Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 641


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СТИЛЛӘШТЕРЕҮ
СТИЛИЗАЦИЯ [лат. stylus < гр. stylos ‘яҙыу таяҡсаһы’] (Р.: стилизация; И.: stylization; T.: stilizasyon; pastiş) и.
1. Сәнғәт әҫәренең ниндәйҙер бер стилгә (1, 2) хас һыҙаттар менән яҙылыуы, шул стилгә буйһондоролоу ы. □ Стилизация. Стилизация менән шөғөлләнеу. И Яҙыусы .. фольклорҙағы поэтик, стилистик алымдарҙы уҙ ижадына механик рәуештә ку-серергә, стилизация юлына баҫырға тейеш тугел. К. Мәргән.
2. Әҙәби әҫәрҙең образдарында һәм стиль үҙенсәлектәрендә ниндәйҙер осор колоритының яңыртылыуы. □ Стилизация. Фольклор стилизацияһы. Әҙәби әҫәр стилизацияһы.
3. Ҡайһы бер шартлы алымдар ҡулланыу, һүрәтте йәки форманы ябайлаштырыу аша һүрәтләнгән нәмәнең һәм фигураларҙың дөйөмләштерелеүе. □ Стилизация. Туранан-тура стилизация. Боронғо архитектураның стилизацияһы. Декоратив сәнғәт стилизацияһы. Фарфорҙың экзотик өлгөләренең стилизацияһы.
4. Формаһы менән ниндәйҙер стилгә (1, 2) эйәргән әҫәр. □ Стилизация. Был хикәйә боронғо әкиәттәрҙең стилизацияһы булып тора.
СТИЛИСТ [лат. stylus ‘яҙыу таяҡсаһы’] (Р.: стилист; И.: stylist, master of style; T.: stilist) и.
1. Оҫта яҙыусы, стиль оҫтаһы. □ Стилист (писатель, редактор). Нескә стилист. Йәш стилист. Стилист әҫәре.
2. Кешенең имиджын тыуҙырыусы белгес. □ Стилист. Стилист һәнәре. Сти-листарға мөрәжәғәт итеу. Стилистар курсы. Визажист-стилист. ■ Башҡаларға .. кейем һайларға, биҙәнергә өйрәтеуселәрҙе «стилист» тиҙәр, һеҙҙең арағыҙҙан да мода белгестәре, стилистар сығыуы бик мөмкин. «Йәншишмә», 11 ғинуар 2013.
СТИЛИСТИК (Р: стилистический; И.: stylistic; T.: biçimsel) с.
Стилде (1, 2) сағылдырған, стилгә ҡараған. □ Стилистический. Стилистик анализ. Стилистик алым. Стилистик хата.
■ Образлы телдең стилистик нигеҙе булып, һис шикһеҙ, халыҡ теле һанала. К. Мәргән.
СТИЛИСТИКА [рус.] (Р: стилистика; И.: science of stylistics; T.: üslup bilimi) u. лингв.
1. Тел ғилеменең телдәге стилдәр системаһын, әҙәби телдең ҡулланылыу нормаларын һәм юлдарын өйрәнгән тармағы. □ Стилистика. Башҡорт теленең стилистикаһы. ■ Стилистика телде, уның ҡағиҙәләрен, .. экспрессив мөмкинлектәрен, һурәтләу сараларын билдәле бер маҡсатҡа ярашлы итеп ҡулланырға өйрәтә. Ғ. Сә-йетбатталов. [Өндәу билдәһе — Һорау билдәһенә:] Әхмәттең был эшенә сик ҡуябыҙ. Иртәгәнән башлап грамматиканы, стилистиканы өйрәнһен! С. Агиш.
2. әҙ. Әҙәбиәттә художестволы әҫәр теленең үҙенсәлеген һәм һүрәтләү сараларын өйрәнеүсе бүлек. □ Стилистика. «Ырғыҙ» романының стилистикаһы. Әҫәрҙең стилистикаһын өйрәнеу.
СТИЛЛЕ (Р: стильный; И.: stylish; Т: stil) с.
Билдәле бер стилдәге (1). □ Стильный. Стилле йорт. Стилле биҙәк. Стилле кейем. Стилле мебель. Стилле әйбер. Матур стилле кулдәк.
СТИЛЛӘШТЕРЕЛЕҮ (стилләштерел-) ҡ. төш. ҡар. стилләштереү, страд, от стилләштереү. Стилләштерелгән кейем. Стилләштерелгән әҫәр. Халыҡ теленә яҡынайтып стилләштерелеу.
СТИЛЛӘШТЕРЕҮ (стилләштер ) (Р: стилизовать; И.: stylize; show symbolically; T.: stilize etmek) ҡ.
1. Нимәгәлер билдәле стилгә (1, 2) хас һыҙаттар биреү, яраҡлаштырыу. □ Стилизовать. Заманса стилләштереу. Әҫәрҙе халыҡ теленә яҡынлаштырып стилләштереу. ■ [Эльвина:] Кейемдә милли орнаменттарҙы ҡулланыуға килгәндә, мотлаҡ боронғо биҙәктәрҙе кусереп ҡуйыу кәрәкмәйҙер, уларҙы стилләштереп ҡулланыр инем. «Киске Өфө», 21 май 2013.
2. Һынлы сәнғәттә нимәнелер шартлы алымдар менән биреү, һүрәтләү. □ Стилизовать. Орнаментты стилләштереу.
641