СТАРШИНАЛЫҠ
старостаһы. Класс старостаһы. Курс старостаһы. ■ «Исемлектә ниңә беҙҙең яҡшы уҡыған староста Айҙар юҡ?» — тип, кемдер сәйерһенеп кенә һорау бирҙе. Р. Байбулатов. Кыҙырас уҙенә булған бындай иғтибарға ни тип яуап ҡайтарырға өлгөрмәне, Ғәбит ағай: «Оҫталыҡ туңәрәгепә староста итеп Кыҙырасты һайларға кәрәк», — тип тә ҡуйҙы. 3. Биишева.
СТАРТ [ингл. start ‘башлау’] (Р.: старт; И.: start; Т.: start) и.
1. Уҙыш ярыштарының башланған мәле. □ Старт. / Стартовый. Старт биреу. Старт иғлан итеу. Саңғысылар старт ала. ■ Өс километр араға ярышасаҡ ҡыҙҙар стартҡа әҙерләнгәс, диктор ошо уҙышта ҡатнашыусыларҙың исемен әйтеп сыҡты. Н. Мусин. Иң һуңынан 800 метрға старт бирелде. Ә. Бикчәнтәев.
2. Осоу аппаратының күтәрелгән мәле.
□ Старт. / Стартовый. Самолётты стартҡа әҙерләу. ■ Самолётты стартҡа оҙатҡан һайын, Хисамовтың куккә кутәрелеу теләге арта барҙы. А. Мағазов.
3. Берәй араны үтеү буйынса ярыш башланған урын. □ Старт (место старта). Эстафетала ҡатнашыусыларҙың стартҡа баҫыуы. ■ Илдарға ла стартҡа баҫырға команда яңғыраны. Р. Байбулатов. Һабантуй башланыу иғлан ителде: аттар стартҡа баҫты. Т. Ғарипова. Взводтың беренсе станковый пулемёт отделениеһы стартҡа баҫа. Р. Өмөтбаев. Аттар юртаҡлап старт яғына киттеләр. Т. Килмөхәмәтов.
4. Осоу аппараты күтәрелеп китә торған урын. □ Старт. Старттан осоп китеу. Ракетаны стартҡа урынлаштырыу. Самолётты стартҡа ҡуйыу. Старттан кутәрелеп китеу.
СТАРТЁР [ингл. starter < start ‘башлау’] (Р: стартёр; И.: starter; T.: başlatan kimse, yarışta çıkışı veren kimse) u.
1. Стартҡа (1) сигнал биргән кеше.
□ Стартёр, стартер. Стартёр сигналы. Стартёр атыуы. Стартёр байраҡ менән сигнал бирҙе.
2. Эске яныу двигателен тоҡандыра торған ҡорамал. □ Стартёр, стартер.
Я «Алға!» — тип команда бирҙе Новиков. Зубенко аяғы менән стартёрға баҫты. Ғ. Аллаяров. Ширинкин стартёр менән оҙаҡ ҡына маташты. Ә. Вәли. Шофёр, бер секунд та көттөрмәй, стартёрға баҫты. Б. Рафиҡов.
СТАРШИНА [рус.] (Р: старшина; И.: ensign; T.: asteğmen; başkan) и.
1. хәрби. Рәсәй Армияһында иң юғары кесе командир дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше (прапорщик). □ Старшина. Рота старшинаһы. Старшина погоны. Старшина булыу. ■ Бөтәһе лә уҙгәрҙе: фельдфебелде старшинаға өйләндерҙеләр, поручиктар, төрлө вахмистрҙар, есаулдар бөттө, ә писарь һуҙе тороп ҡалды. И. Абдуллин. Старшина һонтор буйлы, ябыҡ һалдаттың башынан аяғына тиклем ҡарап алды ла, олтаны ҡубып, лапшайып торған киң ҡуныслы кирза итекте куреп, оторо ҡыҙып китте. Ғ. Аллаяров.
2. хәрби. Рәсәй хәрби диңгеҙ флотында сержантҡа тиң кесе командир дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Старшина. Беренсе дәрәжәле старшина. Икенсе дәрәжәле старшина.
3. тар. 1917 йылға тиклемге Рәсәйҙә ниндәйҙер ҡатлам йәки һәнәр кешеләренең ойошмаһына етәкселек итеү өсөн һайлап ҡуйылған кеше. □ Старшина. Ауыл старшинаһы. Поход старшинаһы. Цех старшинаһы. ■ Собхан старшиналарҙың һырлап-селтәрләп, зәңгәргә буяп эшләнгән өр-яңы ҡапҡаларының алды урам уртаһына хәшле тап-таҡыр итеп көрәп ҡуйылған.
3. Биишева, һыу буйына тирмәнгә бара торған юлдан Зариф зимагор менән курше волость старшинаһының кусере Егор дуҫ килеп сыҡты. И. Ғиззәтуллин.
СТАРШИНАЛЫҠ (старшиналығы) (Р.: должность старшины; И.: ensign’s rank; T.: asteğmenlik) и.
Старшина вазифаһы. □ Должность старшины. Старшиналыҡ итеу. ■ Старшиналыҡ миҙалын алғас, Илмырҙа Сатранан Елмерҙәк ауылына кусеп килде. Я. Хамматов. Яныштың старшиналығы батша закондарының ҡатылығы халыҡҡа һаман
633