Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 637


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СТЕНОГРАММА
менән әйләндереп алынған ҡараңғы ишек алдына сыға ине. И. Абдуллин. Малайҙар, аласыҡҡа төкәтеп һалынған бәләкәй генә бер ҡаралтыға инеп, стеналағы кәштәләрҙе ҡарарға кереште. Р. Байбулатов.
2. Баҙ, соҡор кеүек нәмәнең вертикаль ҡабырғаһы. □ Стена. Окоп стенаһы. Мәмерйә стенаһы. ■ Новобранецтарҙыц кубеһе блиндаж эсендә стеналарға һөйәлеп ултыралар. Д. Юлтый. Шәмсетдиндәр бындай бәйләмдәрҙе алдан әҙерләп, һәр саҡ яҡында, траншея стенаһына өңөлгән махсус урында ғына һаҡлайҙар. Р. Байымов. Бындай налёт-ты беренсе тапҡыр кисергән Матросовтың бите балсыҡҡа буялып бөткән: бомбалар шартлағанда, ул окоп стенаһына ныҡ һыйынғайны. Ә. Бикчәнтәев.
3. Таштан, кирбестән һ. б. эшләнгән бейек ҡойма. □ Стена. Кремль стенаһы. Ҡәлғә стеналары. ■ Арыраҡ, тотош балсыҡ стена итеп эшләнгән ихата ҡапҡаһы янында, баштан-аяҡ ҡараға бөркәнгән ҡатын-ҡыҙ һындары төҫмөрләнә. Р. Байымов.
СТЕНА ГАЗЕТАҺЫ (Р: стенная газета; И.: wall newspaper; mural newspaper; T.: duvar gazetesi) и.
Байрамдарға, ниндәйҙер сараларға һ. б. бағышлап, ғәҙәттә, ҡулдан яһап, стенаға элеп ҡуйыла торған гәзит. □ Стенная газета, стенгазета. ■ Фәхри булмә ишеген асып ингәндә, уның иптәштәре ҙур өҫтәлде уратып, стена газетаһы яҙалар ине. Б. Ишемғол. Кластар һайын сығарылған стена газе-талары залға айырыуса йәм биреп торалар.
3. Биишева.
СТЕНА СӘҒӘТЕ (Р: настенные часы; И.: wall-mounted clock; T.: duvar saati) и.
Стенаға беркетелә торған сәғәт. □ Настенные часы. Герле стена сәғәте. Кәкукле стена сәғәте. ■ Бөгөн стена сәғәтенең теле һис ҡуҙғалмай кеуек. Ә. Бикчәнтәев. Сылт-сылт итеп стена сәғәте генә тауышлана ла, асыҡ иллюминатор артында ваҡ тулҡындар супылдай ине. Й. Солтанов.
СТЕНД [ингл. stand ‘тороу’] (Р: стенд; И.: stand; stand-up; mount; T.: stant) и.
1. Күргәҙмә материал итеп экспонаттар ҡуя торған таҡта. □ Стенд. Кургәҙмә стенды.
Стенд эшләу. Стендҡа ҡуйыу. ■ Тимербайҙың тормош юлын һәм ғаиләһен төрлө яҡлап баһалаусы ошондай документтар клубта айырым стендҡа ҡуйылды. Б. Рафиҡов. Ҙур коридор буйлап тарих фәненә ҡараған төрлө кургәҙмә материалдар, стендтар теҙелгән. Р. Байбулатов. Институт коридорының куҙгә ташланып торған урынында «Беҙҙең ғорурлығыбыҙ» тигән стенд эленгән. М. Садиҡова.
2. Машинаны йыйыу, һынау өсөн махсус ҡоролма. □ Стенд. Һынау стенды. Стендта машина йыйыу. ■ «Был стендта, — ти Миҙхәт тыныс һәм куңелле тауыш менән, — беҙ заводта сығарыла торған бөтә машиналарҙы .. һынай алабыҙ». Ә. Вәли.
3. Осоп барған сәпкә дороп менән атырға өйрәнеү йәки спорт күнегеүҙәре үткәреү өсөн махсус йыһазландырылған урын. □ Стенд. Стендҡа инеу. Стенд ҡороу. Стендта шөғөлләнеу. Стендта атыу куне-геуҙәре уткәреу.
СТЕНКА [рус.] (Р: стенка; И.: wall cabinet; T.: takım dolap) и.
Стена буйына теҙеп ҡуйыла торған мебель комплекты. □ Стенка. Стенка ҡумталары. ■ Стенка кәштәләрендә — һәр төрлө һауыт-һаба, ике ҡатына сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәре теҙелгән. Н. Мусин. Әлмира стенкала иҙәндән тубәгә саҡлы теҙелгән төрлө китаптарға, йылтыр һауыт-һабаларға, әллә ниндәй уйынсыҡтар һымаҡ әйберҙәргә ҡаранып уңайһыҙланып ҡына ултырҙы. Р. Байбулатов. Рөстәмдең бик куп тиҫтерҙәре хыял иткән бөтә нәмәһе бар: стенкалағы шкафтар тулы һәйбәт китаптар, Японияла эшләнгән иң ҡыйбатлы һәм юғары сифатлы «Шарп» магнитофоны. М. Садиҡова.
СТЕНОГРАММА [гр. stenos ‘тар’ + gramma ‘яҙыу тамғаһы’] (Р: стенограмма; И.: stenogramme; T.: stenografi ile yazılmış metin) и.
Телмәрҙе стенография менән һүҙмә-һүҙ күсереп алған яҙыу. □ Стенограмма. Стенограмма яҙыу. Стенограмманы уҡыу. Доклад стенограммаһы. ■ [Ярлыҡаев:] Тезистары әҙер — дөрөҫ, улары ла башында.
637