель; И.: building slip(s), stocks; T: kızak) и. диңг.
Караптарҙы төҙөү, йүнәтеү, һыуға төшөрөү өсөн хеҙмәт иткән, һыуға ауыш бетонланған майҙан. □ Стапель. Арҡыры стапель. Стапелгә мендереу. Стапелдән төшөрөу. Стапель янынан ҡуҙғалыу. Карап стапель ҡырына килеп туҡтаны.
СТАРАТЕЛЛЕК (старателлеге) (Р.: старательство; И.: gold prospecting; T.: maden arama işi) u.
Старатель эше. □ Старательство. Старателлек итеу. ■ Һәр кем яңғыҙ-ярым старателлек итә. Ғ. Дәүләтшин.
СТАРАТЕЛЬ [рус.] (Р: старатель; И.: gold miner; T.: maden arayıcısı) и.
Ябай ысул менән үҙ яйына алтын эҙләп, алтын йыуған кеше. □ Старатель. Старателдәр артеле. Старатель булыу.
■ Кәшфи менән Бастан .. Ирәндек буйын айҡап, ваҡ-ваҡ шишмәлектәр буйында алтын йыуған старателдәр ине. С. Кулибай. Старатель отвалдың туңмаған ҡатынан ҡомло балсыҡты улаҡҡа ырғытып көрәге менән болғаны. Я. Хамматов. Старател-дәрҙән алтын ҡабул итеп, сейфҡа тапшыра ла, Заһретдиндың хеҙмәте тамам. Р. Өмөтбаев.
СТАРООБРЯДСЫ (Р: старообрядец; И.: Old Believers; T.: Eski inananlar) и. дини.
Мәскәү патриархы Никон үткәргән реформаларҙан һуң (1605—1681), сиркәүҙән ситләшкән православие христиандарының Рәсәйҙә өҫтөнлөк иткән бер өлөшө.
□ Старообрядец; старообрядцы. Старооб-рядсылар ҡасабаһы. Старообрядсыларҙың йәшәу рәуеше.
СТАРООБРЯДСЫЛЫҠ (Р: старооб рядчество; И.: Old Belief; T.: Eski Inananlar-lık) u.
Мәскәү патриархы Никон үткәргән реформаларҙан һуң (1605—1681), сиркәүҙән ситләшкән православие христиандарының Рәсәйҙә өҫтөнлөк иткән ағымы.
□ Старообрядчество. / Старообрядческий. Старообрядсылыҡ тарихы. Старообрядсылыҡ фольклоры.
СТАРОСТА [рус.] (Р: староста; И.: elder; warden; T.: başkan) и.
1. Йәмәғәт эшен алып барыу өсөн һайлап йәки билдәләп ҡуйылған вазифалы кеше. □ Староста. Өйәҙ старостаһы. Ауыл старостаһы. Артель старостаһы.
■ Зәки Вәлиди курше ауылдарҙан йәһәт кенә старосталарҙы, арҙаҡлы кешеләрҙе алып килергә ҡушты. Р. Байымов. Ныязғол староста аяҡтарын ике яҡҡа ҡаратып арҡыры баҫып, ҡайҡая биреп, алдан китте. Һ. Дәүләтшина. Ғариф инде, губернатор янында һәйбәт куренеп, Ташбатҡан ауылында ғумер буйы староста булып ҡалырға теләне. Ж. Кейекбаев, «һуҙең хаҡ, Ураҙай староста», — тип тынлыҡты боҙҙо Алдар. Н. Мусин.
2. Класта, түңәрәктә һәм башҡа ерҙә тәртип һаҡлау өсөн уҡыусылар араһынан һайлап ҡуйылған кеше. □ Староста. Группа
632