СТАРШОЙ
арта барған осорға тура килде. Ғ. Хөсәйенов. Хәйбрахман бай — ул ябай ғына бай тугел, уҙе йәш сағында бер нисә йыл рәттән старшина булып торған кеше, хәҙер старшиналыҡ мираҫ булып улы Ғаязға ҡалды. Д. Юлтый.
СТАРШОЙ [рус.] (Р.: старшой; И.: chief; T.: büjük) и. һөйл.
Йәше йәки вазифаһы яғынан өлкәнерәк кеше. □ Старшой. Старшой әмере.
СТАТИК (Р.: статический; И.: static; statical; T.: statik, değişmez, duruk) c.
1. физ. Хәрәкәтһеҙ, тыныс хәлгә мөнәсәбәтле. □ Статический. Статик баҫым. Статик теория. Йылғаның статик кимәле.
2. Хәрәкәтһеҙ, үҙгәрешһеҙ. □ Статический. Статик хәл. Мускулдарҙың статик көсөргәнеше. Статик рәуештә һурәтләу.
■ Яҙма поэзия традицион образдарҙы бер ваҡытта ла статик рәуештә ҡулланмай, традицион образға элек һалған эстетик йөкмәтке яңы сифаттар менән байытыла. В. Әхмәҙиев.
СТАТИКА [гр. statos ‘тороусы’] (Р: статика; И.: statics; T.: dinginlik bilimi; statik) и.
1. физ. Механиканың көс тәьҫире аҫтындағы есемдең тигеҙлек һаҡлау шартын өйрәнә торған бүлеге. □ Статика. Статика һәм динамика. Шыйыҡлыҡтар статикаһы. Ҡоролмалар статикаһы. Механизмдар статикаһы. Ҡаты есем статикаһы.
2. Еҫемдәрҙең хәрәкәтһеҙ торған хәле. □ Статика. Статикала булыу. Статика хәле. Статика торошо.
СТАТИСТ [гр. statos ‘тороусы’I (Р: статист; И.: supernumerary; mute; extra; T.: figüran, ekstra) и. театр.
һүҙһеҙ ролдә уйнаған, күмәк күренештәрҙә ҡатнашҡан артист. □ Статист.
■ [А .Д. Цюрупа:] Тәуҙә Семберҙә, ә унан Өфөлә статист булып эшләнем. В. Исхаҡов.
СТАТИСТИК I (статистигы) [рус.] (Р: статистик; И.: statistician; demographer; statistic; T.: istatistikçi) и.
Статистика буйынса белгес, статистика менән шөғөлләнгән кеше. □ Статистик. Статистик вазифаһы. Статистик булып эшләу. Статистиктар талап ителә.
СТАТИСТИК II (Р: статистический; И.: statistical; statistic; T.: istatiksel) с.
Статистикаға мөнәсәбәтле йәки статистикаға нигеҙләнгән. □ Статистический. Статистик бюро. Статистик контроль. Статистик куҙәтеуҙәр. Статистик мәғ-лумәт. Статистик таблица.
СТАТИСТИКА [нем. statistik < лат. status ‘торош, хәл’] (Р: статистика; И.: statistics; Т.: sayım bilimi; istatistik, sayımlama) и.
1. Йәмғиәт менән ижтимағи хеҙмәт үҫешенең һан күрһәткестәрен һәм шул күрһәткестәрҙең үҙгәрешен, үҙ-ара нисбәтен сифат йөкмәткеһе менән тығыҙ бәйләнештә өйрәнә торған фән. П Статистика (наука). Иҡтисади статистика. Социаль статистика. Н Статистика мәғлумәттәре раҫлаған был фекер менән бәхәсләшкеһе килмәй Фәриттең. Ф. Әсәнов.
2. Халыҡ хужалығының, ижтимағи тормоштоң ниндәйҙер әлкәһендә шул фән ысулдары менән алып барылған иҫәп һәм шул иҫәп биргән мәғлүмәт. □ Статистика. Ауыл хужалығы статистикаһы. Демография статистикаһы. Сәнәғәт статистикаһы. Тимер юл статистикаһы. Төҙөлөш статистикаһы. Тыуыу статистикаһы. ■ Йылдың-йылы статистика ап-асыҡ теркәп бара, тарҡалған ғаиләләр арта тора. Т. Сәғитов. Рамазан Үрге Ҡасҡын район советының статистика булегенә лә инеп сыҡты, колхоздарҙың хәҙерге курһәт-кестәрен уҙған йылғы һандар менән сағыштырып ҡараны. Р. Низамов.
3. Ҡайһы бер фәндә ҡулланылған һан күрһәткестәре ярҙамында тикшереү ысулы.
□ Статистика (научный метод). Математик статистика. Лингвистик статистика.
СТАТОР [лат. stator ‘тик тороусы’] (Р: статор; И.: stator; T.: stator, duruk) и.
Электр машиналарының ҡуҙғалмай торған өлөшө. □ Статор. Генератор статоры. Турбина статоры. Дуға һымаҡ статор.
СТАТУС [лат. status ‘хәл, торош’] (Р: статус; И.: status; T.: statü, durum) и.
Граждандың йәки юридик шәхестең хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләгән хәл.
□ Статус. Дипломатик статус. Статусты
634