СТЕРИЛИЗАЦИЯ
Күләмле, рельефлы һүрәттәр эшләүҙең дөйөм алымдары. □ Стереоскопия. Стереоскопия алымдары, һынлы сәнғәттә стереоскопия ҡулланыу.
СТЕРЕОТИП I (стереотибы) [гр. stereos ‘ҡаты’ + typos ‘эҙ’] (Р.: стереотип; И.: duplicate plate; stereotype plate; T.: kalıp, klişe) и. mu-погр.
Металдан, резинанан йәки пластмассанан ҡойолған баҫма ҡалыбы, типографияла хәрефтәр йыйымының йәки клишеның күсермәһе (ишәйтеп йәки ҡабаттан баҫыр өсөн ҡулланыла). □ Стереотип. Стереотип ҡойоу. Стереотиптан баҫыу. Стереотипҡа төшөрөп алыу.
СТЕРЕОТИП II (Р.: стереотипный; И.: stereotyped; stereo; stereotype; T.: basmakalıp, klişe) c.
1. типогр. Баҫма ҡалыбынан, күсермәнән алынған. □ Стереотипный. Стереотип баҫма. Стереотип китап. Стереотип етеш-тереу.
2. кусм. кит. Үҙгәрешһеҙ ҡабатланған, ҡалыплашҡан. □ Стереотипный. Стереотип яуап. Стереотип образ. Стереотип фекер йөрөтөу.
СТЕРЕОТИПИЯ [нем. Stereotypic, фр. stereotypie < гр. stereos ‘тығыҙ’ + typos ‘һүрәтләнеш’] (Р.: стереотипия; И.: stereotype; Т.: stereotip) и.
1. типогр. Стереотип ҡойоу процесы һәм шунан баҫыу ысулы. □ Стереотипия. Стереотипия ысулы баҫма сығымдарын ҡыҫҡарта.
2. мед. Ҡайһы бер психик ауырыуҙа күҙәтелгән бер үк хәрәкәтте, һүҙҙе механик рәүештә ҡабатлау күренеше. □ Стереотипия. Стереотипия — шизофрения ауырыуының бер билдәһе. Стереотипия аҡылға зәғиф кешеләрҙә куҙәтелә.
СТЕРЕОТОРБА [рус. стереотруба] (Р: стереотруба; И.: stereo telescope; T: stereo teleskop) и.
Ышыҡ ерҙән күҙәтер өсөн тәғәйенләнгән окулярлы ике торбанан, өс аяҡтан торған оптик прибор. □ Стереотруба. V Генерал өҫтөндәге буркаһын бер яҡҡа ырғытты ла, стереоторба эргәһенә ултырып, һуғышты
куҙәтергә кереште. Ә. Ихсан. Шайморатов, өндәшмәйенсә, Дон йылғаһы аръяғындағы дошман позицияһын стереоторбанан куҙәтте. Я. Хамматов.
СТЕРЕОФОНИК (Р: стереофонический; И.: stereophonic; stereosonic; stereo; T.: stereofonik) c.
Стереофония ҡулланыуға нигеҙләнгән йәки күләмле тауышты булдырған. □ Стереофонический. Стереофоник яҙма. Сте-реофоник тапшырыу. Стереофоник аппаратура.
СТЕРЕОФОНИЯ [гр. stereos ‘күләмле’ + рһопё ‘тауыш’] (Р: стереофония; И.: stereophonies; T.: stereofoni) и.
Тауыштың ҡайһы яҡтан килеүен аңлатырлыҡ итеп тапшырыу йәки репро-дукциялау. □ Стереофония. Стереофония ярҙамында яҙҙырыу.
СТЕРЖЕНЬ [рус.] (Р: стержень; И.: bar, rod; T.: çubuk) и.
1. Нимәнецдер үҙәге, кендеге, нигеҙе булып хеҙмәт иткән оҙонса предмет. □ Стержень. Ҡорос стержень. Поршендең стержене һынған.
2. Яҙыу өсөн эсендә ҡараһы булған оҙонса металл йәки пластмасса көпшә.
□ Стержень. Йәшел, зәңгәр, ҡыҙыл стержень. Ручканың стержене аҡҡан.
СТЕРИЛИЗАТОР [рус.] (Р: стерилизатор; И.: sterilizer; T.: sterilizatör) и. мед.
Стерилизациялау (1) аппараты, приборы.
□ Стерилизатор. Шприц стерилизаторы. Боҫ стерилизатор. Стерилизатор камераһы.
СТЕРИЛИЗАЦИЯ [лат. sterilis ‘түлһеҙ’] (Р.: стерилизация; И.: bacterial purification; T.: sterilizasyon) и.
1. Ҡайнатыу, фильтрлау йәки химик матдәләр менән эшкәртеү аша микробтарҙы бөтөрөү эше. □ Стерилизация. Стерилизация уткән аҙыҡ. Стерилизация яһау. Боҫ ярҙамында стерилизация уткәреу.
2. мед. Хайуандың йә кешенең орлоҡ юлын быуып йәки ҡырҡып, аталандырыу йәки аталаныу һәләтенән мәхрүм итеү ысулы. □ Стерилизация. Бесәйҙәргә стерилизация уткәреу. Эттәрҙе стерилизацияға тапшырыу.
639