Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 635


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СТАЦИОНАР
билдәләу. Дәуләттең бойондороҡһоҙлоҡ статусы. Н [Миҙхәт:] Шишмәләргә «тәбиғәт ҡомартҡыһы» тигән статус бирелгән икән, улар бит закон һағы аҫтында. Б. Рафиҡов. [Прокурор — Иван Григорьевичҡа:] һеҙ теләгәнсә, алдан килешеу, миңә — рәсми хеҙмәт кешеһе генерал-прокурорға — баштан уҡ юридик статус ҡағиҙәләрен боҙоу булыр ине. Ғ. Хөсәйенов.
СТАТУС-КВО [лат. status quo (ante bellum) ‘һуғышҡа тиклем булған хәл-торош’] (Р.: статус-кво; И.: status quo; T.: statüko) и.
Халыҡ-ара хоҡуҡта билдәле бер ваҡытта булған хәл. □ Статус-кво. Статус-квоны һаҡлау. Статус-квоны яңынан ҡайтарыу.
СТАТУТ [лат. statutum} (Р: статут; И.: statute; T.: tüzük, kaide) и.
Нимәнелер башҡарыу, ҡулланыу, эшләү тәртибен билдәләгән ҡағиҙәләр йыйылмаһы.
□ Статут. Юридик статут. Дан ордены статуты. БМО статуты. Ҡала статуты. Университет статуты.
СТАТУЭТКА [фр. statuette ‘бәләкәй һәйкәл’ < лат. statua] (Р: статуэтка; И.: figurine; statuette; T.: heykelcik, figür) и.
Ниндәйҙер материалдан (ағас, балсыҡ, таш һ. б.) яһалған, бүлмәне биҙәү өсөн ҡулланылған бәләкәй генә скульптура.
□ Статуэтка. Тимер статуэтка. Бронза статуэтка. Фарфор статуэтка. Я Был статуэтка әле лә турҙә өйҙәрен йәмләп ултыра. Р. Солтангәрәев.
СТАТУЯ [лат. statua < гр. states ‘тороусы’] (Р.: статуя; И.: statue; figure; T.: heykel, anıt) и.
Кеше йәки хайуандың, ғәҙәттә, бөтә һынын кәүҙәләндергән скульптураһы.
□ Статуя. Мәрмәр статуя. Статуя эшләу. Өс метр бейеклектәге статуя.
СТАТЬЯ [рус.] (Р: статья; И.: article; Т.: makale) и.
1. ҡар. мәҡәлә. Ғилми йәки публицистик стилдә яҙылған һәм гәзит-журналда, берәй йыйынтыҡта баҫылып сыҡҡан бәләкәй күләмле хәбәр. □ Статья. Я [Мансур Сабитович — Рамаҙанға:] Мин һеҙҙең һәр бер статьяғыҙҙы ентекләп уҡып барам. Р. Низамов.
2. юр. Юридик документтағы, төрлө атамалы яҙмаларҙағы, һүҙлек һәм башҡа нәмәләге айырым бер бүлек. □ Статья. Договор статьяһы. Енәйәт кодексы статьяһы. Устав статьяһы. Н Судья, Абдулланың ниндәй статья нигеҙендә яуапҡа тарт-тырылыуын әйткәс, суд барышында була торған тағы бер нисә формаль процедураларҙы башҡарҙы ла шаһиттарҙан һорау ала башланы. Н. Мусин. Дәуләтбаев кодекстың нисәнсе статьяһында нисә йылға иректән мәхрум итеу ҡаралғанын шартлатып әйтте лә бирҙе. Б. Рафиҡов. Ауыр тугел договор статьяларын ҡағыҙға теҙеп яҙыу. Ш. Янбаев.
3. фин. Финанс документының, бюджеттың керем сығанағын йәки сығым нигеҙен күрһәткән бүлеге. □ Статья. Керем статьяһы. Статья буйынса ҡаралған сығым.
СТАФИЛОКОКК (стафилокогы) [гр. staphyUi ‘виноград шәлкеме’ + coccus ‘орлоҡ’] (Р: стафилококк; И.: staphylococcus; Т.: stafilokok) и. мед.
Төрлө ауырыу тыуҙырған, ваҡ ҡына йомро бөртөксәләр рәүешендәге, ишәйгәндә суҡ хасил иткән бактерия төрө. □ Стафилококк. Стафилококк эләктереу. Стафилококк инфекцияһы. Аҡ стафилококк. Алтын таплы стафилококк.
СТАХАНОВСЫ (Р: стахановец; И.: Stakhanovite; T: stahanovcu) и. тар.
Техниканы ҡулланыуҙа ижади эш итеп социалистик ярышта ҙур уңыштарға ирешкән алдынғы эшсе (Советтар Союзында 1930—1940 йылдарҙа киң таралыш ала). □ Стахановец. Стахановсылар хәрәкәте. Я Хулиган малайҙарҙан комсомол булып, стахановсы эшсе булып китеуселәр аҙ булманы. 3. Биишева. Стахановсы Ғимран, һорау биреусегә ҡарап: «Һин кумер разре-зында булғаның бармы?» — тип һораны. Ғ. Хисамов. [Мәсәлим Мәсәлимов:] Миндәй стахановсыға берәй булмә табырһығыҙ әле. Ғ. Ғүмәр.
СТАЦИОНАР [лат. stationahus ‘хәрәкәтһеҙ’] (Р: стационар; И.: hospital; Т: hastane) и.
635