СТЕРИЛИЗАЦИЯЛАНЫУ
СТЕРИЛИЗАЦИЯЛАНЫУ (стерилизациялан-) ҡ. төш. ҡар. стерилизациялау. страд, от стерилизациялау. Стерилизацияланған аҙыҡ. Стерилизацияланған ҡорамал. Стерилизацияланған бинт. Стерилизацияланған бесәй. ■ «Һөт стерилизацияланған һауыттарға йыйыла, ә күләмен компьютер иҫәпләй», — тип әңгәмәгә ҡушылды бөтә ғүмерен малсылыҡҡа арнаған Иван Дмитриев. «Көнгәк», 22 декабрь 2012.
СТЕРИЛИЗАЦИЯЛАУ (стерилизацияла-) (Р.: стерилизовать; И.: sterilize; antiseptisize; T.: sterilize etme) ҡ.
1. Стерилизация (1) яһау. □ Стерилизовать. // Стерилизация. Консерваны стерилизациялау. Кейемде стерилизациялау. Космос карабы аппаратураһын стерилизациялау. ■ Медицина учреждениеларындасы шприц, ҡан ҡойоу системалары һәм көндәлектәге маникюр, педикюр, татуаж, ҡырынғыс инструменттарҙы мотлаҡ стерилизациялау талап ителә. «Йәшлек», 1 декабрь 2009.
2. мед. Аталаныу йәки аталандырыу мөмкинлегенән стерилизация (2) юлы менән мәхрүм итеү. □ Стерилизовать. // Стерилизация. Стерилизациялап сығыу. Өй хайуандарын стерилизациялау.
СТЕРИЛЛЕК (стериллеге) (Р.: стерильность; И.: sterility; T.: steril oluş) и.
1. мед. Зарарһыҙландырылған, микробһыҙ булыу хәле. □ Стерильность. Стерил-лек булдырыу. И Эшмәкәрлек заманса донъя стандарттары буйынса башҡарыла, сте-риллек һәм автоматлаштырыу тәьмин ителә. «Башҡортостан панорамаһы», № 2, 2008. Консервалау технологияһы хаҡында һөйләшкәндә иң мөһиме — стериллек. «Йәшлек», 20 август 2009.
2. биол. Үҫемлектәрҙең йәки хайуандарҙың үрсеү һәләте булмауы. □ Стерильность. Тәбиғи стериллек. Тәбиғи булмаған стериллек.
СТЕРИЛЛӘНЕҮ (стериллән ) ҡ. ҡар. стерилизацияланыу. ■ Тейешенсә стерил-ләнеп бөтмәгән инструменттар ҡотолоп булмаҫлыҡ ауырыуҙарға сәбәпсе булыуы мөмкин. «Яйыҡ», 21 март 2013. Аҙаҡ һыуҙы
емеш-еләктәре менән ҡуша кире кәстрүлгә ҡойоп, банкаларҙы стерилләнгән ҡапҡас менән ябып тораһың. «Йәшлек», 11 сентябрь 2008.
СТЕРИЛЛӘҮ (стериллә-) ҡ. ҡар. стерилизациялау. Стерилләп тороу. Стерилләү ваҡыты. Хирургик ҡорамалдарҙы стерилләү. ■ Банкаларҙы 10—15 минут стерилләп, ҡапҡас менән ябып түңкәрергә лә, йылы итеп урарға. «Йәшлек», 6 сентябрь 2008.
СТЕРИЛЬ (Р: стерильный; И.: aseptic; germproof; T.: steril) с. мед.
1. Йоғошһоҙландырылған, микробһыҙ.
□ Стерильный. Стериль бинт. Стериль ҡорамал. Стериль бирсәткәләр.
2. Үрсеү һәләте бөтөрөлгән, ҡыҫыр. □ Стерильный (бесплодный). Стериль күҙәнәк. Стериль үҫемлектәр. Стериль хайуан.
СТЕРЛИНГ [ингл. sterling} (Р: стерлинг; И.: sterling; T.: sterlin) и.
Бөйөк Британияның көмөш һәм алтын аҡса пробаһының законлашҡан стандарты. □ Стерлинг. / Стерлинговый. Стерлинг зонаһы.
СТЕРЛИНГ ФУНТЫ [ингл. pound sterling] (Р: фунт стерлингов; И.: pound sterling; T.: sterlin) и.
Бөйөк Британияның 100 пенсҡа тиң булған төп аҡса берәмеге. □ Фунт стерлингов. Стерлинг фунт курсы. Стерлинг фунтын һатып алыу. Стерлинг фунт бөгөнгө көндә 50 һумға тиң.
СТЕТОСКОП (стетоскобы) [гр. stethos ‘күкрәк’ + skopeö ‘күҙәтәм’] (Р.: стетоскоп; И.: stethoscope; T.: stetoskop) и.
Һулышты һәм йөрәк тибешен тыңлау приборы. □ Стетоскоп. Стетоскоп аша тыңлау. Балалар стетоскобы. Акушер стетоскобы. Электрон стетоскоп.
СТИЛИЗАТОР [рус.] (Р: стилизатор; И.: stylizer; T.: stilizeci) и.
Ижадында стилизация (1) алымдарын ҡулланған рәссам, яҙыусы. □ Стилизатор. / Стилизаторский. Оҫта стилизатор. Музыка буйынса һәләтле стилизатор. Боронғолоҡто пропагандалаусы стилизатор.
640