Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 636


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СТАЧКА
1. Тотороҡло бер урында эшләгән учреждение (дауахана һ. б.). □ Стационар (учреждение). / Стационарный. Стационарҙа дауаланыу. ■ Поликлиникаға дарыу яҙҙырып алырға барһа, һеҙгә стационарға ятып дауаланырға кәрәк, Ғумәр Ибраһимович, тиҙәр. Н. Мусин. Хәҙер «Волга» колхозында дурт стационар кино ғына бар. Ә. Байрамов.
2. махс. Ниндәйҙер машина, ҡоролманың нығытып ҡуйылған нигеҙе. □ Стационар (основание, фундамент). / Стационарный. Дизелде стационарға ултыртыу.
СТАЧКА [рус.] (Р.: стачка; И.: strike; walkout; T: grev) и. тар.
Эшселәрҙең эш хужаһына ниндәйҙер талап ҡуйып, ойошҡан рәүештә эш туҡтатыу ы; забастовка. □ Стачка. Эшселәр стачкаһы. Дөйөм стачка. Сәйәси стачка. Иҡтисади стачка. И Яҙға табан стачкалар бер ерҙә баҫтырылды, икенсе ерҙә уҙлегенән барып һурелде, тамамланды. Ә. Хәкимов. Генерал илдәге хәл менән дә яҡшы таныш ине: көнмә-көн әле унда, әле бында завод-фабрикаларҙа стачка булыуы тураһында хәбәрҙәр ишетелеп тора. В. Исхаҡов.
СТАЧКАСЫ (Р.: стачечник; И.: striker; Т: grevci) и.
Стачкала ҡатнашҡан кеше; забастовкасы. □ Стачечник. Стачкасылар сығышы. Стачкасылар талабы. Стачкасылар рәтенә инеу.
СТЕАРИН I [фр. < гр. stear ‘май’] (Р: стеарин; И.: stearin; Т: stearin) и.
Парафин ҡушып май шәм яһау, һабын ҡайнатыу, резина эшләү өсөн ҡулланылған аҡ йәки һарғылт төҫтәге май кеүек матдә.
□ Стеарин. Стеарин ҡушыу. Стеарин кислотаһы. Стеарин етештереу. ■ Василь Кривенко малайҙарға шахмат тәртибендә яцыраҡ бырауланған шпурҙарҙы курһәтте лә, уларҙы май шәм аҫтына иреп йыйылған стеарин кеуек ҡатланып-ҡатланып туңған боҙ йәймәләре ҡаплаған майҙансыҡҡа алып китте. Й. Мостафин.
СТЕАРИН II (Р: стеариновый; И.: stearic; daturic; T.: stearik) с.
Стеариндан яһалған, стеарин ҡушылған.
□ Стеариновый. Стеарин заводы. ■ Электр
яҡтыһы һаман юҡ ине әле, өҫтәлдә стеарин шәм яна ине. X. Мохтар.
СТЕКЛОГРАФ [рус.] (Р: стеклограф; И.: glass duplicating device; T.: cam baskı makinesi) и.
Быялаға йәбештерелгән тексты баҫа торған прибор. □ Стеклограф. И [Кулаевтыц «Әлепбей»е] тиҙ арала стеклографта баҫылып, бик аҙ һанда ғына таратылды. Ф. Иҫәнғолов. [Федотов:] Хәбәрҙәрҙе халыҡҡа еткерер өсөн стеклограф, стеклограф булмағанда, яҙыу машинаһы кәрәк. И. Абдуллин.
СТЕКЛОГРАФИСТ [рус.] (Р: стеклографист; И.: steklografist; T.: cam baskısı uzmanı) и.
Стеклографта баҫыу белгесе. □ Стеклографист. Стеклографист хеҙмәте.
СТЕКЛОГРАФИЯ [гр. graphö ‘яҙам’] (Р: стеклография; И.: glass printing; screening; T.: cam baskısı) и.
Машинкала баҫылған текстың йәки махсус ҡара менән һыҙылған иллюстрацияның быяла баҫма форманан ҡағыҙға кү-серелеүе (хәҙер ротаторҙа, ротапринтта һ.б. баҫыу менән алмаштырыла). □ Стеклография. Стеклография ысулы менән баҫыу.
СТЕЛЛАЖ [нем. stellen ‘тороу’] (Р: стеллаж; И.: rack; stack; T.: raf) и. ҡар. кәштә.
Нимәлер һаҡлау, ҡуйыу өсөн таяуҙарға беркетелгән кәштәләр йәки тирә-яғы ҡапланған шкаф. □ Стеллаж. Стеллажға ҡуйыу. Китап стеллажы. Приборҙар стеллажы. ■ [Булмәлә ] оҙон стенаның буйынан-буйына бик ҙур стеллаж ҡуйылған. Унда медицина буйынса ҡалын-ҡалын китаптар, махсус журналдар [теҙелгән]. Д. Бураҡаев. Китапханасы стеллаждар араһына инеп китте. X. Мохтар.
СТЕНА [рус.] (Р: стена; И.: wall; T.: duvar) и. ҡар. диуар.
1. Бинаның бүлмәләргә бүлеү һәм түшәмде тотоу өсөн хеҙмәт иткән вертикаль өлөшө, эргә яғы. □ Стена. Бурәнә стена. Таш стена. Өй стенаһы. Стена буйы. Стена көҙгөһө. М Тәҙрә бер ҡасан да ҡояш төшмәй торған, дурт яҡтан да кирбес стеналар
636