Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 638


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СТЕНОГРАФИК
Ә инструктор өсөн, бик ныҡышһа, стенограмма эшләргә мөмкин, ана, Люда шул эшкә лә оҫта, әйҙә, теге иптәш алып ҡайтһын да папкаһына тегеп ҡуйһын. Б. Рафиҡов.
СТЕНОГРАФИК (Р: стенографический; И.: stenographic; verbatim; T.: stenografi ile yazılmış) c.
Стенографияға мөнәсәбәтле, стенография менән яҙылған. □ Стенографический. Стенографик алфавит. Стенографик система. Стенографик тамға. Стенографик яҙма. ■ Симпозиумдың стенографик от-чётын һоратып алдырыр [Арынбаҫаров]. Д. Бүләков.
СТЕНОГРАФИСТ [рус.] (Р: стенографист; И.: stenographist; T.: steno memuru, stenocu) и.
Стенографик яҙма буйынса белгес. □ Стенографист. Стенографистар курсы. Стенографист саҡыртыу. Стенографистан документ яҙҙырыу.
СТЕНОГРАФИЯ [гр. stenos ‘тар’ + graphö ‘яҙам’] (Р: стенография; И.: shorthand; stenography; T.: steno, stenografi) и.
Телмәрҙе махсус тамға һәм ҡыҫҡартмалар менән тиҙ яҙыу ысулы. □ Стенография. Лекция стенографияһы. Телмәр стенографияһы. Доклад стенографияһы.
СТЕНОГРАФИЯЛАНЫУ (стенографиялап-) ҡ. төш. ҡар. стенографиялау. страд, от стенографиялау. Стенография-ланған телмәр. Стенографияланған сығыш. Стенографияланған фәнни доклад.
СТЕНОГРАФИЯЛАУ (стенографияла-) (Р: стенографировать; И.: stenograph; write shorthand; T: stenografi ile yazmak) ҡ.
Стенография менән яҙыу. □ Стенографировать. Лекцияны стенографиялау. Сығышты стенографиялау. Яҡлау процесын стенографияларға кәрәк.
СТЕНОКАРДИЯ [гр. stenos ‘тар’ + kardia ‘йөрәк’] (Р: стенокардия; И.: breast-pang; T: kalp sıkışması; stenokardi) и. мед. ҡар. йөрәк өйәнәге.
Күкрәк ситлеге тирәһен ҡыҫып, сәнсеп ауырттыра торған йөрәк ауырыуы. □ Стенокардия. Стенокардия өйәнәге. ■ Сте
нокардия йышыраҡ атеросклероз менән ауырыған кешеләрҙә була. В. Ғүмәров.
СТЕРЕОГРАФИЯ [гр. stereos ‘арауыҡ’ + graphö ‘яҙам’] (Р: стереография; И.: stereography; T.: stereografi) и.
Геометрик еҫемдәрҙе яҫылыҡта өс үлсәмле итеп һүрәтләү. □ Стереография. Стереография ярҙамында төшөрөлгән рәсем. Стереография алымдарын ҡулланыу.
СТЕРЕОМЕТРИК (Р: стереометрический; И.: stereometric; T.: uzay geometri ile ilgili) с. мат.
Стереометрияға мөнәсәбәтле йәки хас булған. □ Стереометрический. Стереометрик мәсьәлә. Стереометрик рәсемдәр. Стереометрик фигура. Стереометрик эксперимент.
СТЕРЕОМЕТРИЯ [гр. stereos ‘арауыҡ’ + metreö ‘үлсәйем’| (Р: стереометрия; И.: solid geometry; T.: uzay geometri) и. мат.
Элементар геометрияның арауыҡта ятҡан фигураларҙы өйрәнгән бүлеге. □ Стереометрия. / Стереометрический. Стереометрия курсы. Стереометрия фигуралары. Стереометрия буйынса мәсьәлә сисеу.
СТЕРЕОСКОП (стереоскобы) [гр. stereos ‘тығыҙ, күләмле’ + skopeö ‘ҡарайым’] (Р: стереоскоп; И.: stereoscope; T.: stereoskop) и.
Ике ерҙә төшөрөлгән һүрәтте, фотографияның күләмен күҙгә бер һүрәт итеп күрһәтә торған оптик прибор. □ Стереоскоп. Стереоскоп линзалары. Стереоскоп аша ҡарау. Стереоскоп ҡулланыу.
СТЕРЕОСКОПИК (Р.: стереоскопический; И.: stereo; stereoscopic; T.: stereosko-pik) c.
1. Күләмле, рельефлы. □ Стереоскопический. Стереоскопик һурәт. Стереоскопик эффект. Стереоскопик фото.
2. Күләмле, рельефлы һүрәттәр эшләүгә һәм уларҙы күрһәтеүгә мөнәсәбәтле булған. □ Стереоскопический. Стереоскопик кино. Стереоскопик экран. Стереоскопик төшөрөу (кино, видео).
СТЕРЕОСКОПИЯ [гр. stereos ‘тығыҙ, күләмле’ + skopeö ‘ҡарайым’] (Р: стереоскопия; И.: stereoscopy, trilateration; T.: stereoskop!) и.
638